-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Декабрь 2020, 18:10

БЕҘҘЕҢ ХАЛЫҠТЫҢ ӘРҺЕҘЛЕГЕНӘ ТАҢ ҠАЛЫРҺЫҢ

Халыҡ, ауырлыҡтарға бирешмәй, ҡиммәтле әйберҙәр, автомобилдәр, фатирҙар һатып ала һәм Хөкүмәтте уйланырға мәжбүр итә. Яңыраҡ ҡына Рәсәй Пенсия фонды һәм Рәсәй хеҙмәт министрлығы тарафынан халыҡтың килеменең барлыҡҡа килеүен өйрәнеү тураһында ҡарар ҡабул ителеүе хаҡында мәғлүм булды. Түрәләрҙе ябай халыҡтың ни өсөн иҫән ҡалыуы түгел, ҡайҙан аҡса алыуы һәм ҡиммәтле әйберҙәр һатып алырға батырсылыҡ итеүе нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра.

Борсолмағыҙ, хөрмәтле Ю.В. Андропов ваҡытындағы һымаҡ, мунсаларҙа, баҙарҙарҙа паспорт тикшереү һәм кеҫәңдә күпме аҡса йөрөтөүҙе асыҡлауға арналған ҡамауҙар булмаясаҡ. Ә бына юл сатында ҡасып-боҫоп, бәшмәк, ҡайнатма, һарымһаҡ, картуф һәм башҡа тәбиғәт байлыҡтарын һатып торғанығыҙ өсөн яуап бирергә тура килмәгәйе.
Дөрөҫ булһа, донъяла бөгөн көн иткән 7 миллиард самаһы кешенең 900 миллион самаһы көн һайын асыға, йәғни аслы-туҡлы йәшәй, ләкин Ер шарында үҫкән барлыҡ ашарға яраҡлы ҡырағай аҙыҡ-түлектең 1 процентын ғына файҙалана. Ә ҡалған 99 проценты ер аҫтында, ер өҫтөндә һәм ағас ботаҡтарында сереп, әрәм-шәрәм була һәм икенсе йылына яңынан үҫеп сыға. Бындай һай күҙәтеүҙәрем менән мин дәүләт әһелдәре беҙҙә йыйылған 1 проценттың кемдәр йыйып, һатып, аҡса эшләргә йыйынғанын асыҡларға теләйҙәр, тип халыҡты ҡурҡытырға уйламайым. Ә быйыл донъя тарихында беренсе булып быға тиклем беҙ барлығын да белмәгән бәшмәктәрҙе, ауыл хужалығы продукцияһы тип төҙәтмәләр индерелерен, барыбер, аңлап етмәнем.
Шулай ҙа, борсолмағыҙ. Беҙҙең Хөкүмәт бик миһырбанлы һәм йомарт. Юғарыла иҫкә алған бер процент беҙҙең тарафтан йыйылып, йыуылып һәм киптерелеп, шым ғына юл саттарына сығырға, халыҡҡа һатылырға һәм бәхетле һатып алыусыларҙың өҫтәлдәрен биҙәргә бурыслы. Ә Хөкүмәт бәшмәктәрҙең нисек ашалыуын түгел, пенсионер әбей-һәбейҙең бәшмәк һатҡандан һуң барлыҡҡа килгән шат йөҙҙәрен күрергә теләй.
Читайте нас: