+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Ғинуар 2021, 11:59

ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ! ҺЕҘҘЕ ТЕЛЕФОН АША ТАЛАЙҘАР

Беҙҙең именлекте һаҡлаусыларҙың мәғлүмәтенә ярашлы, муттар телефон аша талауҙың яңы ысулын уйлап тапҡан һәм киң файҙалана. Мәҫәлән, һеҙгә шылтыраталар һәм трубканы шунда уҡ һалып ҡуялар. Ә һеҙҙә ҡыҙыҡһыныу көслө: “Кем булды был? Нимә кәрәк уға? Ниңә шылтыратты? Бәлки берәй яҡын кешемдер?” – тип яңынан шылтыратыуға, хәйләкәр белгестәр

ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ! ҺЕҘҘЕ ТЕЛЕФОН АША ТАЛАЙҘАР
Беҙҙең именлекте һаҡлаусыларҙың мәғлүмәтенә ярашлы, муттар телефон аша талауҙың яңы ысулын уйлап тапҡан һәм киң файҙалана. Мәҫәлән, һеҙгә шылтыраталар һәм трубканы шунда уҡ һалып ҡуялар. Ә һеҙҙә ҡыҙыҡһыныу көслө: “Кем булды был? Нимә кәрәк уға? Ниңә шылтыратты? Бәлки берәй яҡын кешемдер?” – тип яңынан шылтыратыуға, хәйләкәр белгестәр һеҙҙең бөтә мәғлүмәтте үҙенә күсереп өлгөрә һәм улар һеҙҙе талау өсөн артығы менән етә.
Бындай киҫәтеүҙең барыбыҙға ла ҡағылыуы бик ихтимал. Былтыр, мәҫәлән, кешеләр, Рәсәйҙә, телефон аша мутлашыу һөҙөмтәһендә, үҙенең 66 миллиард һумлыҡ аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Һәм уларҙы кире ҡайтарыу мөмкинлеге бик түбән кимәлдә.
Әйткәндәй, күпме генә бөлдөрмәһендәр, банкрот ҡалмаһындар, банктарға ла ышаныс кәмей бара. Ошо көндәрҙә “Салауат Юлаев” хоккей клубының элекке уйынсыһы Александр Радуловтың 1,5 миллиард һумдан мәхрүм ҡалыуы тураһында билдәле булды. Спорт йондоҙо, таныштарының кәңәшенә ышанып, юғары проценттарға ымһынып, аҡсаһын тапшырған булған. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, хоккейсының аҡсаһын кире ҡайтарыуы бик шикле. Радулов әле океан аръяғында НХЛ командаларының береһендә миҙгел башланыуына әҙерләнә.
Читайте нас: