Быйылғы “Йыл уҡытыусыһы” конкурсы артта ҡалды, ул, һәр йылдағыса, еренә еткереп, ойошҡан рәүештә һәм ғәҙел үтте. Шулай ҙа ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр исемлегенә күҙ ташлау уйланырға мәжбүр итә. Уҡытыусы һөнәренә өҫтөнлөк биреүселәрҙең күбеһе ҡатын-ҡыҙ. Тимәк, еңеүселәр араһында ла улар өҫтөнлөк итә. Мәҫәлән, Өфөнән Петр Белобородов (“Йылдың йәш уҡытыусыһы”), Стәрлетамаҡ районынан Нәғим Суйынов (“Педагогик өмөт”), Ҡурған өлкәһенән Йәлил Садыҡовтан (“Һөнәремә тоғро ҡалам”) башҡа еңеүселәр күҙгә салынманы. Был егеттәребеҙ алған бүләктәр ҙә дәртләндереү сифатында бирелде, тигән тойғо ҡалдырҙы. Дөрөҫ, ир-егеттәрҙе мәктәпкә йәлеп итеүе ауыр. Эш хаҡы түбән, йылдан-йыл эш шарттары ла көслө затты мәктәпкә йәлеп итеүгә булышлыҡ итмәй. Уҡытыусылар бәйгеһе йомғаҡтары ла шул хаҡта һөйләй. Ир-егеттәрҙе был һөнәргә йәлеп итеү өсөн эш хаҡы, фатир, социаль ташламалар һымаҡ ярҙам да кәрәктер.
Эш шуға бара, юғиһә, бер нисә йылдан йәш быуынды тәрбиәләү, белем биреү һымаҡ яуаплы вазифа ҡатын-ҡыҙ иңендә генә ҡалыуы бик ихтимал.