+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Декабрь 2020, 18:15

ЙӘЙГЕ ТЕАТР?.. УЛ БЕҘГӘ КӘРӘКМЕ?

Йоғошло сир ниндәй генә ҡатмарлы булмаһын, ул да бер заман юҡҡа сығыр. Тормош дауам итә, киләһе атыр таңдарға ҡарап йәшәйек. Өфө ҡалаһы һымаҡ, миллиондан ашыу кеше йәшәгән мегаполис өсөн хас, ләкин хәл итерлек проблема бар. Ул да булһа, ҡалала йәшәүселәрҙең һәм бында килгән ҡунаҡтарҙың концерт-театр тамашаларына ҡарата ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү.

ЙӘЙГЕ ТЕАТР?..
УЛ БЕҘГӘ КӘРӘКМЕ?
Йоғошло сир ниндәй генә ҡатмарлы булмаһын, ул да бер заман юҡҡа сығыр. Тормош дауам итә, киләһе атыр таңдарға ҡарап йәшәйек.
Өфө ҡалаһы һымаҡ, миллиондан ашыу кеше йәшәгән мегаполис өсөн хас, ләкин хәл итерлек проблема бар. Ул да булһа, ҡалала йәшәүселәрҙең һәм бында килгән ҡунаҡтарҙың концерт-театр тамашаларына ҡарата ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү.
Дөрөҫ, Өфөлә профессиональ театрҙар ҙа, дәүләт фалармонияһы ла, ҡала хакимиәте ҡарамағындағы “Мираҫ” концерт төркөмө лә бар. Ләкин, нисек кенә сәйер тойолмаһын, барлыҡ театрҙар ҙа, тип әйтерлек, май айҙарына тиклем, үтәлгән бурыс тойғоһо менән, миҙгелде ябып та ҡуялар. Һирәк-мирәк гастролдәргә сығып йөрөүҙәре лә бик ихтимал. Араларында бәлки театр фестивалдәре, алмаш тамашалар булыуы ла бик мөмкин. Ғәҙеллек өсөн, билдәләргә кәрәк, беҙҙең театрҙарҙың профессиональ кимәле бик юғары. Улар ҡуйған спектаклдәр йыш ҡына иң ҙур бәйгеләрҙә юғары урындар яулай. Хәйер, беҙ күтәрәсәк темаға театрҙарҙың мөнәсәбәте – сағыштырмаса, тип кенә әйтергә мөмкин. Сөнки улар, йылға яҡын барған оҙайлы һәм ауыр “миҙгел”дән һуң, үҙҙәренең ялға хоҡуғын файҙаланырға тейеш.
Ә майҙан сентябрь аҙаҡтарына тиклем баш ҡалабыҙ халҡы һәм уның ҡунаҡтары нимә эшләргә тейеш һуң? Башҡа ҡалаларҙа был мәсьәлә нисек хәл ителгән? Төрлөсә ойошторолған. Мәҫәлән, Пермь ҡалаһында йәйге театр бар. Ә Ҡазанда театрҙар йәй көнө үҙҙәренең тамашасыларынан айырылмаҫҡа тырыша. Хатта балалар өсөн дә йәйге театр эшләй икән.
Мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынғанда шул асыҡланды: Рәсәй киңлектәрендә Өфө ҡалаһы – үҙенең йәйге театры булмаған берҙән-бер мегаполис икән.
Әйтеп үтеүебеҙсә, ифрат көслө театрҙары, мәҙәни традициялары көслө булған баш ҡала өсөн был үҙе шулай уҡ ауыр һәм хәл ителмәҫлек проблемамы икән? Юҡ. Хатта революцияға тиклем Аксаков паркында Веденеевтың йәйге театры эшләгән һәм ул шул осорҙағы ҡала халҡының ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән.
Йәйге театр... Өфө ҡалаһында беҙ уны ҡайҙа күҙ алдына килтерәбеҙ? Бының өсөн иғтибарыбыҙҙы Салауат Юлаев һәйкәленә, “Торатау” конгресс-холына, шунда уҡ асылған “Ватан” этно-паркына, йәй көнө йөҙҙәрсә мең тамашасыһын йыйған концерт сәхнәләренә йүнәлтәйек. Унан түбәнерәк, батырыбыҙ һәйкәленән “Дуҫлыҡ” монументына тиклем булған, яҡын ваҡытта төҙөлөп бөтөүгә дәғүә иткән таш һәм металдан ғына торған, дөрөҫ булһа, 12 миллиард һумға төшкән (тәүбә, әстәғәфирулла, тәүбә!) Ағиҙел йылғаһының яр буйы ла бар бит әле. Ике тапҡыр төшөп ҡараным мин яр буйын. Ҙур-ҙур таш өйөмдәренән һәм дар ағасын хәтерләткән (уларҙы элекке башлыҡ исеме менән бәйләйҙәр икән) бағаналарҙан башҡа, бер нимә лә хәтерҙә ҡалмаған. Ә бит был яр буйы быға тиклем бер ниндәй инфраструктураһыҙ, ошо яҡтың иң төшөмлө урындарының береһе ине. Төшөмлө, тигәс, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, был яр буйын үҙ файҙаһына борорға, ит ҡурырға һәм тирә-яҡҡа төтөн таратырға теләүсе Ҡафтау егеттәре бөгөндән һәм йыл әйләнәһенә аҡса һуғырға әҙер.
Хәтерләйһегеҙҙер, яр буйы комплексын асыу тантанаһы бер нисә тапҡыр кисектерелде. Асырға мөмкин, ләкин уны халыҡҡа файҙалы йүнәлештә тотонорға ла кәрәк бит әле. Йәки уның йөкмәткеһе ситтән килгәндәрҙең түгел, ошонда йәшәүселәрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының ихтыяждарына яуап бирер ине.
Яңыраҡ Республика Башлығы Радий Хәбировтың Хөкүмәткә һәм ҡыҙыҡһынған яҡтарға яр буйын файҙалы итеү, уны ҡала халҡының яратҡан ял урынына әйләндереү өсөн тәҡдимдәр индерергә, тигән күрһәтмәһе ишетелеп ҡалды. Беҙгә ҡалһа, бик аҡыллы һәм урынлы тәҡдим. Сөнки тиҫтәләрсә миллиард һумға төҙөтөп, яр буйҙарын кемдәргәлер, аҡса һуғыу өсөн, тоттороп ҡуйыу дөрөҫ булмаҫ ине. Ошонда уҡ кино-концерт залдар, асыҡ эстрада, спорт, фольклор түңәрәктәре, сувенирҙар һатыу, милли аш –һыу, ҡымыҙ менән тәьмин итеү һәм башҡа тамашалар урындары асыу ҙа отошло булыр ине. Шунда, иркен урындарҙың береһендә, күҙемә йәйге театр салына. Ул милли биҙәктәргә күмелгән, үҙе әллә Торатауҙы, әллә ғәйәт ҙур башҡорт тирмәһен хәтерләтеп тора. Өфө ҡалаһына йыл һайын йөҙҙәрсә мең ҡунаҡ килһә, ял көндәрендә Салауат майҙаны һәм батыр һәйкәле эргәһенән 7-8 меңгә тиклем кеше үтә. Бында тормош тәүлек әйләнәһенә, хатта төндә лә тынмай. Иң мөһиме, уңайлы ғына парковкалар бар. Әгәр полиция сводкаһына ышанһаҡ, бында хатта енәйәт осраҡтары ла бик һирәк теркәлә.
Әртистәрҙән төркөм туплап, ошонда тамашалар булһа, спектаклдәр ойошторолһа, халыҡтың күңеле булып ҡайтыр ине.
Айырыуса, быйыл, Бөтә донъя фольклориадаһын көткәндә, бындай эш бик ҙур сәйәси һәм мәҙәни әһәмиәткә эйә. Башҡалар был хаҡта нисек уйлай икән?
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ
Читайте нас: