+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Февраль 2021, 23:17

ҮКЕНЕС (тормош күренеше)

Үкенесте мин берәй ғәмәлде үҙ ваҡытында эшләп ҡуймауың, йәки, киреһенсә, урынһыҙ атҡарыуың өсөн ҡайғырыу, тип аңлайым. Әрмелә үкендергән мәлдәр бик күп булды. 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө етеп килеүе һылтауы менән, яңы ғына барып, урындағы тәртиптәрҙе бик ауырлыҡ менән үҙләштерә башлаған “йәш” мәлемдәге бер-ике хәл тураһында һөйләйем әле. Кемгәлер – ҡыҙыҡ, ә кемгәлер фәһемле һабаҡ булыр. Алдымды-артымды ҡарап, һаҡ йөрөргә тырышһам да, йә теге, йә был хатам өсөн “өлкән” призыв вәкилдәренән әленән-әле шелтә ала торҙом. Дөрөҫ әйтә улар, әрме тәртиптәренә өйрәнеү өсөн нимә ярай, ә нимә ярамай икәнен өлкән иптәштәрҙән һорай йөрөргә, быны мөмкин тиклем йышыраҡ эшләргә кәрәк. Һораһаң, берәү ҙә ауыҙыңа һуҡмай. Хатта ярҙам да итеп ебәрәләр. Әлбиттә, уларҙың ярҙамының, һабағының бер генә әтнәкәһе бар: өлкәндәр һиңә һүҙ менән аңлатҡансы, ғәмәл менән белдереү юлын ҡулайыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк тип һанай. Үҙҙәре беләлер әле.

ҮКЕНЕС
(тормош күренеше)
Үкенесте мин берәй ғәмәлде үҙ ваҡытында эшләп ҡуймауың, йәки, киреһенсә, урынһыҙ атҡарыуың өсөн ҡайғырыу, тип аңлайым. Әрмелә үкендергән мәлдәр бик күп булды. 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө етеп килеүе һылтауы менән, яңы ғына барып, урындағы тәртиптәрҙе бик ауырлыҡ менән үҙләштерә башлаған “йәш” мәлемдәге бер-ике хәл тураһында һөйләйем әле. Кемгәлер – ҡыҙыҡ, ә кемгәлер фәһемле һабаҡ булыр.
Алдымды-артымды ҡарап, һаҡ йөрөргә тырышһам да, йә теге, йә был хатам өсөн “өлкән” призыв вәкилдәренән әленән-әле шелтә ала торҙом. Дөрөҫ әйтә улар, әрме тәртиптәренә өйрәнеү өсөн нимә ярай, ә нимә ярамай икәнен өлкән иптәштәрҙән һорай йөрөргә, быны мөмкин тиклем йышыраҡ эшләргә кәрәк. Һораһаң, берәү ҙә ауыҙыңа һуҡмай. Хатта ярҙам да итеп ебәрәләр. Әлбиттә, уларҙың ярҙамының, һабағының бер генә әтнәкәһе бар: өлкәндәр һиңә һүҙ менән аңлатҡансы, ғәмәл менән белдереү юлын ҡулайыраҡ һәм һөҙөмтәлерәк тип һанай. Үҙҙәре беләлер әле.
Ул көн (һеҙгә һөйләй торған хәл булған көндө әйтәм) әрмеләге башҡа көндәрҙән әллә ни айырылманы, тиерлек. Шул уҡ тәртиптә, офицерҙар ҙа (улары – иң өлкән етәкселәребеҙ, атайҙар йәшендәге ағайҙар) сержанттар ҙа, ғәҙәти рәүештә, ҡәҙимге бойороҡтарын бирә: казармала, часть биләмәһендә тәртипте һаҡларға, ҡушҡан эште теүәл һәм тиҙ атҡарырға, иптәштәреңә ярҙам итергә, һ.б. Беҙ автопаркка барып, ваҡ-төйәк эш менән булып килдек. Төш тә етте, иң татлы мәлдәрҙең береһе.
Ҡыш яҡынлашһа ла, ашарға бушлатһыҙ ғына йөрөйбөҙ. Тигеҙ сафтар менән, йырлап, плацты яртылаш ураһаҡ, ашхана ишегенә лә барып етәбеҙ. Сиратлап, ашханаға инәбеҙ, батмустарға ризыҡ алып, дүрт кешелек өҫтәлдәр артында ашайбыҙ ҙа, тағы сығып теҙеләбеҙ. Кире юлды йырһыҙ ғына үтәбеҙ. Ана шулай, ашап килгәйнек, мин казармала, бушлаттар араһында, үҙемдекен таба алманым. Элгесәккә элеп ҡалдырғайным, ҡайҙа булғандыр? Тумбочкала ул көн кем тороуы ла, ротала дежурҙа кем булыуы ла иҫтә юҡ. Үҙебеҙҙең егеттәр менән генә эҙләй инек, бушлат юғалыуы тураһындағы хәбәр өлкән саҡырылыштан Илья исемле егеткә лә барып еткән икән. Ул, өлкән иптәш булараҡ, тәүҙә бер-ике әсе генә төрттөрөп алды, унан миңә үҙенең әрһеҙгә тип кейгән бушлатын, үҙемдекен тапҡансы, биреп торҙо. Ҡыҫҡараҡ булһа ла, Ильяның өҫ кейеме менән, разводҡа сыҡтым. Командирҙар һиҙмәне, мул бушлатымдың ҡапыл ыҡсымланып, таман булып ҡалыуына, үҙебеҙҙең ҡайһы бер егеттәрҙән тыш, иғтибар итеүсе булманы. Дуҫтарҙың береһе: “Ильяныҡын алып, хаталанманыңмы икән? Хәҙер ул һинән, бер-ике көн кейҙең, тип яңы бушлат таптырыуҙан да тартынмаҫ”, – тип күңелгә шик һалды.
Разводтан һуң төрлөбөҙгә төрлө бурыстар йөкмәтелде. Беҙҙең төркөмгә, 4-5 һалдатҡа, заданиеның еллеһе ҡушылылды: бер бинаның ҡыйығын йүнәтергә. Өлкән призывтан йыуаш ҡына бер егет, әй, оҫта үҙе, ҡыйыҡҡа яңы рубероид түшәй, мин уға аҫтан биҙрә менән иретелгән битум алып биреп, буш биҙрәләрен ҡабул итеп кенә торам. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, минән әллә ни файҙа ла булманы. Бер заман өҫтөмдә, бушлатымдың кендегем тапҡырында, бармаҡ баҫымы ғына ҙурлыҡта ҡара таптар күреп, ҡайғыға ҡалдым. Шунда уҡ Ильяның, бушлат хужаһының, ризаһыҙ йөҙөн, мыҫҡыллы йылмайып, миңә баш етмәҫлек, башҡарыуы бик ҙур түҙемлелек һәм сыҙамлыҡ талап иткән эш ҡушыуын күҙ алдыма килтереп, тертләп ҡуйҙым. Дуҫым да юҡҡа иҫкәртмәгән икән. Минең албарманлыҡты белгән, күрәһең. Был тапты нисектер бөтөрөргә кәрәк! Көс-хәл менән, төрлө буяуҙарҙы йомшарта, иретә торған бер ҡатнашма табып, сепрәк киҫәген шуға манып, оҙаҡ ҡына булышҡандан һуң, бушлатты таҙарта алдыҡ. Иреткес ҡатнашма еҫе елләнһен өсөн, кейемде тышҡа, кеше йөрөмәгән урынға, элеп ҡалдырҙым. Кискә тиклем торҙо шунда. Бәхеткә, үҙемдең бушлатым да табылды. Кемдер каптеркаға индереп һалған булған. Ильяға, рәхмәт әйтеп, бушлатын кире биргән саҡта, ул кейемен әйләндереп-әйләндереп ҡараны һәм:
– Бушлаттан ниндәй еҫ килә ул? – тип һораны.
– Битум еҫе ул, бөгөн битум иреттек, – тип яуапланым.
Аҙаҡ, аңлауымса, Илья минең хәйләне һиҙгән, кеше алдында өндәшмәүҙе хуп күргән. Бер көн үҙен, уның дуҫы Лёняны, минең дуҫым менән мине ашханаға нарядҡа ебәрҙеләр. Илья үҙе һораған, тинеләр. Көн буйы дуҫым менән тегеләй-былай йүгерҙек, бер минут тик торманык, тиерлек. Илья, ашханала дежур, ҡыуалай ғына! Йә – ҡалаҡтар етмәй, йә иҙән бысраҡ, һ.б., һ.б. Төн еткәс, йоҡларға, казармаға ҡайтыр алдынан, “ҡарт”тар дуҫым менән икебеҙгә физик әҙерлек күнекмәһе уҙғарҙы, ҡайһы ғәйептәребеҙ арҡаһында ҡыуалауын да төшөндөрҙө. Ана шул күнекмәләр ваҡытында, минең дыуамал башта бер генә уй өйөрөлдө, үкенеүле уй ине ул: “Эх, – тип уйланым мин, – үҙ ваҡытында, студент саҡта, ҡул һуғышы секцияһына йөрөлмәгән икән. Бынау ике малайҙың кәрәген бирер инек”. Улар, ысынлар та, беҙҙән, вуздан һуң барғандарҙан, 3-4 йәшкә йәшерәк. Әммә, шайтан алғыры, әрме тәртиптәрен яҡшы беләләр нимәгә тотонһалар ҙа, ялтлатып эшләп ҡуялар, беҙҙән дә шуны талап итәләр!
Үҙебеҙгә йәштәр килгәс, инде күптән өйҙәренә таралышҡан “уҡытыусы”ларыбыҙҙың ни дәрәжәлә түҙемле, сабыр, һаҡ, ғәҙел һәм айыҡ аҡыллы булыуҙарын аңланым. Хәҙер бер генә үкенес бер: шул “ағайҙарға” аҡылым етеп, бер тапҡыр ҙа рәхмәт әйтмәгәнмен. Ә күпме һабаҡ бирҙе улар! Хәйер, ул һабаҡтарҙың, үҙең “ағай” булмайынса, ҡәҙерен белмәйһеңдер, күрәһең.
Илгиз ИШБУЛАТОВ
Читайте нас: