+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Декабрь 2020, 21:50

ТОРМОШ ЮЛДАРЫ ҠАТМАРЛЫ (ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ – 2 Дүртенсе бүлек) Хикәйә

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ һәм ҡулланыусыларыбыҙ! Күптәрегеҙ иғтибар иткәндер, беҙ кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәренең йылы һәм яҡын булыуы, мөхәббәт, ғаилә һымаҡ мәңгелек ҡиммәттәрҙе ыңғай һәм яҡты итеп һүрәтләү яғындабыҙ. “Ғүмерлек юғалтыу” исеме менән сыҡҡан күренештәр ҙә кешеләрҙе насар аҙымдарҙан ҡурсалау маҡсатында эшләнгәйне. Нисек кенә булмаһын, тормош хаталарҙан ғына тормай. Кешеләр үҙ-ара ярышып донъя көтә, бәхеткә ынтыла, үҙҙәренең ғаиләләрен тормош кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итергә тырыша. Уҡыусыларыбыҙ Миңнур ханымдың ҡыҙы Йәмилә, уның иптәше Иршат яҙмышының тулыһынса күрһәтелмәүенә дәғүә белдергән һымаҡ булғайны. Беҙ иһә, уларҙың артабанғы тормошон күҙалларға вәғәҙә иткәйнек. Бына әлеге “Тормош юлдары ҡатмарлы” исемле күренештәр теҙмәһе шул маҡсаттан сығып тәҡдим ителә. Р. Ғәлимов артабан да яҙып ебәрҙе. Редакция. -1- -2- -3- ТОРМОШ ЮЛДАРЫ ҠАТМАРЛЫ (ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ – 2 Дүртенсе бүлек) Хикәйә Һөйөнөстөң сиге юҡ. Йәмилә менән Иршат Гөлсирә исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Миңнур ханым иһә, бөтөнләй үҙгәреп, йәшәреп киткәндәй тойолдо. Хәҙер ул көнөнә биш намаҙын ҡалдырмай, бисмиллаһыҙ бер нимәгә тотонмай, кәрәк булһа, мәсетенә лә барып етә, мохтаждарҙы күрһә, хәйерен дә өләшә. Хәҙер ғаиләнең эше күбәйҙе. Миңнур ханым ғүмер буйы ҡала өйҙәрендәге ҡыҫыҡ фатирҙа түгел, бәләкәй генә булһа ла, ауыл өйөндә йәшәү хаҡында хыялланған икән. Иршат кейәүе төҙөлөш менән шөғөлләнә башлағас, Йәмилә сауҙа тирәһендә нығынғас, Миңнур апайҙың электән йыйған аҡсаһы ла бар ине, пенсияһы әле лә мул, ҡала эргәһендә генә ун сутыйҙан артыҡ ер һатып алып, өй төҙөп керҙеләр. Улар эргәһендә беҙҙең халыҡ байтаҡ икән, танышып, аралашып киттеләр, дуҫлаштылар һәм хәҙер үҙ-ара ярышып донъя көтәләр. Бына, мәҫәлән, эргәлә генә Мирхәт менән Сәүиә йәшәй. Улар Йәмиләләрҙең ҡыҙы менән йәштәш малай үҫтерәләр. Сәүиә шаяртмай ҡуймай инде. Гөлсирәне күрһә: – Гөлсирә үҫеп етһә, беҙ уны Әхиәргә кәләш итеп алабыҙ, – ти ҙә ҡуя. Йәмилә лә шаяртыуға ҡаршы шаяртыу менән яуап бирә: – Әхиәрең үҫеп кенә етһен, беҙ уны кейәү итәбеҙ, – ти. Уларҙың йорттары урынлашҡан ҡасаба – урман эсендә. Иртәнән кискә тиклем автобус өҙөлмәй, шулай ҙа, үҙ машинаңа етмәй шул. Иршат бер көн, иҫкерәк булһа ла, “жигули” һатып алып ҡайтты. Эстән генә, “күрегеҙ, ҡыуанығыҙ, мин машина һатып алдым”, – тигәндер инде, уныһын урам яғына ултыртып уҡ ҡуйҙы. Иң тәүҙә быны Мирхәт менән Сәүиә күреп ҡалды. Сәүиә сәйен дә йотмай, ҡалағын да һалмай, тәҙрәгә ҡапланды: – Мирхәт! Былар нимә эшләй ул? – тине. Мирхәт йүгереп килеп, икенсе тәҙрәгә ҡапланды. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ир-ат эсендәген тышҡа сығарырға бик ашҡынып бармай. Мирхәт өндәшмәне. Әллә уфтаныу, әллә көрһөнөү өнө генә сығарып ҡуйҙы: – Машина алғандар түгелме һуң? – Бер ниндәй ҙә “түгелме һуң” түгел! Машина һатып алғандар! – Ни эшләйек, ҡотларға керәйекме? – тине ире.

Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ һәм ҡулланыусыларыбыҙ! Күптәрегеҙ иғтибар иткәндер, беҙ кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәттәренең йылы һәм яҡын булыуы, мөхәббәт, ғаилә һымаҡ мәңгелек ҡиммәттәрҙе ыңғай һәм яҡты итеп һүрәтләү яғындабыҙ. “Ғүмерлек юғалтыу” исеме менән сыҡҡан күренештәр ҙә кешеләрҙе насар аҙымдарҙан ҡурсалау маҡсатында эшләнгәйне. Нисек кенә булмаһын, тормош хаталарҙан ғына тормай. Кешеләр үҙ-ара ярышып донъя көтә, бәхеткә ынтыла, үҙҙәренең ғаиләләрен тормош кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итергә тырыша.
Уҡыусыларыбыҙ Миңнур ханымдың ҡыҙы Йәмилә, уның иптәше Иршат яҙмышының тулыһынса күрһәтелмәүенә дәғүә белдергән һымаҡ булғайны. Беҙ иһә, уларҙың артабанғы тормошон күҙалларға вәғәҙә иткәйнек. Бына әлеге “Тормош юлдары ҡатмарлы” исемле күренештәр теҙмәһе шул маҡсаттан сығып тәҡдим ителә. Р. Ғәлимов артабан да яҙып ебәрҙе.
Редакция.

ТОРМОШ ЮЛДАРЫ ҠАТМАРЛЫ
(ҒҮМЕРЛЕК ЮҒАЛТЫУ – 2
Дүртенсе бүлек)
Хикәйә
Һөйөнөстөң сиге юҡ. Йәмилә менән Иршат Гөлсирә исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Миңнур ханым иһә, бөтөнләй үҙгәреп, йәшәреп киткәндәй тойолдо. Хәҙер ул көнөнә биш намаҙын ҡалдырмай, бисмиллаһыҙ бер нимәгә тотонмай, кәрәк булһа, мәсетенә лә барып етә, мохтаждарҙы күрһә, хәйерен дә өләшә. Хәҙер ғаиләнең эше күбәйҙе. Миңнур ханым ғүмер буйы ҡала өйҙәрендәге ҡыҫыҡ фатирҙа түгел, бәләкәй генә булһа ла, ауыл өйөндә йәшәү хаҡында хыялланған икән. Иршат кейәүе төҙөлөш менән шөғөлләнә башлағас, Йәмилә сауҙа тирәһендә нығынғас, Миңнур апайҙың электән йыйған аҡсаһы ла бар ине, пенсияһы әле лә мул, ҡала эргәһендә генә ун сутыйҙан артыҡ ер һатып алып, өй төҙөп керҙеләр. Улар эргәһендә беҙҙең халыҡ байтаҡ икән, танышып, аралашып киттеләр, дуҫлаштылар һәм хәҙер үҙ-ара ярышып донъя көтәләр. Бына, мәҫәлән, эргәлә генә Мирхәт менән Сәүиә йәшәй. Улар Йәмиләләрҙең ҡыҙы менән йәштәш малай үҫтерәләр.
Сәүиә шаяртмай ҡуймай инде. Гөлсирәне күрһә:
– Гөлсирә үҫеп етһә, беҙ уны Әхиәргә кәләш итеп алабыҙ, – ти ҙә ҡуя. Йәмилә лә шаяртыуға ҡаршы шаяртыу менән яуап бирә:
– Әхиәрең үҫеп кенә етһен, беҙ уны кейәү итәбеҙ, – ти.
Уларҙың йорттары урынлашҡан ҡасаба – урман эсендә. Иртәнән кискә тиклем автобус өҙөлмәй, шулай ҙа, үҙ машинаңа етмәй шул. Иршат бер көн, иҫкерәк булһа ла, “жигули” һатып алып ҡайтты. Эстән генә, “күрегеҙ, ҡыуанығыҙ, мин машина һатып алдым”, – тигәндер инде, уныһын урам яғына ултыртып уҡ ҡуйҙы. Иң тәүҙә быны Мирхәт менән Сәүиә күреп ҡалды. Сәүиә сәйен дә йотмай, ҡалағын да һалмай, тәҙрәгә ҡапланды:
– Мирхәт! Былар нимә эшләй ул? – тине. Мирхәт йүгереп килеп, икенсе тәҙрәгә ҡапланды. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ир-ат эсендәген тышҡа сығарырға бик ашҡынып бармай. Мирхәт өндәшмәне. Әллә уфтаныу, әллә көрһөнөү өнө генә сығарып ҡуйҙы:
– Машина алғандар түгелме һуң?
– Бер ниндәй ҙә “түгелме һуң” түгел! Машина һатып алғандар!
– Ни эшләйек, ҡотларға керәйекме? – тине ире.
Сәүиәнең эсендә ниндәй уттар янғандыр, билдәһеҙ, ләкин ул үҙендә ҡыуанырлыҡ көс таба алманы. “Йә инде, – тине ул эстән генә, – килгәне бирле, аҡса юҡ, аҡса аҙ, тип зарландылар, ә үҙҙәре машина һатып алғандар. Кешенең аҫтыртынлығына хайран ҡалырһың! Икәүләп ғүмер буйы эшләйбеҙ, ә машиналыҡ аҡса йыйған юҡ әле.
– Бигерәк иҫке күренә был, – тип һығымта яһаны Мирхәт, – иҫкегә иҫтәре киткән икән.
– Иҫкене алған. Ә һинең (Сәүиә йолҡоштоң, тип әйтергә уйлағайны) иҫкенең иҫкеһе лә юҡ. Белмәйем, нисек йәшәрһең?
Сәүиәнең эсендә дөрләп янған уттарҙың ҡайнары Мирхәтте бешергән һымаҡ булды:
– Алһа, ала инде, мин хәҙер ятып үләйемме ни?
Хәҙер нисә йыл йәшәйҙәр, Сәүиә ирен еңгәне, ә ире унан еңелгәне юҡ. Сәүиә былтыр ире менән ныҡ ҡына сәкәләшеп алғас, ҡәйнәһе: “Һин иреңде әрләмә, битенән алма, киреһенсә, һин уны маҡтап ҡара, дәртләндереп эшләт”, – тип кәңәш биргәйне. Берәү булһа, иренә: “Һинме һуң инде “жигули” ала торған кеше? Һинең бит велосипедың дә юҡ. Һин дә, мин дә, һинең арҡала, ғүмер буйы автобуста интегеп йөрөйәсәкбеҙ”, – тип әйтер ине. Ә Сәүиә нимә тине?
– Мирхәт, һинең ҡулыңдан килмәгән эш юҡ. Быларҙың машинаһы нимә, пүстәк! Һин арыуырағын аласаҡһың. Был өйҙө кем төҙөнө, тиһең? Һин төҙөнөң. Нимә, машина ала алмам, тиһеңме? Аласаҡһың.
Ир генәһе күҙ алдында йөҙө яҡтырып, бер аҙ ҡабарып киткәндәй булды. Һаран ғына йылмайҙы, Сәүиәнең һүҙҙәрен яңынан иҫенә төшөрҙө. Бер мөнәсәбәте булмаһа ла, улы Әхиәрҙе арҡаһынан дөпөлдәтеп, яратып алды.
– Ярай, улайһа, иртәгә мин баҙарға сығып киләм, – тине.
– Унда нимә бар? – тине Сәүиәһе.
– Машина һайлайбыҙ. Күршеләр тәгәрмәсле булғанда, мин йәйәү йөрөй алмайым. Намыҫым ҡушмай, – тине.
– Ә аҡсаң бармы һуң? – тине Сәүиә. Тауышында үсекләү, көлөү, кәмһетеү юҡ, бары тип ҡатын-ҡыҙ өсөн хас ҡыҙыҡһыныу ғына төҫмөрләнде.
– Табырбыҙ, – тине битараф ҡына.
Улар икәү кәңәшләшкән арала, Әхиәрҙең юҡҡа сығыуын һиҙмәй ҙә ҡалды. Әхиәр йүгереп, машина эргәһенә сыҡты һәм күршеләрҙең ҡыҙы Гөлсирәне күреү менән: “Беҙ йәкшәмбе машина алырға барабыҙ!” – тип иғлан итте. Гөлсирә өйгә лә инеп тормай, тәҙрәнән генә әсәһенә: “Әсәй, Әхиәрҙәр иртәгә машина алырға бара”, – тине. Йәмилә был хәбәрҙе ҡабул итеү менән, пырхылдап көлөп ебәрҙе һәм ире эргәһенә аш бүлмәһенә сыҡты. Ошонда иғтибарҙы ниндәйҙер тутығып бөткән “жигули” түгел, иң кәмендә “Тойота”, йә “Мерседес”ҡа өҫтәп, бер болан алып ҡайтҡан һунарсы ҡиәфәтендә ултырған Иршатҡа диҡҡәтләп ҡарайыҡ.
– Нимә бар? – тине ул олпат һәм нимә мине юҡ-барға борсойһоғоҙ, тигән ҡиәфәт менән.
– Гөлсирә әйтә, Әхиәр өндәшкән, улар иртәгә машина алырға бара, ти.
– Ну вот! Ҡыҙыу ҡоралланыу башланды! – тине ул, элек ГДР-ҙа совет ғәскәрендә хеҙмәт иткәнендә ишеткән бер политинформацияны иҫкә төшөрөп. – Алһындар. Унда машина етерлек.
– Ә һин уларҙы машина “йыуырға” саҡырайыҡ, тигән булаһың, – тине ҡатыны.
– Саҡырма! – тип өҙҙө. – Ҡотлағылары килһә, үҙҙәре инерҙәр.
– Мин дә шулайтып торам. Теләһәләр, керерҙәр.
Кис, ҡараңғы төшкәнсе, теге яҡтан ул-был аҙымдар тойолманы. Шулай ҙа Йәмилә тултырып аш һалды, ағай-энеһенән бер-ике кешегә шылтыратып, машина хаҡында иғлан итте, тегеләре тиҙ арала килеп, машинаны күреп китергә теләк белдерҙе.
Миңнур ханым араҡыны күп алмаҫҡа кәңәш бирҙе. Үҙе сығып, машинаны ике ҡулы менән дә һыпырып, һөртөп, юлаусыларға изге юлдар теләй торған доғаны уҡыны. Кисен инде өҫтәл тирәләп ултырыша ғына башлағайнылар, “Һеҙҙең шатлығығыҙҙы уртаҡлашырға мөмкинме?” – тип, Мирхәт менән Сәүиә, Әхиәрҙәрен эйәртеп, килеп тә инде.
– Ә мин әйтәм, күршеләр машина алырға йыйынмай ине, тим. Бик шәп булған! Ҡотлайым! Иҫән-һау йөрөгөҙ!
Ғәҙәт буйынса, шунан һуң ирҙәр күмәкләшеп машина янына сыҡтылар. Уныһын әйләнеп-әйләнеп ҡаранылар. Үҙҙәре машина менән килгәндәр, был мәсьәләгә ҡарата үҙҙәренең мәғлүмәтле икәнлектәрен белдереп, тәҙрәләрен һөрткөләп, көҙгөһөн борғолап, тәгәрмәстәренә типкеләп алдылар.
– Күпме үткән? – тине Йәмиләнең ағаһы.
– Белмәйем, – тине Иршат, – 64 мең тине.
Ҡайнаға шунда уҡ салонға инеп ултырҙы, педалдәргә баҫҡыланы, аҙаҡ, ышанмайынса, педалдәрҙе тотҡолап-һөрткөләп ҡараны:
– Шул сама булғандыр. Күрәһеңме, педале әле өр-яңы һымаҡ.
Башҡалар ҙа педалде ҡарауҙы үҙҙәре өсөн кәрәк тип тапты.
Йәмиләнең ағаһы арыу ғына урында эшләй тиме, ғаиләнең автомобиль алыу күренешен бик ыңғай баһаланы.
– Халыҡтың йәшәү кимәле яҡшыра. Бөгөн кейәү менән һеңлемдең машиналы булыуы ла шуны дәлилләй. Өйрәнеүгә ошо машина һеҙгә әлегә ярап торор. Ҡулдан алғас, өйрәнеүгә лә әрһеҙ булыр. Алға ҡарап йәшәгеҙ! Үҙегеҙгә ҙур маҡсаттар ҡуйығыҙ! Өй төҙөгөҙ, машиналар һатып алығыҙ! Беҙҙән һеҙгә теләк шул: бер машинала оҙаҡ йөрөмәгеҙ, ике-өс йыл һайын, яңыртып тороғоҙ.
“Әйтеүе генә анһат, ике-өс йыл һайын яңыртып тор, ти бит әле. Һинең һымаҡ, аҡсаны тоҡлап ташыһаҡ, йыл һайын да яңыртып булыр ине. Бурысығыҙҙы һуңлатыбыраҡ бирһәгеҙ ҙә ярар, тип әйтеү юҡ”.
– Беҙҙең урам йәмләнеп китте! – тине Мирхәт. – Һеҙҙең машина алыу шатлығы беҙгә лә күсте. Мин әйтәм, ниңә беҙгә лә ынтылып ҡарамаҫҡа? Ҡотло булһын, иҫән-һау йөрөгөҙ!
Йәмилә менән Иршат: “Бергә булһын!” – тип өҫтәргә онотманы.
Бик күңелле ултырҙылар, йырлашып та алдылар. Иртәгә эшкә булғас, оҙаҡ геүләшерлек форсат булманы.
Мирхәтте байтаҡ ҡына йоҡо алманы. Күҙҙәрен йомһа, алдына Иршаттың “жигули”йы килә лә баҫа. Түҙмәне, аш өҫтәленә сығып, ҡағыҙ менән ҡәләм алып, аҡсаһының барын-юғын иҫәпләштереп ҡараны. Күпме генә тартмаһын-һуҙмаһын, юҡ инде, юҡ. Ағай-энегә мөрәжәғәт итергә тура килә. Улары әллә бирә, әллә юҡ. Мирхәттең иҫкегә иҫе китмәй. Уға, Иршаттыҡы һымаҡ, ялтырап торғаны, тутығы бик тойолмағаны кәрәк. Сәүиәнең бер ағаһы бар ҙа ул, шуға, ярҙам һорап барыр ине, уныһы ҡаты, ҡырҡһаң, ҡаны сыҡмаҫ бер бәндә.
Мирхәт шым ғына килеп, урынына ятты. Ҡатыны ниңә торғанын белмәһә лә, һиҙенә икән. Йоҡо аралаш ҡына:
– Йә, нисек, сығамы? – тип бышылданы.
– Тартып-һуҙып тигәндәй, – тине тегеһе, – улай уҡ өмөтһөҙ түгел.
– Һинең ҡулыңдан килмәгән эш юҡ, – тине Сәүиәһе.
– Һинең запасың етмәй, – тип өмөт менән һораны Мирхәт.
Шуны ғына көткәнме ни, Сәүиәһе, бына ул, тип конвертын сығарып та һалды. Тегеһе шунда уҡ һикереп тороп, утты яҡтыртты һәм конверттың эсенән байтаҡ ҡына аҡса сығарҙы. Аҡсаларҙы һанаған һайын, Мирхәттең йөҙө асыла төштө:
– Һин ҡатын түгел икән, һин – хазина! – тип бышылданы.
Аҙна үттеме, юҡмы, ҡапҡа алдында тағы бер “жигули” пәйҙә булды.
Р. Ғәлимов.
------------------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: