-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Ноябрь 2020, 13:03

БАЙМАҠТАР ИСПАНИЯЛА ЛА БАЙМАҠ ИНДЕ

Әгәр уңған, эшлекле, бейергә лә, йырларға ла маһир кешене күрһәм, эстән генә: “Баймаҡ инде, Баймаҡ”, – тип һоҡланам да ҡуям. Һәр эшкә дәррәү тотона торған был халыҡ берҙәмлеге менән дә, тупланғанлығы менән дә айырылып тора. Ишетмәнегеҙме әле, ана бит, Испанияның Севилья ҡалаһында, бар халыҡты аптыратып, ҡаҙ өмәһе үткәргәндәр.

Ҡаҙ ни ул – Испанияла ла ҡаҙ. Испандар, ҡаҙ түшкәһенән бигерәк, унан әҙерләнгән блюдоларҙы бик ярата икән. Үҙенең ойоштороу һәләте менән Баймаҡта уҡ күптән билдәле Нәзилә Юнысова яҙмышташ яҡташтары менән бер ялда бик матур итеп ҡаҙ өмәһе үткәргәндәр. Уйын-көлкө, йыр-моң бик күп булған. Тыуған яҡты һағыныуҙары көслөлөр, бында ҡалған туғандарын да иҫкә төшөргәндәрҙер.
Дөрөҫөн әйткәндә, баймаҡтар сит-ят яҡтарға үҙҙәрендәге рәхәт тормоштан сығып китмәгәндер. Әле бер нисә йыл элек Баймаҡтан Италия, Испания, Франция, Португалия кеүек илдәрҙә ҡатын-ҡыҙ затынан 500-ләп кеше эшләп йөрөй, тип ишеткәйнем. Ни хәл итәһең, Баймаҡта эш булһа, ғаиләләрен ҡарай алһалар, үҙебеҙҙә генә эшләрҙәр ине. Хәйер, быныһы бөтөнләй икенсе тема. Насип булһа, ошо хаҡта ла яҙырбыҙ әле.
Фото: hakmar.rbsmi.ru
Читайте нас: