Артабанғы көндәрҙә Сәйҙәгә телефоны тағы ла яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк була төштө. Ул хәҙер теге ирҙең шылтыратыуын көтөп кенә йөрөнө. Уныһы ла Сәйҙәнең өйҙән сыҡҡанын белеп кенә торғандай, һәр ваҡыт яйлы мәлгә тура килде. Уға үҙенең нимәләр эшләүен һөйләне, уны тыңланы. Ниндәй ҙә булһа кәңәш бирҙе, нимәһен дә ыңғайға һаплап хупланы. Ир ҙә үҙен маҡтап, рәхмәттәрен яуҙырып ҡына торҙо. Бабайына зарланып алырға ла онотманы, теге яҡ та ҡатынынан артыҡ ҡәнәғәт түгел ине. Шундай һөйләшеүҙән һуң Сәйҙә танышының ҡатыны тураһында әйтелгән “кина ҡарауҙан башы сыҡмай”, “һөйләшеп тә ултырған юҡ” йәки “мине ҡайғыртмай” тигәнерәктәрен үҙендә лә аңғарып ҡалды. Ул да шулайта түгелме һуң? Теге ир белеп ҡалһа – ҡалай оят.
Ҡамыр ҡуйып әсетеп алды ла, майҙа ғына йөҙҙөрөп ҡабартмалар бешерҙе бөгөн. Унан ирен саҡырҙы:
— Әйҙә, тәмле итеп сәй эсеп алайыҡ әле. Бер үҙең ултырып ашап тора ла китәһең атыу. Симъя түгелме әллә беҙ?
Ҡарты өҫтәлдәге һыйҙан бала кеүек шатланды:
— Үәт, әбей, ҡылғаның бит! Майикмәк бешереп ташланыңмы? Ниндәй тәмле еҫ сыға тип ятам. Дауна бындайҙы ашатҡаның юҡ. Ай, малатса! Ай, малатса...
Оҙаҡлап һөйләшеп ултырып эстеләр сәйҙе. Үлән һалып тороп бешергәйне, тирләшеп, ҡәнәғәт булышып ҡалдылар. Күңеле ирегән ҡатын ире янына менеп теҙелешеп ултырған бесәйҙәргә һөт ҡойоп уҡ ҡуйҙы. Шунда ла теге ирҙең ҡатыны тураһында “эт-бесәй яратмаған бер нәмә инде” тип ысҡындырғанын да хәтерләне. Бына ул яратмаһа ла, түҙә әле, күнә, ире яратҡас шуларҙы, ҡалайтһын?
— Йә, ярай, бар, сериалың башланғандыр, - тине Әсҡәт әбейенә ахырҙа. Сәйҙә хайран булып көлдө:
— Аллаҡайым! Кина ҡарайың да, телефондан һөйләшәң тип әрләгән кеше ҡайҙа булған?
— Ҡарап өйрәнгәнең бит инде, бығаса ҡарағасың, ҡарап бөтәһең инде. Бар-бар. Мин анау ҡоҙоҡтоң һыу һурҙырғысын төшөп алдым әле, шуны әтмәләп ҡарайым хәҙер. Биҙрә менән һыу һөйрәп арыным тейең бит.
— Ә-әй, әттәгенәһе! Эшләп ҡуйһаң ҡана һуң. Һинән шәбе булмаҫ ине.
Ир менән ҡатын бөгөн ирешмәй-талашмай ғына тамамланы көнөн. Күптән, бик күптән булмағанса...
Тышта көндәр матурайғандан матурайҙы. Өйҙәге хәлдәр ҙә шул сама үҙгәрҙе. Ҡарты майлаған кеүек булды ла ҡуйҙы был арала Сәйҙәнең. Әйткәнде лә, әйтмәгәнде лә эшләй. Элекке һымаҡ юҡҡа ирешмәй, екеренеп йөрөмәй. Хәҙер уларҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, ураған һайын сәйгә ултырыр булып алдылар. Күптән икеһе ике бүлмәлә ятҡан булһа, бер көн бабайы “күңелһеҙ” тип күсеп килеп тә ҡуйҙы әле. Үҙгәрҙе, ысынлап үҙгәрҙе, алыштырып ҡуйған кеүек булды. Улай тиһәң, Сәйҙә лә үҙгәрмәне түгел. Аш бүлмәһендә йышыраҡ ҡыбырлай башланы, икмәкте лә хәҙер һатып алмай, үҙе бешерә. Йүткереүенән дауалап алғайны, һуңғы мәлдә “аяғым тартыша” тигәнгә лә бер әмәл табып тәрбиәләй әле. Бик килешә үҙенә. Май кеүек иреп китә лә: “Һинән ҡалдырып бер көн дә тотмаһын инде, әбей” - тип ебәрә. Шундай мәлдәрҙә Сәйҙәнең намыҫы ҡыҫып-ҡыҫып ала. Ул бит анау иргә ошо бабайын яманлап һөйләй. Ысынында хәҙер бер ҙә генә насар түгел бит ҡарты. Киреһенсә, унан һәйбәте юҡ һымаҡ. Эйе, ҡуй, етәр, ул әҙәм менән башҡа һөйләшмәҫкә кәрәк, тип уйлай. Ул да булдымы эш! Бабайы белеп ҡалһа, йәнен алыр.
Шулай хәл итте лә, телефонындағы теге һандарҙы юйып ташланы ҡатын. Ярай әле ней исемен, ней кемлеген белмәй. Кәрәге лә юҡ! Шылтыратып бәлән ҡуйһа, ҡабат һөйләшмәйем, үҙ ирем, үҙ донъям бар, ваҡытым да юҡ, былай килешмәй ҙә тип әйтер. Әммә теге ир ҙә башҡаса шылтыратманы. Сөнки ул да шулай хәл иткәйне.
____________________________