Артабанғы ваҡиғалар һәүетемсә генә барһа ла, байтаҡ кешенең ысын йөҙөн асырға мөмкинлек бирҙе. Көтөлмәгән ярҙам ҡәйнә яғынан килде. Мәрхүм олатай былай ғәҙел кеше булған икән, ике ҡыҙының, өс улының тормошҡа кәрәкле йорт-йыһаз, хатта транспорт мәсьәләләрен дә хәл итеп китергә тырышҡан. Ҡарсығы шыпа ҡартайһа ла, ҡартының һәр бер һүҙен хәтерендә тотҡан, ғәҙеллекте һаҡларға тырышҡан һәм мөлкәт мөнәсәбәттәрен ҡорғанда эште хөкөм залына тиклем алып барып еткермәүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Тәү ҡарамаҡҡа, бөтәһе лә ғәҙел, йәшәргә урыны менән тәьмин ителгән, шуға низағҡа урын юҡ һымаҡ тойолғайны. Ләкин Фуат үҙен рәнйетелгән һәм байлыҡ бүлешеүҙән мәхрүм ителгән һымаҡ итеп тоя һәм әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, улы, ҡыҙы менән йәшәп ятҡан Сәбиләнең, йәки үҙенең балаларының, фатирына иҫәп тота, имеш. Кем белә, бәлки үҙ аҡылы менән дә эш итмәйҙер. Бында йәш бисәһенең нәфсеһе һәм йоғонтоһо тойолған һымаҡ. Әле быға тиклем берәү ҙә күрмәгән был ҡатын, көсөн һәм йоғонтоһон күрһәтеү маҡсатында, бер нисә сара ҡулланмаһа, йәғни ирен (Фуатты була инде) заманса фатирынан ҡыуып сығарма һәм бер осраҡта ниндәйҙер таныштары аша полицияға таянмаһа. Был хәл бәлки күҙгә лә салынмаҫ ине, йәш бисә үҙенең көс акцияһын видеоға төшөрөп, иң алдынғы алымдарҙы ҡулланып, иренең ағай-энеләренә, апаларына-һеңлеләренә таратып сыҡмаһа. Юрист ҡәйнеш еңгәһенә: “Фатирҙы бүлешеүгә Фуатты индереү, уны мөлкәт хужаһы итеп таныу буласаҡ һәм теге еңгә ағайҙы тағы бер-ике тапҡыр һелкетеп алһа, йәғни, фатирҙы бүлешеүгә һәм үҙ өлөшөн яулап алыуға булышлыҡ итәсәк” – тип аңлатып бирҙе.
Сәбилә ныҡ торҙо, сөнки шулай кәрәк ине. Әгәр был юлы ла ауыҙын асып торһа, йомшаҡлыҡ күрһәтһә, ваҡытында эләктереп ҡалмаһа, был фатирҙан ҡолаҡ ҡағасаҡ. Өлөшләтә булһа ла.
Алда оҙайлы, һәр яҡты йонсоторлоҡ, адвокаттарҙы байытырлыҡ алыш көтә ине. Ярҙам бөтөнләй көтмәгәндә үҙенән-үҙе килеп инде.
Тәүге алыш, йәғни суд ултырышы еңел генә башланһа ла, Фуаттың йәш ҡатыны яллаған бер түгел, ике адвокаттың тырышлығы менән, ҡатмарлы ғына төҫ алды. Әллә ҡайһы арала Фуат был ҡатындың эйәреп килгән ҡыҙын үҙенә яҙҙырып өлгөргән, әле йәшәгән фатир ғыналары ла заманса һәм яңы булһа ла, бәләкәй икән. Әгәр Сәбиләнең фатирынан, әҙ ҙә түгел, күп тә түгел, олатайҙың туранан-тура вариҫы булараҡ, иң кәмендә яртыһын бүлеп бирһәләр, таман булыр, хатта ғәҙеллек тә тантана итер һымаҡ ине. Етмәһә, эйәртеп алып килгән еткән ҡыҙы менән бәләкәй генә малайына тиклем, Сәбилә яғына ҡарап, азырайышып торалар. Ҡуй инде, Сәбиләнең вайымһыҙлығы. Анауы, ҡыҙы менән малайын эйәртеп килһә, ни булған? Тәүҙәрәк эйәртергә уйы бар ине, кемгә оҡшағандарҙыр инде, ҡыҙы – зачет, кесеһе – бөгөн конкурс, тип мәктәпкә тартылдылар.
ЗАГС таныҡлығы тураһында һүҙ сыҡҡас, Сәбилә, әллә ни ҙур өмөт бағламай ғына, “Ләлә-тюльпан”дан тоттороп ебәргән, хәҙер инде шаҡтай туҙған һәм уңған ҡағыҙ ярпыһын сығарып һалды. Йәш бисәнең адвокаттары мыҫҡыллы йылмайышһалар ҙа, судья әллә тәүге тапҡыр күргәнгә, был ҡағыҙҙы бик ентекләп өйрәнде, хөрмәт менән ҡабул итте, хатта хуплауын белдәргән һымаҡ, ыңғайлап, баш һелкеп ҡуйҙы.
Суд әлегә аныҡ ҡына ҡарарға килә алманы, бер айға тәнәфес иғлан итте. Тегеләр еңеүгә бер генә ынтылырға ҡалған ҡиәфәт менән таралһа, Сәбилә был алыштың нимә менән бөтөрөн дә күҙ алдына килтерә алмай, иң һуңғы сиктә, булғандың яртыһын һаҡлап ҡалыу ҙа уның өсөн ҙур ҡыуаныс булыр һымаҡ ине. Сөнки суд залынан сығыр алдынан өс сәғәтләп барған алыштан башы әйләнгәнән Сәбилә тәүге тапҡыр Фуатҡа күҙ һирпеп алды һәм тертләп ҡуйҙы. Уныһы тамам ябыҡҡан, күҙҙәре эскә батҡан, танауы ослайған, яурындары һалынып төшкән, хатта бөкөрәйгән һымаҡ тойолдо. Хәтеренә иренең уға төртөп күрһәтеп, сәсеңде тара, битеңде йыу, үҙеңде ипкә килтер. Һин бит хәҙер бер центнер. Миңә килгәндә, алтмыш ҡына кило инең, тигән мыҫҡыллы һүҙҙәре ишетелеп ҡалғандай тойолдо. Үсәмәне Сәбилә, ҡыуанманы ла. Уйланды. Оҙаҡҡа барырмы икән, юҡмы икән, тип шөбһәләнде. Теге юрист ҡәйнеше, Мансур була инде, әсәһенең күрһәтмәһенә ярашлы, судта баштан аҙаҡҡа тиклем ҡатнашырға, кәрәк булһа, атайҙың һүҙҙәрен еткерергә, һәр хәлдә, Сәбиләнең мәнфәғәттәрен яҡларға бурыслы ине. Ағайҙан ҡурҡтымы икән, бер һүҙ ҙә өндәшмәне, ҡарап ҡына ултырған һымаҡ булды. Хәйер, быныһына ла рәхмәт.
– Ағайыңа нимә булған ул? – тип һораны Сәбилә ҡәйнешенән.
– Мин үҙем лә аптырайым, еңгә. Һуңғы бер-ике айҙа биреште лә ҡуйҙы шул.
– Әллә эсәме? – тип һораны Сәбилә.
– Эллекке һымаҡ, артығын эсә алмай, тотҡолағаны һиҙелә.
– Бигерәк тә бөткән һымаҡ тойҙом. Бәлки яртыһын бирербеҙ ҙә ҡуйырбыҙ? – тине Сәбилә, аптырағандың көнөнән.
– Һин нимә һөйләйһең, еңгә? Атайым әсәйемә әйткән: “Фуатҡа ышаныс юҡ, Сәбиләгә һәм уның ҡыҙы менән улына – өс бүлмә”. Әгәр мин әсәйемдең талабын боҙһам, атайҙан ҡалған “Джип” миңә эләкмәйәсәк. Икенсенән, ағайым алһа ла, бисәһе, фатирҙы һатып ебәреп, аҡсаһын үҙенә тартып аласаҡ. Ә аҙаҡ инде үҙен дә ҡыуып сығарасаҡ.
Фуат ҡыҙы менән улынан фатирын тартып алып өлгөрмәне. Ике көндән суд була, тип көткәндә әлеге, ҡан баҫымы күтәрелеп, ауырып китте. Йәш бисә, ярҙам итә, тип коньягын да эсереп ҡарағайны, ир тамам йығылды, ҡатыны “тиҙ ярҙам”ды саҡыртмай, байтаҡ ҡына ҡырталашты, аҙаҡ ирҙең хәленең тамам мөшкөлләнеүен күргәс, үҙе шылтыратырға мәжбүр булды.
“Тиҙ ярҙам” саҡ алып барып еткерҙе. Тамсы ҡуйып, укол ҡаҙап, саҡ эшкиндереп алдылар.
Фатирында, аҙаҡ дауаханала ни үле, ни тере ятҡан Фуат ҡатынының ни өсөн “тиҙ ярҙам” саҡыртмай ҡырталашыуын, аҙаҡ үҙен ниндәй яҙмыш көтөүен аңланы, шикелле. Дауаханаға йәш бисә бер тапҡыр ҙа килмәне. Уның ҡарауы, Мансур Сәбиләнең билмәнен, яңы ғына бешкән һурпаһын байтаҡ ташыны. Хәлһеҙ ятҡан Фуат кемдең нисек бешергәнен белә шул. Һоғалана-һоғалана ашаған сағында күҙ йәштәрен саҡ тыйып ултырҙы. Ҡайтыр ваҡыт еткәс тә, үҙен алырға әлеге юрист ҡустыһы килгәйне. Ағаһы “Джип”ҡа кереп ултырғас:
– Йә, ҡайҙа барабыҙ, ағай? – тип кинәйәле генә өндәште.
Ағайҙы был һорау аптыратты. Аһ! Ағай ҡапылда өндәшмәне. Һайлар мөмкинлек булһасы. Ғүмер буйы ҡылған хаталарҙы төҙәтергә яраһасы, тип эстән генә әсенеп ҡуйҙы. Шунан һуң телефонын алып, кемгә шылтыратырға белмәгән ҡиәфәт менән байтаҡ ултырҙы.
– Эшем күп, ағай, ҡабаланһаҡсы, – тип ҡусты ишаралап ҡуйҙы.
– Ҡабаланма. Көтөрһөң! – тине ағаһы. – Ағайыңды көн һайын ултыртып йөрөтмәйһең.
Фуат моңһоу ғына йылмайып ҡуйҙы, ҡустыһына бер ҡараны һәм телефонынан кемгәлер шылтыратты:
– Һаумы! Һин миңә кәрәк, мин һиңә ҡайтам, – тине.
Теге башта тәүҙә өндәшмәнеләр. Аҙаҡ салонға:
– Ҡасанға тиклем ҡайтаһың? – тигән һорау ишетелде.