+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Ғинуар 2021, 13:36

БӨГӨН МАРС ТЫУҒАН КӨН ИКӘН

Хәҙерге кеҫә телефондары ни тиклем генә заманса булмаһын, уларҙың йәне юҡ шул. Уларға хатта коронавирус та ҡурҡыныс түгел. Тормошта үҙгәрештәр барғанын – кешеләр тыуғанын, кешеләр үлгәнен телефон белмәй һәм аңламай.

БӨГӨН МАРС ТЫУҒАН КӨН ИКӘН
Хәҙерге кеҫә телефондары ни тиклем генә заманса булмаһын, уларҙың йәне юҡ шул. Уларға хатта коронавирус та ҡурҡыныс түгел. Тормошта үҙгәрештәр барғанын – кешеләр тыуғанын, кешеләр үлгәнен телефон белмәй һәм аңламай.
Әгәр, беҙҙең һымаҡ, йөрәге булһа, бөгөн тыуған көндәре менән ҡотларға онотмағыҙ, тигән исемлектә Марс Итбаевты күрһә, йөрәге һыҡранып ҡуйыр ине. Сибай Башҡорт дәүләт драма театрының иң популяр актерҙарының береһенең үлеме – былтыр милли сәнғәтебеҙ кисергән ҙур юғалтыуҙар иҫәбенән. Бер нисә йыл элек Марстың әсәһе Фәүзиә апайҙың вафат булғанын күптәр белмәй ҡалды. Марсты һуңғы юлға оҙатҡанда уның атаһы Салауат Итбаевҡа, күптәр, ҡайғы уртаҡлашып, ныҡлыҡ, түҙемлелек теләне. Ләкин иң изге теләктәр ҙә мәкерле сир алдында көсһөҙ шул. Марстың атаһы Салауат ағай ҙа былтыр баҡыйлыҡҡа күсте. Ә телефон, йәнһеҙ һымаҡ тойолһа ла, кешеләрҙе онотмай икән. Беҙ ҙә онотмайыҡ! Марсты – театрҙа уйнаған ролдәре, Салауат ағайҙы сәхнәлә ҡуйған әҫәрҙәре аша хәтеребеҙҙең иң йылы һәм ҡәҙерле урынында һаҡлайыҡ!
Тыныс йоҡлағыҙ, Марс, Салауат ағай, Фәүзә апай! Йәндәрегеҙ йәннәттә булһын!
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ
Фотола: Салауат Итбаев
Читайте нас: