+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Ноябрь 2020, 17:53

“ҺӘНӘК”ТЕҢ ТӘҮГЕ БИШЛЕҺЕ

Бөгөн – “Һәнәк” журналын уҡыусылар һәм ҡулланыусылар өсөн иҫтәлекле көн. Беҙ хәҙер “Бәйләнештә”ге сәхифәбеҙҙә әҙ ҙә түгел, күп тә түгел – 5 000. Йыл башындағы 800 ҡулланыусынан барлы-юҡлы ун ай эсендә тоғро дуҫтарыбыҙ һанын 5 меңгә еткерҙек!

“ҺӘНӘК”ТЕҢ ТӘҮГЕ БИШЛЕҺЕ
Бөгөн – “Һәнәк” журналын уҡыусылар һәм ҡулланыусылар өсөн иҫтәлекле көн. Беҙ хәҙер “Бәйләнештә”ге сәхифәбеҙҙә әҙ ҙә түгел, күп тә түгел – 5 000. Йыл башындағы 800 ҡулланыусынан барлы-юҡлы ун ай эсендә тоғро дуҫтарыбыҙ һанын 5 меңгә еткерҙек!
Нимә ул беҙҙең өсөн 5 мең? Иң элек – һеҙҙең ышанысығыҙ, иғтибарығыҙ һәм өмөтөгөҙ. “Һәнәк” сатира һәм юмор журналы булараҡ барлыҡҡа килһә лә, бөгөн уйын-көлкө, тамаша менән генә сикләнеп булмай. Беҙ үҙебеҙҙең төп йүнәлештәребеҙ итеп туған телде һаҡлау һәм үҫтереүҙе, ғаилә ҡиммәттәренә өҫтөнлөктө, йәмғиәттәге етешһеҙлектәргә ҡаршы көрәште алдыҡ.
Әгәр беҙҙең сайт аша сәхифәләребеҙҙе көн һайын бер нисә мең кеше ҡарай икән, тимәк, һеҙ беҙ һайлаған юлды хуплайһығыҙ.
Һеҙҙең көс менән тупланған 5 меңлек ғәскәребеҙ беҙҙе яңы ижади еңеүҙәргә дәртләндерә. Ошондай тоғро дуҫтар булғанда көн һайын ижад итке, һеҙҙе яңы әҫәрҙәр менән ҡыуандырғы килә.
“Һәнәк” үҙенең уҡыусыларына эксклюзив тип әйтерлек, йәки үҙендә генә булған ижади әҫәрҙәрҙе тәҡдим итә. Беҙҙең әҫәрҙәрҙе башҡа сайттарҙа таба алмайһығыҙ. Әлбиттә, ҡәләмдәштәребеҙ беҙҙәге материалдарҙы рөхсәтһеҙ күсереп баҫмаһа. Шуға, әйҙәгеҙ, бергә булайыҡ, алда ҙур эштәр һәм маҡсаттар көтә. Беҙҙең төп бурыс – яңы әҫәрҙәр яҙыу, сафтарыбыҙҙы 10 меңгә еткереү. Әйҙәгеҙ, шул унлыҡты бергә яулайыҡ! Яҡындарығыҙҙы, таныштарығыҙҙы, күршеләрегеҙҙе социаль селтәрҙәге беҙҙең сәхифәгә саҡырығыҙ!

“Һәнәк” журналы редакцияһы исеменән, баш мөхәррир Рәлиф КИНЙӘБАЕВ.
Читайте нас: