+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ноябрь 2020, 12:47

ҠЫҘҘАР ҺӘМ ЕГЕТТӘР Хикәйә Икенсе бүлек

Таҫтамалдың береһен алды ла, елкәһенә һалып, үкерә-үкерә бүлмә буйлап йөрөй башланы. Шул ваҡыт Рәүис Миҙхәт улы таҫтамалды көсәнеп тартып ебәрҙе, уныһы түҙмәй икегә бүленде, шытырлағаны ғына ишетелеп ҡалды. Әғләм күҙенә ышанмайынса таҫтамалды тотоп ҡараны, эйе, ул ҡап урталай өҙөлгәйне. Ул арала булмай, ғифрит икенсе таҫтамалға йәбеште. Күҙ асып йомғансы уныһы ла шытырлап икегә айырылды.–Ай, насар эшләйҙәр, насар, – тине Дауытов. – Сталин юҡ, Сталин булһа, ошолай эшләрҙәр инеме! Шул да булдымы таҫтамал!Әғләм һиҙә: был ғифрит менән көрәшмәйенсә булмаҫ, ахыры.–Бәлки, ҡул көрәштереп кенә көс һынашырбыҙ, ә? – тине Әғләм, мөмкин тиклем тыныс итеп.

Таҫтамалдың береһен алды ла, елкәһенә һалып, үкерә-үкерә бүлмә буйлап йөрөй башланы. Шул ваҡыт Рәүис Миҙхәт улы таҫтамалды көсәнеп тартып ебәрҙе, уныһы түҙмәй икегә бүленде, шытырлағаны ғына ишетелеп ҡалды. Әғләм күҙенә ышанмайынса таҫтамалды тотоп ҡараны, эйе, ул ҡап урталай өҙөлгәйне. Ул арала булмай, ғифрит икенсе таҫтамалға йәбеште. Күҙ асып йомғансы уныһы ла шытырлап икегә айырылды.
– Ай, насар эшләйҙәр, насар, – тине Дауытов. – Сталин юҡ, Сталин булһа, ошолай эшләрҙәр инеме! Шул да булдымы таҫтамал!
Әғләм һиҙә: был ғифрит менән көрәшмәйенсә булмаҫ, ахыры.
– Бәлки, ҡул көрәштереп кенә көс һынашырбыҙ, ә? – тине Әғләм, мөмкин тиклем тыныс итеп.
– Әллә ҡурҡаһыңмы? – тине Дауытов, уның күкрәгенә ҡарап. – Мин көрәшә генә беләм, башҡаса көс һынашыуҙы ҡабул итмәйем.
Шул ваҡыт аҫтан тағы бер бәйләм таҫтамал алып менделәр, Дауытов берҙе үҙенә алды, тағы берҙе Әғләмгә һондо. Бүлмә уртаһына тороп, таҫтамалдарын ҡулдары менән ҡыҫып тотоп, билдәренә һалдылар. Әғләмдең ҡулдары Рәүис Миҙхәт улының ике яҡ биленә тамам батып китте. “Бәй, был майҙан ғына тора ла инде”, – тигән уй йүгерҙе башынан. Айҡашып киттеләр, алға, артҡа, уңға, һулға байтаҡ өйөрөлдөләр. Әғләм мышнамаҫҡа тырыша, ә тегеһе мышнай инде, мышнай. Етмәһә, ауыҙ эсенән генә олоһонан һалдырып һүгенә. Һүгенмәгән сағында мышнай-мышнай үкерә. Ҡарап тороуға колхоз үгеҙе һымаҡ, морононда ялтыр дүңгәләге генә юҡ. Бер мәл Әғләм Дауытовты эләктереп алды да еңел генә итеп түшкәһен түшенә һалғайны, аяғы тайып китте. Теге иһә аяҡтарын тарбайтып, тап өҫтөнә ятты ла ҡуйҙы. Әғләм тын ала алманы, етмәһә, күкрәк һөйәктәре шытырлай, ә теге, аяҡтарын өҫкә күтәреп, Әғләмдең өҫтөндә бәүелгән һымаҡ. Ә үҙе һүгенә-һүгенә: “Ҡустым, һин минең урынға килдеңме?” – тип бышылдай. “Юҡ, юҡ”, – ти Әғләм.
– Ҡалай ауырһығыҙ, Рәүис Миҙхәтович, – тине Әғләм, ах та ух килеп.
– 120 килограмм, – тине тегеһе, әллә маҡтанды, әллә ғорурланды, бәлки, ҡурҡытырға теләгәндер.
– Ә мин 85 кенә бит, – тине Әғләм.
– Минең ғәйебем юҡ, 85 икән, 85. Үҙең ашай белмәгәнһең, тимәк. Ашай белмәгәндәргә беҙҙең арала урын юҡ.
– Улайһа, ҡайтып китәйемме?
– Ҡайтып китә алаһың, әммә һине Өфөгә кертмәйәсәктәр, кертһәләр ҙә, эш булмаясаҡ, эш булһа ла, ташлап ҡасырға мәжбүр буласаҡһың.
– Ә нишләп мине шул тиклем язаға тарттыралар? – тине Әғләм.
– Сөнки һине бүреләр үҙ араһына кертте, ә һин бүре булып олорға өйрәнмәгәнһең. Һине барыһы ла ғәҙел булды, кеше алдаманы, ти. Шуның өсөн һине яндырҙылар.
– Рәүис Миҙхәтович, һеҙ мине ысынлап та махсус рәүештә яндырғандар тип уйлайһығыҙмы?
– Уйламайым, алдан һөйләшеп эшләнгәнен генә беләм.
– Хәҙер нишләп ҡарарға икән? – тине күңеле төшкән Әғләм.
– Яҡларлыҡ бер кемең дә ҡалманымы ни? – тине Дауытов. – Дуҫтарың да булмағас, нисек йәшәйһең был донъяла?
– Ҡайҙа бараһың, йәшәйһең инде. Дуҫ-иштәргә сығып ҡараным, йә шылтыратабыҙ тиҙәр ҙә юғалалар, йә трубканы алмайҙар.
– Дәә, эште уйғанһың, ахыры, – тине Дауытов. – Юғиһә йәйәүләтеп беҙҙең яҡҡа ҡыуып ебәрмәҫтәр ине.
– Нисек йәйәүләтеп, мин йәйәү килмәнем, автобус менән килдем, – тип ныҡышты Әғләм.
– Автобуста баҫып килмәгәнгә рәхмәт әйт, хәҙер бөтәһе лә һинең машинаһыҙ икәнеңде белә. Онотма, ҡустым, һинең йәштә автобуста килеү йәйәү килеүгә ҡарағанда ла мәсхәрәлерәк. Йә, ярай, ял итәйек. Иртәгә таң менән мин һине комплекста көтәм.
Иртәгеһен таң менән Әғләм ауыл осондағы комплекс яғына едерҙе: “Ошолай йәйәү йөрөрмөн микән ни, исмаһам, көндөҙ машина бирһәләр, яҡшы булыр ине”. Комплексҡа барып етһә, ҡапҡа алдында иҫкереп бөткән “Волга” ултыра. Мал ҡуралары буйлап, арҡырыһын-буйын бер сәғәт эсендә йөрөп сыҡты. Былай ҡараулы, йылы, яҡты, таҙа. Тәртип яғы ла бар шикелле, бер бысраҡ һыйыр күренмәне. Быҙауҙар торған яҡта һалҡынса тойолдо, бәлки, быҙауҙар сыныҡһын өсөн шулай эшләгәндәрҙер.
Иртәнге 8-ҙә оперативка башланды. Береһенән-береһе шәп унлап һауынсы, биш-алты мал ҡараусы, комплекс начальнигы. Рәүис Миҙхәт улы килеп ингәс тә: “Таныш булығыҙ, һеҙҙең яңы зоотехник”, – тип иғлан итте.
– Комплекста меңдән ашыу баш һыйыр, – тине Дауытов. – Тәүлек әйләнәһенә ҡура эсендә торалар. Ваҡыты менән тышҡа сығарып алыуыбыҙ ҙа бар. Көн һайын 60 тонна һөт һатабыҙ. Һөт ташыусы 4 машина бар. График буйынса барыһы ла ойошторолған, тәғәйенләнгән, техник хеҙмәткәрҙәрҙең береһе ошо графикты күҙәтә, уны үҙгәртергә берәүҙең дә хоҡуғы юҡ. Ни өсөн график буйынсамы, сөнки кем һөт эшкәртә, улар әҙер продукцияға заказ алған. Һорауҙар бармы?
– Һорауҙар бар, – тине Әғләм. – Мине туҡландырыуҙы ойоштороу графигы ҡыҙыҡһындыра.
– Танышырһығыҙ, – тине Дауытов. – Беҙҙең һәр һыйыр 100 мең һумдан артыҡ тора. Уларҙың һәр береһе бәләкәй генә һөт етештереү заводы кеүек, дүрт аяҡлы, ике мөгөҙлө завод. Шул заводтан 15-тән 25 литрға тиклем шишмәнән сыҡҡан һымаҡ һөт сығып торһон өсөн күпме ашатырға икәнлеген күҙ алдына килтерәһегеҙме, иптәш Нуриев?
– Күҙ алдына килтерәм, – тине Әғләм. – Аҙыҡ сифатлы һәм тос булырға тейеш.
– Шулай булғас, эшләгеҙ, – тине Дауытов. – Заманында беҙ эшләнек, хәҙер һеҙ эшләп күрһәтегеҙ.
Дауытов кемдәргәлер иҫкәртеү яһаны, аҙыҡ сифаты тураһында һөйләне, нисек эшләгәндәрен иҫкә төшөрҙө.
Әғләм уйланып ултырҙы – бер комплекс, меңләп һыйыр совет дәүерендәге 5-6 колхоз һөтөн етештерә лә ҡуя инде. Ул ваҡыт һөттөң һәр тамсыһы өсөн көрәш бара торғайны. Һәр грамы иҫәптә ине, ә хәҙер тонналап ҡына һөйләшәләр.
Әғләм комплекс менән ентекләп танышты, каруселдә һыйыр һауғандарын ҡараны. Былай тәртип ныҡ ҡуйылған, күрәһең. Ҡатын-ҡыҙҙар бөтәһе лә аҡ халатлы, ир-ат өҫтөндә уңайлы ғына комбинезон. Арҡаларына матур хәрефтәр менән “Агромин” тип яҙылған. Һорарға кәрәк, бәлки, ундай комбинезон Әғләмгә лә тейештер. Юғиһә, өйҙән арыу кейемдәрен генә алып сығып өлгөргәйне, бик ашығыс, ҡасып тигәндәй китергә тура килде. Тура килеүен әйт әле, шул ваҡыт телефоны шылтыраны. Алып ҡараһа, ҡатыны икән, Маһира.
– Хәйерле иртә, – тинеләр теге оста.
– Хәйерле иртә, Маһира, тик хәйерле булыуы шик аҫтында, – тине Әғләм.
– Ярай, әсе телеңде ҡойма, – тине ҡатыны уҫал ғына итеп. – Барып еттеңме, урынлаштыңмы? Үҙеңә берәй һауынсы ҡарап ҡуйҙыңмы?
Шул ваҡыт эргәләренән көлөшә-көлөшә һауынсылар үтеп бара ине. Маһира, әлбиттә, ишетеп тә ҡалды.
– Кемдәр араһында йөрөйһөң һин таң менән? – тине ул. – Әллә берәй притонға эләктеңме?
– Унда эләкһәм, ҡыуаныр инем. Мин әле “Агромин”да.
– “Агромин”? Уныһы нимә ул?
– Һин көн һайын ике-өс тапҡыр эсә торған һөттө етештереүсе завод.
– Ярай, башымды ҡатырма, – тине ҡатыны ҡырыҫ ҡына итеп. – Беҙ атайым менән хәл иттек, һин унда өс ай йәшәйәсәкһең. Әгәр тәртип боҙмаһаң, үҙеңде лайыҡлы тотһаң, атай һине Өфөгә ҡайтара, – тине ул.
– Әллә инде, белмәйем, – тип аптыранды Әғләм. – Ғүмер буйы тәртипкә инмәгәнде өс айҙа ғына тәртиплеләнеп булыр микән?
– Ниңә, үҙеңә шул тиклем ышанмайһыңмы ни? – тип ныҡышты ҡатыны. – Мин бит ғаиләне һаҡлап ҡалырға тырышам.
– Тырышҡас, ялыңдан бер көнгә алда ҡайтмаҫҡа кәрәк ине. Ҡайтыр булғас, киҫәтергә ине.
– Алдан шылтыратһам, һөйәркәңде ҡайтарып ебәрер инеңме? – тип көлдө ҡатыны.
– Үҙең күрҙең, ул бер ниндәй ҙә һөйәркә түгел, массажистка Рима ине.
– Һиңә ул Рима ҡайҙан килеп керҙе һуң?
– Атайың ебәргәйне, – тине Әғләм.
Шул ваҡыт һауынсылар һөйләшә-көлөшә бүлмәгә яңынан үтте.
– Һин ҡайҙа йөрөйһөң һуң ул, эргәңдә ниндәй ҡатын-ҡыҙ тауышы ишетелә? – тип аптыраны Маһира.
– Әллә, мин ҡайҙа килеп эләккәнемде үҙем дә белеп етмәйем әле, – тине Әғләм. – Ҡайҙа ҡарама – бисә-сәсә, ҡыҙҙар ҙа күренә. Мине тәрбиәләр өсөн өс ай ғына етмәҫ, ахыры, өс йыл булһа, таман. Ярай, хуш, ҡәҙерлем. Миңә эшләргә кәрәк.
Әғләм трубканы һалды ла бүлмәһенә үтте.
Р. ҒӘЛИМОВ.
Дауамы бар.
Читайте нас: