+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Март 2021, 18:01

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА ҺУҢҒЫ ҺУНАР Хикәйә Беренсе бүлек

Ҡапҡа тышында ҡаҙҙарын ҡаршылаған әбейе янына ят ҡатын килеп тороуын аңғарһа ла, иғтибар итмәне Сәләхетдин. Асма тәҙрәне ябырға тип кенә ҡалҡынған булһа, кире ултырып, ҡулындағы журналына тексәйҙе. “Ағиҙел”дең тарихи романында йәшәй ул һуңғы бер-нисә көн. Шул донъяға бикләнгән.

-1- -2- -3-
Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
ҺУҢҒЫ ҺУНАР
Хикәйә
Беренсе бүлек
Ҡапҡа тышында ҡаҙҙарын ҡаршылаған әбейе янына ят ҡатын килеп тороуын аңғарһа ла, иғтибар итмәне Сәләхетдин. Асма тәҙрәне ябырға тип кенә ҡалҡынған булһа, кире ултырып, ҡулындағы журналына тексәйҙе. “Ағиҙел”дең тарихи романында йәшәй ул һуңғы бер-нисә көн. Шул донъяға бикләнгән.
Бер аҙ ваҡыттан әбейе, өй ишегенән башын тығып, һөрәндәне:
— Әй! Әйҙә, сәй эсәйек.
Ҡарт өндәшмәне. Унан яуап көтмәнеләр ҙә.
Сәләхетдин шулай ҙа ҡыбырланы, бит осон бөкләп билдәләне лә, бер аяғында аҡһай биреп сығыуға ҡарай атланы. Тик бейек болдорҙан төшөп етмәне, аласыҡтан ҡатындар тауышы килгәс, туҡтап ҡалды. Бисә-сәсә булғанда уны сәйгә саҡырмаҫҡа икәнде белә торғайны ла... Кире боролоп күтәрелә башлағайны, шығырлап йөрөүен ишетеп ултырған ҡарсығы “йәлп” итеп килеп тә сыҡты:
— Кил-кил! Бында һиңә йомоштары бар.
— Ә-ә? Миңә? – бер ҡолаҡҡа ҡатыраҡ ҡарт ишеткән яғын тауышҡа борҙо.
— Һиңә! Һиңә! – әбейе уның шулай аңрайғанын яратмай, шуға ла сабырһыҙ яуапланы.
Сәләхетдин ризаһыҙ көрһөнөп аласыҡҡа үтте. Унда өҫтәл артына ҡунаҡлаған урта йәштәрҙәге баяғы ят ҡатын һикерә һалып торҙо:
— Һаумыһығыҙ, ағай.
— Һау... – һүҙенең аҙағын йотто ҡарт. Ҡатын-ҡыҙ менән ул шулай ситкә ҡарап мыңғырҙап ҡына иҫәнләшә, бының кеүек таныш түгеле менән бигерәк тә. Кеше ҡатынына тура ҡарап гәпләшеп өйрәнмәгән ҡырағай ғәҙәте бар уның. Әле лә ят ханымды күрмәгәндәй үҙ урынына үтеп ултырып, алдына ҡуйылған сәйен шөрпөлдәтеп бер-ике йотто.
Ҡатын уның бындай битарафлығына аптырағандай булып әбейгә ҡарағайны, тегеһе ҡартына һиҙҙермәй генә күҙен сыртылдатып йомоп алды. Был уның “башла” тигәне булды.
— Сәләхетдин ағай... – йомошсо тулҡынланып тотлоҡто, иларға иткәндәй тауышы ҡалтыранды, — мин Ҡарауарҙынан Зиннәттең ҡыҙы булам, атайымды белергә тейешһегеҙ, ул һеҙҙең тиҫтер ине.
Шунда ғына хужа уға бер һирпелеп ҡарап алды. Унан тәҙрәгә төбәлеп ултырҙы ла, һуҙып ҡына яуапланы:
— Ә-ә... Зиннәтте белә инем. Үлгәненә лә күптәндер...
— Эйе, күптән. Мин шуның өлкән ҡыҙы.
— Ә-ә-ә... – тине лә тынды тағы ҡарт.
— Сәләхетдин ағай... Бәлә менә килеп ултырам бына. – Ҡатын бер тәрән тын алды ла теҙеп һалды: — Өлкән улым йәй башында айыу атып тотолғайны, милиция ине, айыуы-нейе менән ҡуша алып киттеләр, ишеткәнһегеҙҙер инде... Эшенән сығарҙылар, угаловнай астылар. Әллә нисә суд булды, әле Өфөләгеһендә судья “Өңдән айыу алыуҙы ойошторһаң эшеңде ябам” тигән. Бына инде, айыу атҡанға судить итеп, айыу һорап ултыра улары ла. Бер ни итәр хәл юҡ, ағай, баш һалып һеҙгә килдем...
Ҡарт ишетмәгән шикелле сәйен һемереп ултыра бирҙе. Ҡатын тағы бер әбейгә ҡарап алды. Уныһы һаман күҙен генә йомоп ишараланы. “Дауам ит” тигәне ине быныһы.
— Ул бала ҡайҙан өңдән айыу алһын инде? Тегеһен дә һыйырыбыҙҙы йыҡҡан тигәнгә эҙләп барып, өҫтөнә сығып ҡына атып ҡуйғайны. Сәпсим слущяйны. Был тирәлә һеҙҙән башҡа өң табып бирерҙәй һунарсы юҡ, ти, барыһы ла. Бала хаҡына йөрөүем, ағай, аптырағандың аръяғында... – йәшенә тығылып тауышы өҙөлдө ахырҙа.
Күҙ ҡырыйын ғына шылдырып алды ҡарт:
— Бындай эш менән нишәп һин йөрөйөң? Ирең ҡайҙа?
Ҡатын күҙҙәрен һөртөп, танауын тартып алды:
— Ирем үлде, ағай, ирем булһа был хәлгә төшмәҫ инек тә әллә. Бәләкәс игеҙәктәремде табып балниста ятҡанда, бәпәйҙәрҙе йыуып йөрөп, һуҡмыш килеш мунсаға инеп, еҫ тейеп үлеп ҡалғайны, уныһын да ишеткәнһегеҙҙер, моғайын. Ун ике йыл әүәл инде.
Сәләхетдин яй ғына баш ҡаҡты, ишеткән – хәтерләй.
— Әлеге айыу менән бәләле булғаны күҙ терәп торған өлкән балам. Армиянан ҡайтып милицияла эшләп йөрөй ине. Уйламағанда шул ҡазаға тарыны бит! Ҡәһәр һуҡҡыр ул айыуы ҡайҙан килеп сыҡты ла, ашамаһа кәрәк буғанмы шул һыйырын! Ҡалған ике һыйырымды ла бирер инем дә... теге ҡороғорона айыу кәрәк тей.
Тағы тынлыҡ урынлашты. Ахырҙа ҡарт үҙ алдына мығырлағандай итте:
— Айыуға йөрөмәгәнгә биш былтыр... Һунарға түгел урманға ла сығалған юҡ.
Илаулап ярһып киткән ҡатын йәшле күҙҙәрен ҙур асып тағы әбейгә боролдо. Тағы һиҙелер-һиҙелмәҫ баш ҡағып күҙен генә сытырлатты быныһы. “Тороп тор” тигәнде аңланы ҡунаҡ. Ахырҙа һыуып барған сәй төбөн күтәреп ҡуйҙы ла, кәсәһен хужабикәнең һуҙылған ҡулына тотторҙо. Үҙ уйҙарына батып шым ғына тағы ике яһатып эсте. Ул арала ҡарт һаҡал тирәһен һыпырып тороп та китте. Был хәлгә инде ҡатын бөтөнләй аптырап, бөтә кәүҙәһе менән боролоп ҡарап ултырып ҡалды. Хужа артынан ишек ябылғас та, балыҡтай шым булған әбей ынтылып уның арҡаһынан ҡағып ҡуйҙы:
— Көйөнмәй тор. Ишетте ул ҡарт, аңланы. Бөгөнгә шул етте уға.
Ике ҡатын өҫтәл төбөндә төн уртаһынаса ултырҙы. Йәше олоһона бала сағынан башлап бөгөнгөсә көнөнә тиклемге ғүмер юлын бәйән итте. Был ҡатындарҙың яҙылмаған танышыу, яҡынлашыу тәртибе ине. Бер-береһен тәү күргән ауыл ҡатындары ла, дауаханала йәки башҡа берәй ерҙә шулай аулаҡҡа ҡалһа, яңы әхирәтенә бөтөн күргән-кисергәнен, хис-тойғоларын сығара ла һала. Телсән булғандан да, артыҡ ябайлыҡтан да түгел был, бары ҡатын-ҡыҙҙың үҙ торошон һүҙҙә ишеткеһе килеү алымылыр, йәғни бер психологик бушаныу сараһылыр, тип уйлайым.
Иртәнсәк, ҡарт, ҡатындың күҙенә бөтөнләй күренмәне. Кисә сәй артында ла осраҡлы килеп ҡапҡан булһа, бөгөн әбейенең саҡырыуына ыжламаны ла. Ҡунаҡ хушлашып, иртәнге автобусҡа юлланғас ҡына, сәбәпһеҙгә тамаҡ ҡыра-ҡыра сығып ултырҙы.
— Киттеме? – тине белһә лә.
— Китте, - тине өҙөп кенә әбейе.
Бер аҙыраҡ шым ғына туйынып алғас, хужабикә ғәҙәти генә итеп хәбәр теҙҙе:
— Быйыл өйләнәм тигән икән малайы. Теге айыу шул туйға тигән һыйырын йыҡҡан. Бер ағай тейешенең мылтығын алып торған булған, хәҙер уныһы ла бәләле, тей.
Ҡарт ауыҙына тыҡҡанын сәйнәп ултыра бирә. Йөҙөндә артыҡ бер һыҙаты ла үҙгәрмәй.
— Э-эй, арҡаһыҙ балаға шулай бер нәмәһе сыға ла тора бит инде, тип илай әсәһе... Пазурит итеп килеп гәзиткә яҙып ҡуйғандар ишшеү. Ғүмер буйы ул айыуҙы ата ла ала торғайнылар, был ни ғиллә – һыйырыңды ашат та, айыуға теймә, имеш?
Бабайының кәсәһен үрелеп алып, төбөн түгеп, яңынан яһап бирә лә, дауам итә:
— Өйҙәрен яңыртабыҙ тип бура күтәргән булғандар. Ул дүрт балалы яңғыҙ ҡатынға өй һынды өй һалыу уйын эшме? Елек майҙары һурылып ҡына сыҡҡандыр инде бахырҙың. Хәҙер шул штрафты түләйем тип бураһын һатмаҡ. Башҡа ҡалайтһын?
Ашап туйып, урамға сығып мәшәҡәттәре менән булышҡан ҡартының тамаҡ ҡырыуы тағы ла көслөрәк һәм ҡырҡыуыраҡ булып киткәнен ишетеп йөрөгән әбейҙең күңеле була. Ул үҙенең был эштәге, ғөмүмән, ҡарты тормошондағы ролен белә. Ҡырыҫ һәм йомоҡ ҡарттың йәмғиәт менән аралашыу теле бит ул. Теле генә түгел, ҡолағы ла, күҙе лә, ҡулы ла инде. Ярты быуат эсендә һиҙгер һәм аҡыллы ҡатын иренең йөрәк тибеше ниндәй хәлдә нисек үҙгәргәнен дә, мейеһенән ҡайһындай уй үткәнен дә бер күҙ һирпеүҙән белә алырлыҡ индикаторға әйләнә.
Һәм яңылышманы ла. Өс-дүрт көндән ҡарты, инде нисә йылдар оло өйҙөң нигеҙе төбөндә кейеҙ урауҙа ятҡан боронғо ҡушкөбәген соҡоп сығарып майлап, келәттәге һандыҡ төбөндә ҡалып онотолған патронташын таптырып, бер кис текелдәп ултырып ҡурғаштан оло йоморолар әүәләп, уларҙы дары менән патрондарға тултырып, баштарына гәзит тығып төйгәс, бесән бөткәндән алып иреккә сыҡҡан бейәһен эҙләп алып, эңергә ҡарай һыбай китеп олаҡты.
Аҙнанан ашыу кис һайын урманға юлланып иртәнсәк ҡайтты ла, һуңғыһында ике төн килмәне. Берәү булһа ҡартының былай юғалғанына борсолор ине. Тик уның әбейе түгел. Был, киреһенсә, шатланды ғына. Тимәк, нимәлер тапҡан, бушҡа ятып ҡалмай бит инде, тигән һығымта яһап, ҡайтыуына самалап мунса тоҡандырҙы, аш һалды. Һәм быныһында ла яңылышманы. Ҡапҡаны емерерҙәй булып аҫтынан саҡ һыйып шыуышып килеп ингән бейек кәүҙәле ҡарт һунар этенең артынан оҙаҡламай хужаһы ла күренерен белеп, сәйен сыжлатып ебәрҙе, этенә ашарға сығарып ултыртты. Арманһыҙ булып арыған, асыҡҡан маһъмай һауыттағын күҙ асып йомғансы ялтыратты ла, аҡыллы күҙҙәрен мөлдөрәтеп тағы көттө. Әбей һуҡранмай ғына тағы сығарып өҫтәне. Быныһына инде эт тә тәртип белеңкерәп тотондо, ашыҡмай сәпелдәне.
____________________________
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: