БЕР КҮРЕШЕҮ – ҮҘЕ БЕР ҒҮМЕР
Беҙҙең халыҡтың тәрбиәлелегенә, ата-бабаларҙан ҡалған йолаларҙы теүәл һаҡлауына, үҫеп килеүсе быуынға әҙәп, ғәҙәт, тәрбиә хаҡында һабаҡ биреүенә хайран ҡалырһың. Бөгөн уларҙың һәр береһен һанап, баһалап тормайыҡ. Көн һайын иртәнән алып, кискә тиклем оҙатып йөрөгән бер-береңә хөрмәт билдәләре, ғәҙәт, кешеләр араһында мөнәсәбәткә генә иғтибар итәйек.
Иртүк таң менән эшкә барғанда таныштар осрашһа, нимә эшләй? Дөрөҫ, улар иҫәнләшә, күрешә, бер-береһенең хәлен белешә. Хатта һуңғы арала уңышлы көн, һәйбәт аҙна теләүселәр ҙә күренә башланы. Быныһы оҙаҡҡа һуҙылырмы, белмәйем, ә бына кисә кис һуң ғына хушлашып, бөгөн иртән таң менән осрашҡан кешеләр өсөн күрешеү мотлаҡмы? Күптәр әйтер, мотлаҡ. Сөнки күрешеү ҙур мәғәнәгә эйә. Һин уға үҙеңдең ҡарашыңды, мөнәсәбәтеңде белдерәһең, дәғүәң, үпкәң юҡлығына баҫым яһайһың, башҡорттар борон ябай ғына ҡул бирешеүгә ҙурыраҡ мәғәнә һалған. Йәнәһе, бына – минең ике ҡулым, улар ҡоралһыҙ, һинән дә шуны көтәм. Хатта талап итәм. Асыҡ күңел һәм таҙа ҡулдар ҙур-ҙур, көслө, ҡеүәтле ырыуҙарҙың үҙ-ара һыйышып йәшәүен тирегә һырлап яҙылған мөһим килешеүҙәр кимәлендә хеҙмәт иткән.
Ә хәҙер ошо йолаларҙың киләсәге нисек булыр икән? Тажлы зәхмәт һымаҡ йоғошло сирҙәр меңәр йыл буйы йәшәгән изге йолаларҙы санитар-эпидемиологик талаптар сикләү, хатта юҡҡа сығарыу һәм оноттороу кимәленә еткерҙе. Санитар талап битараф һәм ҡәтғи. Сирҙәрҙең күпселеге һауа аша һәм туранан-тура бәйләнештә, әлеге күрешеү, ҡосаҡлашыу, бер-берең араһында, хәҙергесә әйтһәк, социаль дистанияны һаҡламау һөҙөмтәһе. Бында бер ни ҙә ҡылып булмай, беҙ күрешеүҙән, бер-беребеҙгә яҡын килеүҙән һаҡланырға бурыслы.
Хәүефһеҙлек талаптарын үтәү бәйләнештең йоҙороҡто – йоҙороҡҡа, терһәкте терһәккә тейҙереп алыу һымаҡ тәү ҡарамаҡҡа мәрәкә тойолған яңы төрҙәрен килтереп сығарғандай булды. Мәҫәлән, футбол буйынса Рәсәй премьер-лигаһында исемдәре донъяға билдәле ике тренерҙың, урынына ярашлы, бер-береһенең аяҡтарын тейҙереп ҡуйыуын тиҫтәләрсә мең көйәрмән ихлас сәләмләне.
Шулай ҙа кешеләрҙең бер-береһенә ихлас ҡарашының һаҡланыуы мөһим, бәлки терһәкләү ҙә, йоҙороҡлашыу ҙа беҙҙең хәҙерге ҡатмарлы замандың бәләкәй бер хәтирәһе сифатында ғына тарихта ҡалыр. Ә күрешеүҙе, ҡосаҡлашыуҙы, беҙгә ҡалһа, бер ни ҙә алыштыра алмаҫ. Иң ауыр йоғошло сирҙәр ҙә мәңге түгел.
Ана бит, ифрат ҡатмарлы социология һымаҡ фән менән шөғөлләнеүсе ғалимдар кешеләр араһында аралашыу “аслығы”, ябай ғына итеп әйтһәк, аралашыу ҡытлығы тураһында һөйләй. Ә бит һүҙ аҙыҡ-түлек, ашамлыҡтар етмәүҙән барлыҡҡа килгән аслыҡ тураһында бармай. Тактиль аслыҡ күпселек осраҡа, биологик аслыҡҡа ҡарағанда, ҡурҡынысыраҡ икән. Кешеләр бер-береһенән алыҫая, бәйләнештәр өҙөлә. Хәҙерге кеҫә телефондары кешеләрҙе яҡындарынан айырыусы ҡеүәтле сараға әйләнде. Ошо йәһәттән, ғалимдар тағы ла бер күңелһеҙ асыш яһаған. Аэропортта яңы килеп төшкән, осорға әҙерләнгән, рейстарын көткән пассажирҙарҙы шым ғына күҙәткәндән һуң, шаҡ ҡатырлыҡ һығыма яһағандар. Пассажирҙарҙың 98 проценты телефон менән уйнаған, яҡындары менән бәйләнешкә ингән һәм телефонын эҙләү менән шөғөлләнгән. Бындай осраҡта яҡындар бөтөнләй икенсе планға күсә. Ә уны хәл итерлек, йәғни, коммуникация сараларын алыштырырлыҡ башҡа ысул табылмаған.
Тормош мәңге бөгөнгөләй бармаҫ, тажлы зәхмәткә лә ышаныслы вакцина табылды, ауырлыҡтар артта ҡалыр, тип өмөт итәйек. Беҙҙе алда ҡулдарыбыҙҙы сытырлатып, һис ҡурҡмайынса ҡыҫып алыр көндәр, арҡаларҙы дөпөлдәтеп һөйөр, ҡосаҡлашыр мәлдәр көтһөн.
Ил-йортобоҙға именлек! Иҫән-һау булығыҙ!