+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Февраль 2021, 12:47

ТӨНДӘЛЕКТӘР ТИМЕР АҒАЙҒА РӘХМӘТ!

Ысынлап та, Тимер ағай, рәхмәт һиңә! Беләһеңме, ни өсөн? “Бәйләнештә” Әхиәр Шәйәхмәтов хаҡында уҡып ҡыуандым. 70 йәшлек юбилейын үткәргәнһегеҙ икән. Әхиәр ағай менән беҙҙең юлдар 80-се йылдар уртаһында киҫеште.

ТӨНДӘЛЕКТӘР
ТИМЕР АҒАЙҒА РӘХМӘТ!
Ысынлап та, Тимер ағай, рәхмәт һиңә! Беләһеңме, ни өсөн? “Бәйләнештә” Әхиәр Шәйәхмәтов хаҡында уҡып ҡыуандым. 70 йәшлек юбилейын үткәргәнһегеҙ икән. Әхиәр ағай менән беҙҙең юлдар 80-се йылдар уртаһында киҫеште.
Теүәлерәк итеп әйтһәк, Күмертау төбәгендә “Совет Башҡортостаны” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе булып Юнир Сәмиғулла улы Кинйәбаев эшләй ине. Юҡ, беҙ ағай-эне түгел, фамилияларыбыҙ ғына аҙаш. Юнир ағай менән беҙҙе Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты берләштерә. Беҙ бер осор уҡыныҡ, ағай минән алда уҡып бөттө, Бөрйәндә уҡытҡан еренән “Совет Башҡортостаны”ның үҙ хәбәрсеһе вазифаһына саҡырылды һәм көньяҡ райондарҙы хеҙмәтдәндерә башланы. Юнир ағай матур ғына эшләп йөрөй ине, 1984 йылдың башында булдымы икән, баш мөхәрриребеҙ Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев уны үҙ теләге менән эшенән сығарҙы. Юнир ағай юғалып ҡалманы, Мәләүез Ашламалар заводында эшләй башланы, элеккенән дә күберәк һәм үткерерәк мәҡәләләр яҙырға тотондо. Уның урынына кем килде инде? Эйе, Ҡаҙан дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған Ейәнсура егете Әхиәр Сәмиғулла улы Шәйәхмәтов килде. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Әхиәр Сәмиғулла улынан үҙ хәбәрсе сыҡманы. Тик быны раҫлар өсөн уға Күмертау ҡалаһының уртаһынан сиратһыҙ-ниһеҙ фатир бирергә һәм бер йыл буйы мәҡәләләр яҙырға өйрәтергә тура килде. Әхиәр ағай яҙырға өйрәнә алманы. Береһенән-береһе бәләкәйерәк бер-ике мәғлүмәттән башҡа, нимәлер яҙғанын хәтерләүселәр бармы икән? Белмәйем. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, Әхиәр ағай баш мөхәрриребеҙҙең ауылдашымы, ҡәйнешеме, әллә ҡустыһымы ине буғай. Ләкин талапсан Абдулла Ғиниәтович эшкә килгәндә иң яҡындарын да аямай торғайны. Һуңынан, асыҡланыуынса, Әхиәр ағай атаҡлы университеттың журналистика факультетындағы кино-фото документалистар бүлеген тамамлаған һәм хатта практиканы телевидениела үткән. Ҡыҫҡаһы, Абдулла Ғиниәтович яҡташын эшенән ебәрергә һәм урынына кеше табырға ҡушҡан. Көньяҡ төбәк – гәзиттең төп таяныстарының береһе. Етмәһә, илдә үҙгәртеп ҡороуҙар бара һәм был үҙгәрештәрҙән матбуғат саралары ситтә ҡала алмай. Хәбәрсе эҙләгәндә 4-5 фамилия күренә, бер нисәүһе үҙе эшләргә теләк белдерә.
Әхиәр ағайҙың вазифаһын ҡалдырыуы минең киләсәгемә туранан-тура йоғонто яһаны. Бер очерк, бер нисә мәҡәлә, ваҡ-төйәк мәғлүмәт, хатта бер хикәйә бән фәҡирегеҙҙең яҙмышын хәл итте. Мине Мәләүез, Күмертау ҡалалары, Мәләүез, Фёдоровка, хәҙерге Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура райондарында эшләй башларға мөмкинлек бирҙе.
Эшләй башлағандың тәүге көндәрендә үк Әхиәр ағай менән осрашып таныштыҡ һәм һөйләштек. Ҡыҙыҡлы ғына, ике яҡ өсөн дә файҙалы аралашыу булды. Шуға иғтибар иттем, ағай үҙенең теше үтмәгән эштән ҡотолоуына шат ине. Фатир мәсьәләһе Күмертауҙа элек-электән бик киҫкен булды. Шул хаҡта һүҙ сыҡҡас, КПСС-тың ҡала комитетында фатир бар, Шәйәхмәтовты сығараһың, уның урынына күсәһең, тинеләр. Мин, уйлап та тормай: “Шәйәхмәтовты ике балаһы менән ул фатирҙан берәү ҙә сығара алмай. Әйҙәгеҙ, башҡа мөмкинлектәрҙе эҙләйек”, – тинем. Ризалашырға мәжбүр булдылар. Ай ҙа үтмәне, был мәсьәлә лә хәл ителде. Әхиәр ағай үҙе бик һәләтле кеше: йыр-моңға оҫта, шундағы түңәрәктәрҙең эшендә даими ҡатнаша, йырлай, бейей. Әйткәндәй, был сифаттарҙың миндә береһе лә юҡ.
Шунан һуң да 2000 йылдың баштарына тиклем ара-тирә осрашып, күрешеп йөрөнөк. Аҙаҡ Өфөгә күсеп, үҙе уҡып тамамлаған, тип аңланым, гимназия-интернатта ла эшләне, шикелле. Һуңғы ун биш-егерме йылда бәйләнештәр өҙөлгәйне, Күмертауҙа йәшәп ята, етмеш йәшен үткәргән, Тимер ағай бик йылы мәҡәлә, хатта шиғыр яҙған.
Иҫән-һау булыуыңа шатмын, Әхиәр ағай! Юбилейың ҡотло булһын! Ғаиләңдең, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлығын күреп йәшәргә яҙһын!
1986 йылда етди үҙгәрештәр көткәнен мин күҙ алдына ла килтермәй инем. Йыл башында Абдулла Ғиниәтович, 20 йылдан артыҡ баш мөхәррир булып эшләгәндән һуң, вазифаһын ҡалдырҙы. Уның урынына яңы кеше килде. Стәрлетамаҡ төбәгендә оҙаҡ йылдар үҙ хәбәрсе булып эшләгән Мөхтәр ағай Тимербулатов ҡапыл вафат булды. Бер нисә айҙан һуң гәзитебеҙҙең яңы баш мөхәррире Мансур Әнүәр улы Әйүпов үҙ хәбәрсе табырға ҡушҡан. Юнир ағайға: “Һине әле онотмағандар, әгәр эшкә тотонорға уйлаһаң, һөйләшәйек. Теләһәң, ошонда ҡалаһың, мин күсенергә риза”, – тинем. Юнир ағай Мәләүездә ҡалырға, өйрәнгән урында эшләргә теләк белдерҙе. Фатирҙы баш мөхәррир Стәрлетамаҡтан алырға ҡушҡайны. Ҡала советы рәйесе булып эшләүсе ағай: “Каждый раз ваш Ульгурбай Тиктурмасов нас критикует. Если не поменяете тематику, квартиру в нашем городе не получите!” – тип сығарып ебәрҙе.
Ай ҙа үтмәне, Ишембайҙан миңә фатир тәҡдим иттеләр. Илдә ныҡлы үҙгәртеп ҡороуҙар бара, халыҡ эскелеккә ҡаршы көрәшә һәм киләсәккә өмөт менән ҡарай. Ә беҙ алда донъяның аҫты-өҫкә килерен, илдәр тарҡалыуын күҙ алдына ла килтермәй инек.
Бына бит, Тимер ағайҙың Әхиәр ағайҙы ҡотлауы хәтирәләргә төшөп китергә мәжбүр итте. Иҫән-һау булығыҙ!
Читайте нас: