+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Октябрь 2020, 09:32

ЙӘЙ БАТАБЫҘ, ҠЫШ ЯНАБЫҘ

“Һәнәк”тең мәғлүмәт майҙанында үҙ урыны бар, бәлки ул ҙур түгелдер. Беҙ күтәргән темалар араһында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – төп урындарҙың береһен алып тора. Беҙ йыл әйләнәһенә кешеләрҙе теге, йәки был бәлә-ҡазанан, һәләкәттән, фажиғәләрҙән һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Ошо эштә, исмаһам, бер генә ғүмерҙе һаҡлап алып ҡалһаҡ та, беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙең һөҙөмтәһен күрәбеҙ.

ЙӘЙ БАТАБЫҘ, ҠЫШ ЯНАБЫҘ
“Һәнәк”тең мәғлүмәт майҙанында үҙ урыны бар, бәлки ул ҙур түгелдер. Беҙ күтәргән темалар араһында кешеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – төп урындарҙың береһен алып тора. Беҙ йыл әйләнәһенә кешеләрҙе теге, йәки был бәлә-ҡазанан, һәләкәттән, фажиғәләрҙән һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ. Ошо эштә, исмаһам, бер генә ғүмерҙе һаҡлап алып ҡалһаҡ та, беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙең һөҙөмтәһен күрәбеҙ.
Ҡар яуҙы, кешеләр өшөй башланы. Улар өйҙәрен йылытырға һәм уңайлы шарттарҙа йәшәргә теләй. Йылытҡысты тоҡандырып, йоҡлап китһендәрме, утты һүндермәйенсә, балаларын ҡалдырып, магазинға сыҡһындармы, үкенескә ҡаршы, ошо вайымһыҙлыҡтан ғүмер буйы онотолмаҫлыҡ фажиғәгә бер генә аҙым.
Ошо аҙнала өйҙәрендә йылытҡыстарҙы ҡулланыу ҡағиҙәһен боҙоу сәбәпле, бер нисә ғаилә бәләгә тарыны ла инде.
Бер нисә көн элек Өфө эргәһендәге “Аҡҡош күле” баҡсасылар ширҡәтендә (“Ял” кафеһы артында, тип аңлағыҙ) өс кешенән торған бер ғаилә тереләй янып үлде. Һәләкәт осраҡтары быға тиклем дә теркәлгәйне. Ләкин фажиғәләр бының менән генә бөтмәҫ, ахыры. Ҡыш яңы башланып тора, өйҙәрҙе йылытҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу янғын осраҡтарына килтерҙе.
Һәр йыл башынан алып аҙағына тиклем бер-береһенә оҡшаш фажиғәләр күҙәтелә. Иҫкәртеү эштәре матбуғат саралары, телевидение, радио, интернет аша даими алып барылыуға ҡарамаҫтан, ҡыш кешеләр янып үлә, ә йәй буйы һыуға бата. Ҡорбандар һаны бер нисәү менән генә сикләнһә, тағы бер хәл. Һәләк булғандар һаны йөҙәрләп иҫәпләнә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы аша нисә кеше һәләк булғанын белеп булыр ине, ләкин беҙҙең маҡсат – ҙур һандар менән халыҡты шаңғытыу йә ҡурҡытыу түгел. Беҙ иҫкәртеү яҡлы. Был бәләләрҙән һаҡланыуҙың төрлө юлдары бар. Мәҫәлән, йорттарҙы янғындан иҫкәрткес менән тәьмин итеү былтыр ғына йөҙҙәрсә ғүмерҙе һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән. Хәҙер улар беҙҙә байтаҡ өйҙәргә ҡуйылған һәм файҙалы эшләй.
Хәҙер ҡалала ағас тәҙрәләр ҡалманы, тип әйтерлек. Уларҙың урынын пластик тәҙрәләр алып бөтөп килә. Уңайлы, йылы, яҡты һәм матур. Ләкин бындай тәҙрәләр һәр фатирға, тип әйтерлек, хәүеф менән янай. Айырыуса, өҫкө ҡаттарҙа йәшәгәндәргә. Беҙҙең халыҡ та уңайлыҡтар менән файҙаланырға теләй. Тәҙрәләргә серәкәйҙәрҙән һаҡланыу сараһы булған селтәрҙәр ҡуйыу ғына йыл һайын тиҫтәләрсә баланың һәләк булыуына килтерә. Балалар – ҡурҡа, ғүмерҙәрен һаҡлай белмәй. Уларға мотлаҡ үҙҙәренә тәҙрә тотҡаһына менеп, селтәргә йәбешеп торорға кәрәк. Был хаҡта беҙ айырыуса быйыл күп яҙҙыҡ. Киләсәктә лә яҙасаҡбыҙ.
Күпләп автомобилдәр һатып алыу, халыҡтың йәшәү кимәленең күтәрелеүе хаҡында һөйләйҙер. Ошо урында бәхәсләшке килмәй, ләкин быны ҙур ҡалаларҙың ҙур-ҙур парковкаларға әйләнеүенәндә күрергә мөмкин. Шәхси транспортты эшҡыуарҙар, айырыуса йәштәр ярата. Күптәр өсөн сер түгелдер, автомобиль салоны егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың ваҡыт үткәреү, дөрөҫөрәге, осрашыу урыны булып та хеҙмәт итә. Йылы көндәрҙә улар үҙҙәре өсөн уңайлы урын табалыр. Ләкин һалҡындар төшкәс, осрашыу урындары иҫәбенә гараждар ҙа инә башлай. Йәштәрҙе бындай осраҡта үлем гараж эсендә һағалай. Йыл һайын Рәсәй буйынса йөҙҙәрсә йәш пар үлә. Был хаҡта күптәр белә, йыл һайын, йылытыу миҙгеле башланыу менән, ошоға оҡшаш фажиғәләр теркәлә башлай. Күптән иҫбатланған, автомобиль менән гараж эсенә бикләнеп, бер сәғәттәй генә һөйләшеп ултырыу һөҙөмтәһендә генә, салондағыларҙың һөрөмдән ағыуланып үлеүе билдәле. Был хаҡта гәзиткә яҙалар, йәштәр һаҡлана башлай һәм киләһе йылдың йылытыу миҙгеле башланғансы, онота.
АҠШ, халҡы, үҙҙәре иҫәпләүҙәренсә, бик әрһеҙ һәм иҫәпсел халыҡ. Улар дуҫтарына, таныштарына яҡшылыҡ теләгәндә, ябай ғына итеп: “Ҡорбандар исемлегендә һеҙҙе күрергә яҙмаһын”, – тип теләйҙәр. Иғтибарлап ҡараһаң, кешене шаңғытырлыҡ һәм ҡурҡытҡансы тетрәндерерлек һүҙҙәр бит. Беҙ ҙә һеҙгә ҡарата иң изге теләктәбеҙ.
Иҫән-һау булығыҙ! Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Читайте нас: