+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Ноябрь 2020, 15:10

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 11-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫҒЫҘ: ҺОРАУЫНА КҮРӘ – ЯУАБЫ

– Цирк нимә ул?

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 11-СЕ ҺАНЫНДА УҠЫҒЫҘ:
ҺОРАУЫНА КҮРӘ – ЯУАБЫ
– Цирк нимә ул?
– Маймылдар үҙен кешеләр кеүек, ә кешеләр үҙен маймылдар һымаҡ тотҡан урын.
* * *
– Һарыҡтар бер-береһенән нимә менән айырыла?
– Аҡыллыларының йөнөн ҡырҡалар, иҫәрҙәрен һуялар.
* * *
– Доктор, миңә күпме йәшәргә ҡалды?
– Мин һиңә кәкүкме әллә?
* * *
– Отелло ни өсөн Дездемонаны быуған?
– Һммм… белмәйем… бәлки, интернетҡа аҡса һалырға онотҡандыр.
* * *
– Ҡытай стенаһын ни өсөн төҙөгәндәр?
– Ҡытайҙар сығып китмәһен өсөн.
------------ –
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле мәҙәктәрҙе йылылай уҡырға теләһәгеҙ, “Хәнәк” журналына яҙылығыҙ, төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: