-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Март 2021, 16:45

ҠАРА КӨН Хикәйә Бишенсе бүлек

Зәкинәнең быға тиклемге тыныс һәм һил фатирында шат ауаздар көндән-көн йышыраҡ ишетелде. Үҙ-ара танһыҡ мөнәсәбәттәр яңы хис-тойғоға күмелде. Әғләме лә элекке һымаҡ күңелһеҙ, моңһоу ҡарашлы түгел икән. Үҙе алда нимә булырын көтә, әҙерләнә һәм ҡатынына ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Бер көн Зәкинә әле тыумаған бәпес өсөн байтаҡ ҡына кейем алып ҡайтты. Ҡуш йоҙроҡ иркен һыйған күлдәктәр, йоҡа ғына ыштандар был фатирҙа тәүге тапҡыр күренде. Киске аш ваҡытында һатып алынмаған машинаны тағы иҫкә төшөрҙөләр. – Бурысты ҡайтарҙылар, – тине Әғләм, шифоньер яғына ымлап. – Бер аҙ әжере лә бар. Өҫтәп килтергән. һөйләшмәһәк тә, шулай кәрәк тип тапты микән.


ҠАРА КӨН

Хикәйә

Бишенсе бүлек

Зәкинәнең быға тиклемге тыныс һәм һил фатирында шат ауаздар көндән-көн йышыраҡ ишетелде. Үҙ-ара танһыҡ мөнәсәбәттәр яңы хис-тойғоға күмелде. Әғләме лә элекке һымаҡ күңелһеҙ, моңһоу ҡарашлы түгел икән. Үҙе алда нимә булырын көтә, әҙерләнә һәм ҡатынына ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.

Бер көн Зәкинә әле тыумаған бәпес өсөн байтаҡ ҡына кейем алып ҡайтты. Ҡуш йоҙроҡ иркен һыйған күлдәктәр, йоҡа ғына ыштандар был фатирҙа тәүге тапҡыр күренде. Киске аш ваҡытында һатып алынмаған машинаны тағы иҫкә төшөрҙөләр.

– Бурысты ҡайтарҙылар, – тине Әғләм, шифоньер яғына ымлап. – Бер аҙ әжере лә бар. Өҫтәп килтергән. һөйләшмәһәк тә, шулай кәрәк тип тапты микән.

Зәкинәһе кис иркенләп ултырып аҡсаны һанап сыҡты. Бер түгел, ике һананы. Теүәл сыҡһын тип, бармағын тағы төкрөкләне. Дөрөҫ әйткән, аҡса артығыраҡ ине. Икәүләп хәҙер баш ваталар, 200 меңгә нимә алырға мөмкин?

Әғләм шым ғына йөрөмәгән, иптәштәре менән кәңәшләшкән, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалған. Тегеләре ватан автопромын кире ҡағып, иҫке булһа ла, иномаркаға үрелергә кәңәш биргән. Черниковканың арыһында тотонолған автомобилдәр баҙары бар икән. Киләһе шәмбе шунда барырға ҡарар иттеләр.

Зәкинә, бер ыңғай икәүһен ҡауыштырған йортҡа барып, теге тәңкәне күрһәтеп ҡарарға мөмкин, тигән фекергә килде. Кем белә, бәлки, бер 30 мең тоттороп та сығарырҙар. Яртыһы, әлбиттә, апаһына тейеш. Уға, һис һүҙһеҙ, тейерен теүәл итеп бирәсәктәр. Тик әле түгел, һуңыраҡ.

Шәмбе шулай иттеләр ҙә. Иң тәүҙә теге йортҡа барҙылар. “Икенсе бәхет” тигән яҙыуҙы күргәс, бер-береһенә ҡарашып көлөштөләр. Көлөшмәҫлек, шатланмаҫлыҡ түгел шул. Зәкинә ошонда килеп бәхетен тапты, Әғләм менән осрашты. Оҙаҡламай бәпес алып ҡайтырҙар. Бына машина алырға йөрөйҙәр. Бер түгел, икәү ҙә түгел, хатта өс бәхет уларға ҡоласын йәйеп килә һымаҡ. Олатайҙан ошо алтын тәңкә ҡалмаһа, Зәкинә уны тотоп ошонда килмәһә, Әғләмде осратмаһа, иманы камил, кейәүгә сыға алмаҫ, бәпес көтмәҫ, хатта автомобиль һатып алам, тигән мәшәҡәт менән дә йөрөмәҫ ине.

Ҡалын стенаға уйып эшләнгән китап һыймалы тишектән эскә үрелеп ҡарағас, маңлайына ҙурайтҡыс быяла элгән, сәсен көйә ашап бөткән баш күренде. Ағай үҙенең эшен беләлер: тәңкәне күреү менән күҙҙәре ҡомһоҙ янып ҡуйҙы. Хатта ир менән ҡатынға, һеҙгә бындай байлыҡ ҡайҙан килеп эләкте, тигән һымаҡ, шөбһәле ҡараш ташланы.

Пеләш баш аҡсаны бик ентекләп ҡарағандан һуң:

– Паспортығыҙҙы бирегеҙ, – тине. Үҙе, сит-ят кеше юҡмы икән тип, ир менән ҡатындың артына күҙ һалды – берәү ҙә юҡ.

– Паспорт әлегә юҡ, – тине Әғләм. – Алып тормағайныҡ.

– Илле мең, – тине “баш”.

Илле мең?! Ифрат шәп тә инде тип уйлашты был икәү. “Баш” аҡсаны кире бирҙе.

– Паспорт булмағас, илле мең, – тине.

– Ә паспорт менән күпме? – тине ире.

– Ике тапҡыр күберәк, – тине “баш”, мине тамам бөлдөрәһегеҙ, тигән ҡиәфәт менән. – Эйе, 100 мең. телефонығыҙҙы яҙып алырға мөмкинме?

Әғләм үҙенекен әйтеп яҙҙырҙы.

Ир менән ҡатын ҡиммәтле металдар ҡабул ителгән урындан еңелсә шаңҡып сыҡты: 50 мең һум. Паспорт килтерһәң, 100 мең!

Автобуста Черниковкаға китеп барғанда “Ҡиммәтле металл һыныҡтары ҡабул итәбеҙ, бер грамы 3500 һум” тигән яҙыу икеһенең күҙенә бер юлы салынды. Баҙар тулы иномарка, тиҙәр, уларға тейешен алып китмәҫтәр әле, тип, автобустан төшөп, кире атлап килеп, 3500 һумдың телефонын яҙып алдылар.

Туҡталышҡа тип атлаһалар, юлдарында ювелир магазины осраны. Эскә кереп, металл тәңкәне күрһәтеп, үлсәргә мөмкинме, тигәйнеләр, һатыусы егет тәңкәне алды ла үлсәп тә бирҙе. Ҙур һымаҡ тойолһа ла, әллә ни түгел икән. Тәңкәнең ауырлығы ла, хаҡы ла күҙ алдында төштө лә ҡуйҙы.

Сығып баралар ине, теге егет уларҙы ымлап ҡына туҡтатаһы итте.

– Һатыр булһағыҙ, мин алам. Ошондай тәңкә эҙләй инем, – тине ул.

– Күпмегә алаһығыҙ? – тип һораны Әғләм.

– Әгәр көтөргә ризалашһағыҙ, байтаҡ аҡса бирә алам.

– Күпме? – тип һаман ныҡышты Әғләм.

Егет ирҙең ҡолағына эйелде. Зәкинәнең ҡолағы һәйбәт ишетә. 500 мең һум тигәнде ишеткәс, сумкаһын түшенә нығыраҡ ҡыҫты. Ярты миллион! Булмаҫ, бәләкәй генә тимер киҫәге өсөн 500 мең һум! Әғләм тиҙ генә егеттең телефонын яҙып алды.

– Көтәбеҙ. Аҡсаңды әҙерлә.

Егет, шунда уҡ телефонын алып, ҡайҙалыр шылтырата башланы.

Машина ҡайғыһы китте. Ниндәй йүләр ярты миллион һумлыҡ хазина менән баҙар буйлап йөрөһөн, ти. Урлап ҡуйһалар? Талап алһалар? Үҙҙәрен бысаҡлап ҡуйһалар? Шунан гәзит тултырып яҙырҙар, интернетта хәбәр итерҙәр, Өфө эргәһендә ир менән ҡатын мәйете табылған, тиерҙәр микән? Ҡасырға, тиҙерәк ҡайтырға кәрәк.

Аһ та уһ килеп, йүгерешеп сығыуҙарына такси тура килде. Кереп ҡоланылар ҙа: “Дим биҫтәһенә”, – тинеләр. Ир менән ҡатын ултырған такси тимер ташҡын эсенә кереп ҡушылды. Әғләм хәстәрлекле икән: берәйһе ҡыуалап килмәйме икән, тигән ҡиәфәт менән эргә-тирәгә, артҡа күҙ ташлап алды. Уф, анауы күпер эргәһендәге тығында ултырғанда йәндәре генә сыға яҙҙы. Шоферға ҡушылып, юл төҙөүселәрҙең тетмәһен теттеләр. Йә инде, ярты “лимон”лыҡ хазинаң була тороп, бынауы юл төҙөүселәрҙең бошмаҫ ҡына ҡиәфәт менән тәмәке тартып ултырыуҙарын әйт әле. Әғләм, һаҡланыу сараһы тине микән, таксиҙы өй эргәһендә түгел, арыраҡ туҡтатты. Йүгерә-атлай ҡайтып инделәр ҙә, хәлдәре бөтөп, түшәккә ауҙылар.

Зәкинәнең башына шундай фекер килде: был алтын тигәндәре үҙе бер мәшәҡәт икән дәһә. Әле кисә генә нисек тыныс йәшәгәндәр, бер ҡурҡыныс та янамаған. Был байҙар, миллионерҙар, миллиардерҙар нисек йәшәй икән? Нишләп мин тынғыһыҙлап йөрөйһөгөҙ, тигәндәй, сабыйы эсендә уңлы-һуллы тибешә. Әллә атаһы менән әсәһе ыңғайына борсоламы? Бәлки, шатланалыр.

Зәкинә иренең ҡулын алып эсенә һалды. “Быныһы тағы кем?” – тигән һымаҡ, сабый нығыраҡ тибешә башланы.

Утты яҡтыртмай ғына ашап алдылар. Әғләм ишектәрҙең ныҡлығын тикшерҙа. Иртәгә тимер ишеккә заказ бирәм, тип бышылданы ул ҡатынының ҡолағына.

Ҡатыны нишләһен, шулай кәрәк, тип, ҡараңғыла баш һелкте. Ире тынып ята буламы һуң инде, ҡараңғыла ғына йөрөп, ишектең иңен-буйын сантиметрлап үлсәп сыҡты. Метр унға ике метр ҙа биш сантиметр икән.

– Ҡытайҙыҡын алып ҡуйма, – тип бышылданы бисәһе. – Кәнсир ҡалайы һымаҡ открывашка менән асалар ҙа ҡуялар икән.

Әғләм ҡатынын түшәккә йоҡларға ятҡырҙы ла ваннаға йыуынырға инеп китте.

Кинәнеп, рәхәтләнеп, һыуҙы мул ағыҙып йыуынды Әғләм. Эстән генә күңелле көйҙәр көйләй, күктән төшкән аҡсаға нимәләр алыу тураһында хыяллана. Ниндәй машина алырға икәнлеген тәки хәл итеп бөтә алманы – ванна ишеген дөбөрләттеләр. Ни арала һикереп төшкәнен, барып ишекте асҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Асып ебәрһә, сәстәре туҙған, күҙҙәренән йәш аҡҡан Зәкинәһе күренде.

– Ишек төбөндә әллә кем бар. Ике тапҡыр туҡылдатып китте. Ҡалай оҙаҡ йыуынаһың ул.

Дауамы бар.


____________________________
Дуҫтар! Ошондай әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: