Айсулпан, йүгереп йөрөп, уйынсыҡтарын йыуырға кереште, уларҙы торба өҫтөнә һалып, киптерҙе. Ваннаға барып инһәм, ҡыҙым әйтә: "Атай, һин миңә иғтибар итмә, - ти, - мин ошо уйынсыҡтарҙы ғына йыуам да, сығырмын".
Кисә тырышып-тырмашып, үҙенең бәләкәй, ҡулъяулыҡ ҙурлыҡ ҡына, таҫтамалын ышҡып торҙо. Тасҡа һыу ҡойоп, тәүҙә һабынланы, унан сайҙы. Һығышайым, тиһәм, үҙем, ти, яҡын да ебәрмәй. Эшен бөткәс, өҫтәп ҡуйҙы: "Хәҙер өйҙә мин - әсәй урынында. Әсәй бит, кер йыуһа, тәүҙә ебетергә һала, шунан йыуып ҡуя". Өйҙәге кер элгескә генә элде керен, ҡағып торҙо, шырышмаһын, тиҙер инде. Әсәй шулайта, ти.