+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Декабрь 2020, 12:32

КИЛӘСӘККӘ ӨМӨТ УЯТА

Республикабыҙҙа беренсе тапҡыр башҡорт теле көнө үтте. Үткән быуатты иҫәпкә алмағанда, әлегеһенең тәүге егерме йылы эсендә беренсе тапҡыр башҡорт телен һаҡлау, уның ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, үҫтереү, уны көндәлек ҡулланыуҙа тәьмин итеү йәһәтенән ихтыяж кимәленә күтәреү буйынса тәүге аҙымдар яһалды. Элек булһа, аптырап ҡарар инек: бөгөн Республика Башлығы менән Хөкүмәт премьер-министры үҙ-ара башҡорт телендә аңлаша. Ә бер ҡаланың башлығы яҡын арала башҡорт телендә аралашыуҙы үҙе өсөн маҡсат итеп ҡуйған. Икенсе бер башлыҡ бер нисә йыл элек матбуғатҡа яҙылыу буйынса ҡабул итеүҙе лә кәрәк тип тапмағайны. Бөгөн урынбаҫары, башҡорт баҫмаларына яҙылыуҙың барышы тураһында ҡыҙыҡһынып, шылтыратты.

КИЛӘСӘККӘ ӨМӨТ УЯТА
Республикабыҙҙа беренсе тапҡыр башҡорт теле көнө үтте. Үткән быуатты иҫәпкә алмағанда, әлегеһенең тәүге егерме йылы эсендә беренсе тапҡыр башҡорт телен һаҡлау, уның ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, үҫтереү, уны көндәлек ҡулланыуҙа тәьмин итеү йәһәтенән ихтыяж кимәленә күтәреү буйынса тәүге аҙымдар яһалды. Элек булһа, аптырап ҡарар инек: бөгөн Республика Башлығы менән Хөкүмәт премьер-министры үҙ-ара башҡорт телендә аңлаша. Ә бер ҡаланың башлығы яҡын арала башҡорт телендә аралашыуҙы үҙе өсөн маҡсат итеп ҡуйған. Икенсе бер башлыҡ бер нисә йыл элек матбуғатҡа яҙылыу буйынса ҡабул итеүҙе лә кәрәк тип тапмағайны. Бөгөн урынбаҫары, башҡорт баҫмаларына яҙылыуҙың барышы тураһында ҡыҙыҡһынып, шылтыратты.
Хәҙер дәүләт кимәлендәге йәки Хөкүмәт ултырыштарында башҡорт теле яңғырай икән, был – бик етди, тигән һүҙ. 14 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Хөкүмәт вице-премьеры Азат Баҙрановтың сығышы ла – шуға ишара:
“Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү – иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Һуңғы ике йыл эсендә Республика Башлығы хакимиәте, Хөкүмәт менән берлектә, башҡорт телен үҫтереүҙе яңыса кимәлгә сығарыу буйынса күп эш башҡарҙы. Түбән эффектлы элекке алымдар урынына, беҙ бөгөн башҡорт телен популярлаштырыу, тел мөхитен булдырыу (бигерәк тә, бәләкәй балалар өсөн) һәм башҡорт телен өйрәнеү өсөн һанлы инфраструктуралар барлыҡҡа килтереү кеүек саралар аша эш итәбеҙ.
“Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант” сараһы киң таралыу яуланы. Быйыл был акцияла 300 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Улар иҫәбендә РФ-ның 18 төбәге һәм 24 сит ил вәкиле бар. Текстарҙың төрлө кимәлдә булыуы ҡатнашыусыларҙың һанын күпкә арттырҙы. Бынан тыш, беренсе тапҡыр диктант яҙыусыларға Төньяҡ-көнбайыш диалектында текст варианты ла тәҡдим ителде. Башҡорт телен һәм башҡа туған телдәрҙе үҫтереү буйынса грант проекттары эше лә яңыса ойоштолдо. Эштәрҙе проектлау, конкурсҡа сифатлы тәҡдимдәр әҙерләү алып барылды, өҫтөнлөклө темалар исемлеге булдырылды. Мәҫәлән, 2018 йылда күпселек тәҡдимдәр китап нәшер итеүҙе, концерттар ойоштороуҙы күҙ уңында тотһа, 2021 йылға тәҡдим ителгәндәре күбеһе һанлаштырыу, мобиль ҡушымталар булдырыу, башҡорт телен уҡытыу буйынса яңы алымдар әҙерләү, балаларҙың тел мөхитен формалаштырыуға ҡоролған проекттарҙы (уйынсыҡтар, смартфондар һ.б. проекттар) тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай. Радий Фәрит улы, ҡыҙыҡлы һәм лайыҡлы заявкаларҙың бермә-бер күбәйеүен иҫәпкә алып, объектив рәүештә туған телдәрҙе һаҡлау гранттарының күләмен арттырыуҙы талап итә”.
Әгәр һанай башлаһаң, байтаҡ ҡына файҙалы башланғыстарға нигеҙ һалынған да икән. Был ҙур эштә ярым-ярты, икеле-микеле, башланған да ташланған йәки онотолған сараларға урын юҡ. Бөтә донъяла барған дөйөмләштереү туған телдәрҙе һаҡлауҙа аныҡ аҙымдар күреүҙе талап итә. Әгәр бөгөндән эшкә тотонмаһаҡ, бергәләп эшләмәһәк, туған телдәрҙә һөйләшеүселәрҙе үҙебеҙгә эҙләп йөрөргә тура килмәгәйе.
Ошо урында Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының “Тамыр” балалар телеканалы алып барған ғәйәт ҙур, файҙалы, йоғонтоло эшмәкәрлекте иҫкә төшөргө килә. Рәсәй кимәлендә тиҫтәләрсә тапҡыр танылыу яулаған “Тамыр” шул тиклем ҙур эш башҡара, хатта беҙ уны үҙебеҙ аңлап ҡына түгел, баһалап та еткермәйбеҙ, шикелле.
Тәүге ун йыллыҡта Башҡорт дәүләт академия драма театрында (әле һаман шаулап барған “Мулла”ның премьераһында түгелме икән?) Туфан Миңнуллин менән осрашыуҙа күҙ асып-йомғансы ғына булған бер ваҡиға иҫкә төшә. Эргәбеҙҙән, тыйнаҡ ҡына иҫәнләшеп, “Тамыр”ҙың директоры Гөлназ Ҡолһарина үтеп китте. Һүҙ араһында ғына Гөлназ Фәрит ҡыҙының ҡайҙа эшләүен әйтеп өлгөрҙөм. Туфан ағай шунда уҡ: “Бына шул “Тамыр” һымаҡ студия беҙгә лә кәрәк ине. Минтимер Шәрипович: “Мин һеҙҙе “Тамыр”ға ебәрәм, – ти ҙә ҡуя, – барығыҙ, өйрәнегеҙ, эшләгеҙ, – тип ҡыҫтай”, – тигәйне.
Бәлки был осрашыуҙы иҫкә лә алып тормаҫ инем, әгәр былтыр Татарстан телевидениеһында “Тамыр”ҙың клоны түгел, ләкин уға оҡшаш, хатта ҡабатлаған урындары күренә, тапшырыуҙар теҙмәһе барлыҡҡа килмәһә. “Шаян-ТВ” алтын-көмөшкә күмелгән бай балаһын хәтерләтә. Ундағы ялтырауыҡ, зиннәтле алымдар күҙҙе ҡамаштыра, ләкин файҙаһы аҙ тойола. Иң ҡыҙығы шул, беҙҙең “Тамыр”ға хас йылылыҡ, рух күтәренкелеге, тыуған илгә һөйөү, туған телгә мөхәббәт һәм һаҡсыл ҡараш тойолмай.
“Тамыр”ҙың хеҙмәттәрен таныу – бына күптән түгел генә яуланған сираттағы ТЭФИ.
Хәтер тоҡсайының мөйөшөндә саңлана биреп ятҡан осрашыу төньяҡ-көнбайыш райондарҙың береһендә шул осорҙа ифрат йоғонтоло башлыҡтың кабинетында булды.
Һөйләшеүебеҙ милли матбуғатҡа яҙылыу, башҡорт телен уҡытыу, туған телдәрҙе һаҡлау һымаҡ етди мәсьәләләргә арналды.
– Беҙ – башҡорттар, – тине хакимиәт башлығы, – беҙҙең шәжәрәләребеҙ бар. Бына – минең шәжәрәм, – тип күрһәтте ул үҙенекен. Эргәһендә ултырған урынбаҫарына өндәште, – ниңә өндәшмәйһең? Һеҙ ҙә башҡорттар бит. Һинең шәжәрәң ҡайҙа?
– Эйе, эйе, беҙ – башҡорттар! – тип дәртләнеп китте урынбаҫары. – Минең дә шәжәрәм бар. Тик телебеҙ генә үҙебеҙсә. Беҙҙе бит Ҡазан китаптары менән уҡыттылар.
Ун йыл самаһы ваҡыт үткәс, дөрөҫөрәге, 2010 йылдың көҙө, хәҙер элекке башлыҡ урынында элекке урынбаҫар ултыра һәм үҙен бик ышаныслы тоя, мин, ипле генә итеп, уның шәжәрәһен иҫкә төшөрәм.
– Беҙҙе ҡайҙа ғына тартманылар. Өфөлә бер төрлө һөйләйҙәр, үҙебеҙҙә – икенсе төрлө. Шәжәрәне лә яҙып була, – тине ул, үҙ алдына һөйләнгәндәй, – хәҙер заман үҙгәрҙе. Хаталар ҙа булды. Әйҙә, бөгөн тел тураһында һөйләшмәйек, ауыл хужалығы яҙмышы хаҡында һөйләшәйек.
Заман һәм хакимиәт үҙгәреүенә һылтанып, телдәрҙе һаҡлауҙы һәм өйрәнеүҙе ваҡытлы күренеш тип һанаусылар, үкенескә ҡаршы, әле лә бар. Башҡорт теле көнө менән бәйле, саралар теҙмәһе бик күптәрҙең иғтибарын йәлеп итте. Күренеп тора, ул йылына бер генә үткәрелгән сара түгел. Хәҙер уның йоғонтоһон күтәреү, файҙаһын арттырыу мәсьәләһе көнүҙәк. Ошо урында йәмәғәтселек, ғалимдар үҙҙәренең тос һүҙен аныҡ эштәр менән нығытырға бурыслы.
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ
Фото: Юлай Кәримов, "Башинформ"
Читайте нас: