-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2020, 15:27

ҺИН – СИТ КЕШЕ... Хикәйә Беренсе өлөш

Сәғит Шәкир улы был донъяла еңел йәшәне. Ауылда матур ғына өй төҙөттө, ҙур түгел, ҡышын йылы, йәйен һалҡынса.Ҡатыны Гөлсинә Мазһар ҡыҙы уҡытып йөрөй. Ике ҡыҙ, бер малай үҫтерҙеләр. Колхозда агроном булып ҡына эшләй ине. Эсмәй, юғалып йөрөмәй. Хужалыҡҡа рәйес вазифаһына тәҡдим иттеләр. Унда оҙаҡ эшләмәне, егәрле кеше үҙен ҡайҙа ла күрһәтә белә инде. 80-се йылдар аҙағында партияның район комитетына икенсе секретарь итеп һайланылар. Унда ике йыл йөрөүенең файҙаһы булды – тел сарларға өйрәнде. Ләкин күңеле һиҙҙе Сәғит Шәкир улының – был партия оҙаҡҡа бармаҫ. Нимә партия? Ана, ҡеүәтле империя таралырға тора.Колхозына кире ҡайтты. Үҙен колхозсылар ярата ине, ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылар. Колхозында ун йыллап йөрөп алды. 90-сы йылдарҙың аҙағы килеп етте. Ауылдарҙы бөтөрмәйбеҙ, колхоздарҙы һаҡлайбыҙ, тип көрәшә торғас, хужалыҡтар бер-бер артлы бөлөп юҡҡа сыҡты. Эшләгән кешегә табылып тора бит – Сәғит Шәкир улын районда уңышлы эшләгән берҙән-бер предприятие – юл-ремонт идаралығына начальник итеп ҡуйҙылар. Район башлығы Таһир Муса улы, Сәғитте саҡырып алғас, былай тине:– Заманалар үҙгәрҙе лә, боларҙы ла. Күп үҙгәрештәр көтөлә. Юлдарҙы ныҡлап төҙөйәсәкбеҙ, иң күп миллиардтар ошонда бүленәсәк. Юлдар һалырға ла, төҙөргә лә, ремонтларға ла, яңыртырға ла аҡса буласаҡ.Шулай килештеләр. Бында ла үҙен һынатманы Сәғит Шәкир улы. Тәүге йылда уҡ планды шаҡтай арттырып үтәүгә өлгәште, күп кенә ауылдарҙың урамдарына асфальт һалды.Бер көн башлыҡ тағы саҡыртып алды.

Сәғит Шәкир улы был донъяла еңел йәшәне. Ауылда матур ғына өй төҙөттө, ҙур түгел, ҡышын йылы, йәйен һалҡынса.Ҡатыны Гөлсинә Мазһар ҡыҙы уҡытып йөрөй. Ике ҡыҙ, бер малай үҫтерҙеләр. Колхозда агроном булып ҡына эшләй ине. Эсмәй, юғалып йөрөмәй. Хужалыҡҡа рәйес вазифаһына тәҡдим иттеләр. Унда оҙаҡ эшләмәне, егәрле кеше үҙен ҡайҙа ла күрһәтә белә инде. 80-се йылдар аҙағында партияның район комитетына икенсе секретарь итеп һайланылар. Унда ике йыл йөрөүенең файҙаһы булды – тел сарларға өйрәнде. Ләкин күңеле һиҙҙе Сәғит Шәкир улының – был партия оҙаҡҡа бармаҫ. Нимә партия? Ана, ҡеүәтле империя таралырға тора.

Колхозына кире ҡайтты. Үҙен колхозсылар ярата ине, ҡуш ҡуллап ҡаршы алдылар. Колхозында ун йыллап йөрөп алды. 90-сы йылдарҙың аҙағы килеп етте. Ауылдарҙы бөтөрмәйбеҙ, колхоздарҙы һаҡлайбыҙ, тип көрәшә торғас, хужалыҡтар бер-бер артлы бөлөп юҡҡа сыҡты. Эшләгән кешегә табылып тора бит – Сәғит Шәкир улын районда уңышлы эшләгән берҙән-бер предприятие – юл-ремонт идаралығына начальник итеп ҡуйҙылар. Район башлығы Таһир Муса улы, Сәғитте саҡырып алғас, былай тине:

– Заманалар үҙгәрҙе лә, боларҙы ла. Күп үҙгәрештәр көтөлә. Юлдарҙы ныҡлап төҙөйәсәкбеҙ, иң күп миллиардтар ошонда бүленәсәк. Юлдар һалырға ла, төҙөргә лә, ремонтларға ла, яңыртырға ла аҡса буласаҡ.

Шулай килештеләр. Бында ла үҙен һынатманы Сәғит Шәкир улы. Тәүге йылда уҡ планды шаҡтай арттырып үтәүгә өлгәште, күп кенә ауылдарҙың урамдарына асфальт һалды.

Бер көн башлыҡ тағы саҡыртып алды.

– Һинең унда транспорт менән йөк ташыу нисек тора? – тип ҡыҙыҡһынды һәм Яңыбай районындағы юл төҙөлөшө идаралығын тикшереү мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. Сәғит ундағы хәлдәрҙе белә ине. Йәш, көслө етәксе барлыҡ эштәрҙе арнедаға алған техника менән башҡарған. Хатта үҙенең дә унлап камазы шунда йөрөгән, тип һөйләнделәр.

– Ниндәй һығымта яһарһың, Сәғит Шәкирович? – тине башлыҡ, уның күҙҙәренә төбәп ҡарап.

– Бындай алымды ҡулланыусылар бар, һәр хәлдә бюджетҡа зыян килеүе ихтимал, – тип башланы Сәғит Шәкир улы, үҙе эстән генә “быға нимә кәрәк икән?” тип баш ватты.

– Ярай, аңлашылды, – тине башлыҡ. – Һиндә арендаға алынған, ситтән йәлеп ителгән техника бармы?

– Юҡ, – тине. – Мин алырға батырсылыҡ итмәҫ инем.

Башлыҡ уға аптыранып ҡараны:

– Һине иҫкесә эш итә торған етәксе тип тәнҡитләйәсәктәр. Шулай булһа, яңыбайҙар өлгөһөн ҡабатлап ҡуйма, сама бел. Күберәк эшләргә, күберәк юл һалырға кәрәк, ә техникаң етмәй. Бындай эштә арендаға техника алмай булмай. Бына һинән өс камаз, минән өс камаз еткән. Ҡалғаны беҙҙең эш. Төшөндөрә белдемме?

Төшөндө Сәғит. Башлыҡ яңыбайҙарҙың юлын ҡабатларға ҡуша, ҡушмай – бойора, хатта талап итә. Әлегә шулай килештеләр.

Сәғит, ҡайтҡас, бик оҙаҡ уйланып ятты. Әлбиттә, башлыҡ менән уртаҡ тел табыуы йәтеш, кем әйтмешләй, ҡул ҡулды йыуа, тимәк, битең дә таҙа була. Бер ай ҙа үтмәне, идаралыҡта өр-яңы алты камаз барлыҡҡа килде. Улар ҡайҙан килә, нниндәй йөк ташый, нисек ташый – берәү ҙә ҡыҙыҡһынманы. Сәғит Шәкир улы эште ойоштора белә. Бына камаздар һатып алған, тағы ҡайтасаҡ икән, тигән хәбәрҙәр генә ишетелеп ҡалды. Әлбиттә, алты камаз күп түгел, тигән фекергә килде Сәғит. Тағы дүртәүҙе ҡушып ебәрҙе. Уның ҡарауы, асфальт заводы иртәнге 6-нан төнгө 12-гә тиклем ҡара төтөн сығара, юлдар төҙөлә, план үтәлә. Премия килмәй, ағып тора. Бына бит, дәүләт ҡарамағындағы предприятие булғас, эшләүе нисек күңелле.

Башлыҡ бер көн тағы саҡырып алды.

– Һинең эшең өсөн ҡыуанам , – тине Таһир Муса улы. – Һине ҡуйып дөрөҫ эшләгәнбеҙ. Киләсәктә лә марканы төшөрмәйек. Тайташ районының данын бергә күтәрәйек.

Сәғит эштең рәтен белә: папкаһына ҡыҫтырып, мул ғына күстәнәс тә килтергәйне. Артҡы бүлмәлә сәй-мәй тотҡанда папканың эсе менән таныштырмаҡ булғайны, тегеһе, анауында ырғыт тип, шкаф яғын ғына күрһәтте. Ырғытманы Сәғит, һаҡ ҡына итеп һалып ҡуйҙы.

Икенсе көнөнә кис башлыҡ идаралыҡҡа үҙе килеп инде. Тәүҙә гаражды, идаралыҡты ҡарап сыҡты. Бик ҡәнәғәт ҡалды. Аҙаҡ күҙҙәренә йәүкәләп ҡарап:

– Һин мине бигерәк шаштырып ебәргәнһең бит, Сәғит Шәкир улы, – тине шатлығын йәшермәйенсә.

– Нисек шаштырғанмын? – тине начальник, башлыҡтың күҙенә ҡарап.

– Теге папкаңды әйтәм, байтаҡ һалғанһың бит.

– Күпме тейеш – шул хәтле һалдым, – тине Сәғит.

– Рәхмәт, Сәғит Шәкир улы, – тине башлыҡ. – Рәхмәт, ғүмерҙә онотмам.

Аҙаҡ хушлашыр адынан былай тине:

– Һиндә эш хаҡы ла һәйбәт икән, минең балдыҙ кейәүҙән айырылып ҡайтты, шуға бер эш тапмаҫһыңмы? Экономист та, бухгалтер ҙа булып эшләй ала.

Башлыҡ һорағанды нисек үтәмәйһең инде. Сәғит Шакир улы бухгалтерияның исемлеген ҡараны ла пенсионер апайҙы еңел генә эштән ебәрҙе. Өнөн тығыр өсөн бер-ике айлыҡ премия ла тотторҙо.

Килде башлыҡтың балдыҙы. Ғәзизә Самат ҡыҙы икән. Төҫкә-башҡа матур ғына, йыуаш ҡына тойола. Баҙнатһыҙ ғына тотондо. Бер аҙҙан үҙен һынар өсөн форсат та табылды.

Район юл өҫтөндә урынлашҡас, ҡунаҡ-төшөм булғылап тора. Ҙур ҡунаҡтар тегеләй үтһәләр ҙә, былай үтһәләр ҙә бында туҡталып китеүҙе мәртәбә һанай. Ҡышын, идаралыҡ эргәһендә ҡунаҡхана бар, шунда ойошторалар, ә йәй Дим буйында бик матур ғына ултыралар. Сәғит, аш-һыу ойоштороуҙың кимәле юғары булһа, ҡатынын йәлеп итә торғайны. Гөлсинә тәүҙәрәк бик теләп бара ине, һуңыраҡ баш тарта башланы. “Йәштәрҙе өйрәт, ауырыйым, билем һыҙлай, башым әйләнә”, – тип ебәрҙе.

Министр урынбаҫары, һуғылып, ҡунып китәм, тигән. Бер үҙе түгел икән. Күптән төшкәне юҡ ине был яҡҡа, Дим буйын күрһәтергә булдылар.

– Кемгә ҡушабыҙ? – тине Сәғит Шәкир улы урынбаҫарына. Тегеһе начальниктың күҙенә туп-тура ҡарап:

– Анауы Ғәзизә Самат ҡыҙы кисә беренсе эш хаҡын йыуҙырғайны. Бик матур әҙерләнгән, шуға өндәшеп ҡарайыҡ.

Сәғит уйға ҡалды, әлбиттә, идаралыҡта Ғәзизәнең башлыҡтың балдыҙы икәнен берәү ҙә белмәй. Үткәнендә Таһир Муса улы үҙе лә:

– Нисек башланы Ғәзизәкәй балдыҙ? – тип һорашып торҙо.

Маҡтаны Сәғит ҡатынды. Башлығы, уның күҙенә ҡарап:

– Ҡара уны, башын әйләндереп ҡуйма, – тип уйынлы-ысынлы киҫәтеп тә ҡуйҙы.

Дауамы бар.

Читайте нас: