РӘХМӘТТӘРЕБЕҘҘЕ ЙӘЛЛӘМӘЙЕК!
Бөгөн Бөтә донъя рәхмәт әйтеү көнө икән. Хатта тәғәйен кемдәргә рәхмәт әйтергә тейешлегебеҙ ҙә билдәле. Күпселек рәхмәттәребеҙҙе беҙҙең һаулығыбыҙҙы һаҡлаусыларға – табиптарға йүнәлтергә тәҡдим итә.
Бер көн рәхмәт ҡойолдороуыбыҙ уларға етерме икән? Беҙ улар алдында мәңгелек бурыслы. Көн һайын, иртәнән алып кискә тиклем рәхмәттәребеҙҙе әйтһәк тә, аҙ булыр.
Эйе, бөгөн беҙҙең һаулығыбыҙҙы һаҡлаусылар өсөн рәхмәттәр генә әҙ. Уларға рәхмәттән алда лайыҡлы эш хаҡы, эш шарттары булдырыу яҡшыраҡ түгелме икән? Әле барлыҡ донъяла йоғошло сир ҡоторғанда табиптар көн һайын үҙҙәренең һаулығы иҫәбенә, ғүмерҙәрен аямай, дошманға ҡаршы һөжүмгә күтәрелгән һалдаттар һымаҡ, беҙҙең ғүмеребеҙ өсөн көрәшәләр.
Социологтар билдәләүенсә, йәмғиәттең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә эшләүселәргә ҡарата мөнсәбәте ошо һөнәр эйәләренең киләсәген билдәләй. Пандемия шуны асыҡланы: илдә йөҙҙәрсә уҡыу йорто йыл һайын тиҫтәләрсә мең табип, урта медицина персоналы һымаҡ белгестәр уҡытып сығарһа ла, улар етешмәй икән. Бында, әлбиттә, медицина уҡыу йорттарына ҡабул итеү шарттарын, дәүләт иҫәбенә уҡыған белгестең һуңынан ҡайҙа эшләүен, йәш кадрҙарға эш шарттары булдырыуҙы күҙәтеү ҡыҙыҡлы булыр ине. Табиптар тураһында һүҙ сыҡһа, иң тәүҙә үҙенең ваҡытын да, һаулығын да йәлләмәй, пациенттары һаулығы өсөн көрәшкән һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре күҙ алдына килә. Бәлки улар беҙҙең рәхмәтебеҙгә мохтаж да түгелдер. Ләкин, барыбер, үҙебеҙҙең ихлас рәхмәтебеҙҙе әйтәйек! Беҙ рәхмәт әйтһәк, Хөкүмәт лайыҡлы эш хаҡы түләһә, ғаиләләрендә бәхетле йәшәһәләр, һис шикһеҙ, күңелле булыр ине.
Рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре!