-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Март 2021, 10:43

ДӨРӨҪ ҺҮҘГӘ ЯУАП БАР

“Һәнәк” сайтында ҡатнашыусыбыҙ Азамат Такиев журналдың элек сатира һәм юморға ҡоролоуы хаҡында үҙенең фекерен белдергәйне. Азаматтың иҫкәрмәһе дөрөҫ, беҙ уға, өҫтәп, аңлатма биреүҙе кәрәк тип һанайбыҙ. Былтыр йыл башында “Һәнәк”тең ҡағыҙға баҫылғанын 600 самаһы кеше почта аша алдырып уҡыһа, шул уҡ исемдәге сайттың ҡулланыусылары февралдә 830 кеше тәшкил итә ине. Хәҙерге күрһәткестәр уҡыусыларыбыҙҙың һәм ҡулланыусыларҙың ҡыҙыҡһыныу кимәлен түбәндәгесә сағылдыра:

ДӨРӨҪ ҺҮҘГӘ ЯУАП БАР
“Һәнәк” сайтында ҡатнашыусыбыҙ Азамат Такиев журналдың элек сатира һәм юморға ҡоролоуы хаҡында үҙенең фекерен белдергәйне. Азаматтың иҫкәрмәһе дөрөҫ, беҙ уға, өҫтәп, аңлатма биреүҙе кәрәк тип һанайбыҙ. Былтыр йыл башында “Һәнәк”тең ҡағыҙға баҫылғанын 600 самаһы кеше почта аша алдырып уҡыһа, шул уҡ исемдәге сайттың ҡулланыусылары февралдә 830 кеше тәшкил итә ине. Хәҙерге күрһәткестәр уҡыусыларыбыҙҙың һәм ҡулланыусыларҙың ҡыҙыҡһыныу кимәлен түбәндәгесә сағылдыра: Почта аша “Һәнәк”те 645 кеше алдырһа, “Һәнәк” сайтында 9000-дән ашыу ҡулланыуыбыҙ бар. Сағыштырыу сайт файҙаһына икәнлеген үҙегеҙ ҙә һиҙгәнһегеҙҙер. Беҙҙең күҙәтеүгә ярашлы, сайтта ҡулланыусыларҙың 85-90 проценты самаһы – ҡатын-ҡыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, улар – етди халыҡ. Сатира һәм юмор, уйын-көлкө, шоу, шау-шыу һәм еңел холоҡло башҡа мәҡәләләрҙе улар бик мөрхәтһенмәй. Гүзәл заттарыбыҙ мәңгелек темалар – мөхәббәт, ғаилә, балалар үҫтереү, тоғролоҡ, демография проблемаларын хәл итеү һымаҡ мәсьәләләр күтәрелгән мәҡәләләрҙе яратып уҡый һәм ҡыуана-ҡыуана “лайк”тар ҡуя. Ә ир-ат, үҙегеҙ беләһегеҙ, ҡатын-ҡыҙҙар ғаилә усағын һаҡлаған һәм смартфондарға күҙ һалған арала, эшләй, ғаиләләрен аҡса менән тәьмин итә һәм башҡа эштәр менән була.
Шуға, “Һәнәк”тең ҡағыҙҙа сыҡҡанын, почта аша яҙылып, уҡыһағыҙ һәм, ваҡытығыҙ булһа, “Һәнәк” сайтына күҙ һалһағыҙ, һеҙгә лә, беҙгә лә күңелле булыр ине.
Әйткәндәй, 9000 ҡулланыусы ла, 645 “Һәнәк” журналын алдырыусы ла беҙҙең өсөн сик түгел. Яҡындарығыҙҙы сайтҡа инергә һәм журналға яҙылырға өгөтләгеҙ! “Һәнәк” һеҙҙең күңелегеҙҙе күтәрәсәк! Әйҙәгеҙ, уның 100 йыллыҡ юбилейын бергә ҡаршылайыҡ!
Читайте нас: