+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Ғинуар 2021, 13:00

БЕЛМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ!

Бөгөн донъяла, Ер шарында иң ҙур тиражлы башҡорт баҫмаһының, йәғни “Йәшлек”тең баш мөхәррире Артур Хәсән улы Дәүләтбәковтың алтын юбилейы.

БЕЛМӘЙ ҠАЛМАҒЫҘ!
Бөгөн донъяла, Ер шарында иң ҙур тиражлы башҡорт баҫмаһының, йәғни “Йәшлек”тең баш мөхәррире Артур Хәсән улы Дәүләтбәковтың алтын юбилейы. Егәрле һәм баҫалҡы ғына, үҙ эшен белеп, мөхәррирлек итеп йөрөгән кешеләрҙән ул. Ун меңдән ашыу яҙылыусыһы булған гәзиткә етәкселек итеү өсөн күпме көс, аҡыл, таһыллыҡ талап ителеүен баш мөхәррир үҙе генә белә. “Йәшлек” гәзитенән тыш, интернет-сайтта утыҙ меңләп ҡулланыусыһы булған “Йәшлек” бөгөн Артур Хәсән улы етәкселегендә аҡыллы, йәштәрсә көслө һәм мауыҡтырғыс. Мөхәррире ниндәй булһа, баҫмаһы ла шундай. “Йәшлек”тең Артур Хәсән улының үҙе һымаҡ йәш, дәртле һәм емешле коллективына беҙ һоҡланып һәм аҡ көнләшеү менән ҡарайбыҙ. “Халыҡ гәзит уҡымай” тигән хәбәрҙе инҡар иткәндәре өсөн, “ағай, нимә килтерҙегеҙ? Һеҙҙән ҡыҙыҡлы мәҡәлә көтәбеҙ! – тип ҡаршы алғандары өсөн, кәрәк булһа, баш мөхәррирегеҙ һымаҡ, уйсан ғына йылмайып, беҙҙе тыңлағанығыҙ өсөн рәхмәт! Артабан да бергә йәшәйек!
Ҡотлау сәләмдәре менән, “Һәнәк”тәр.
Читайте нас: