-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Март 2021, 15:18

ДӨРӨҪ ҺҮҘГӘ ЯУАП БАР – 2

Әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе: ”Эйе, элекке журналдан һәнәк тотоп торған "ир" йораты ғына тороп ҡалған.Ә юмор м-н сатира юҡ!-тип әйтерлек,шул көндәлек яңылыҡ баҫыла”, – тип бик дөрөҫ тотоп алған.

ДӨРӨҪ ҺҮҘГӘ ЯУАП БАР – 2
Әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе: ”Эйе, элекке журналдан һәнәк тотоп торған "ир" йораты ғына тороп ҡалған.Ә юмор м-н сатира юҡ!-тип әйтерлек,шул көндәлек яңылыҡ баҫыла”, – тип бик дөрөҫ тотоп алған.
Заманаһы шулай, эҙләнергә, хатта яраҡлашырға, әгәр кәрәк булһа, ҡайһы ваҡыт ыңғайына һыпырыға ла тура килә. Тик ҡайһы бер мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереп китке килә. Мәҫәлән, журналдың “һәнәк тотоп торған бер ир йораты” хаҡында. Бәлки күптәрегеҙ белмәйҙер, был ағай, былағай түгел, ошо ағай 1967 йылдан бирле “Һәнәк”те тотоп йөрөй һәм әле лә шул вазифаһын теүәл башҡара.
Ә һәнәктең журналға килеп инеүе үҙе бер ҙур тарих һәм беҙ уның менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. 1923 йылда Башҡортостанда Мәскәүҙә сыҡҡан “Крокодил” һымаҡ сатира һәм юмор журналы сығарыуға әҙерлек башлана. Тәүге һан әҙерләнә, материалдар туплана, ләкин эш ни өсөн тотҡарлана, беләһегеҙме? Башҡорт журналына исем таба алмайҙар. Төрлө тәҡдимдәр була, ләкин береһе лә хуплау тапмай. Шунда журнал хеҙмәткәрҙәренең береһе, Ғариф Ғүмәр, “Крокодил” журналының һәнәгенә иғтибар итә. Унда крокодил етешһеҙлектәрҙе һәнәк менән юҡ итә.
– Бына бит һәнәк. Ни өсөн исем булырлыҡ түгел? – тип ҡыуаналар журнал хеҙмәткәрҙәре.
Шулай итеп, 1923 йылдың сентябренән – ошо “Һәнәк”, ә 1967 йылдан һәнәк тотҡан ир үҙенең уҡыусыларына тоғро хеҙмәт итә.
Байтаҡ йылдар үтте, ҡоролоштар үҙгәрҙе, берәүҙәр ябылды, икенсе матбуғат баҫмалары асылды. Үкенескә ҡаршы, 90-сы йылдар башында ябылғандар араһында “Һәнәк”кә һәнәк бүләк иткән “Крокодил” да бар. Заманында тиражы тиҫтәләрсә миллион дана тәшкил иткән журналдың юҡҡа сығыуына ышанғы ла килмәй. Иң төп ҡапма-ҡаршылыҡ шунда, ғүмер буйы капитализмға ҡаршы көрәшкән баҫма капитализмдың ҡорбаны була. Дөрөҫ, әле бөлгәндән һуң да журнал йәшәргә ынтылып, ике тапҡыр асылып ҡарай, ләкин уңышһыҙ тамамлана. Капитализмдың үткер, ҡомһоҙ тештәре “Крокодил”дың боғаҙын сәйнәй һәм юҡ итә.
Әйткәндәй, 2022 йылда журналдың тәүге һаны сығыуға 100 йыл тулыр ине. Тыныс йоҡла, “Крокодил”, беҙ һине онотмаҫҡа тырышырбыҙ. Ә терелеп пәйҙә булһаң, ҡыуанып, үҙ ҡоробоҙға ҡабул итәсәкбеҙ.
Ә һәнәгең өсөн рәхмәт! Алда әйтеүебеҙсә, 2023 йылда “Һәнәк”тең сыға башлауына 100 йыл тула. Ошо юбилейҙы бергәләп ҡаршыларға насип итһен! “Һәнәк” журналына почта аша яҙылырға, ә социаль селтәрҙәрҙә “Һәнәк”те ошо төркөмдә ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: