ӘХМӘР ҮТӘБАЙҘЫҢ УЛЫН ТУҠМАҒАНДАР
Был ваҡиғаны яҙыусы үҙе ҡарап күҙәтеп торған, хатта йоҙороҡтарын төйнәп, үҙе барып ҡушылырға йыйынған. Ниндәй атай улын кемдеңдер миндек менән ҡайыҙлауын тыныс ҡына ҡарап торһон инде.
Әйткәндәй, Әхмәр Ғүмәр улының ике улы ла ифрат талантлы һәм егәрле. Әмир Салауат Башҡорт драма театрында уйнаһа, икенсе улы, Әбйәлил, Мәскәүҙә уҡый һәм бик кәрәкле һөнәр үҙләштерә.
Әмир Үтәбаевтың туҡмалыуы шаршамбы Башҡорт дәүләт академия драма театрының ҙур сәхнәһендә була. Яҙыусы был эпизодты бик ауыр ҡабул итә. Аҙаҡтан ғына тыныслана һәм теге геройҙы ғәфү итә.
Театр көнө айҡанлы, тағы бер мажара иҫкә төштө. Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу” драмаһын уйнағанда Исмәғил тәғәйен урынында Хәлилде атып йыға, герой йығыла. Сәхнә артында уйнап йөрөгән дүрт йәшлек Азамат Ғафаров был үлтереште күреп ҡала һәм сәхнәгә йүгереп сығып, Исмәғилдең өҫтөнә һикереп, ике ҡулы менән дә төйә башлай.
Ә был ваҡыт үҙенең сәхнәләштәрен шаяртырға ҡарар иткән Фидан Ғафаров, аяҡ-ҡулдарын тартыштырып, ике күҙен дә аҡайтып, хатта ауыҙынан күбек сығарып, үлеп барған булып ҡыйлана. Быны күргәндәр үҙҙәрен тыя алмай көлә һәм ҡыҙҙар биттәрен яулыҡ менән ҡаплай, ә малайҙар баштарын бишмәт эсенә йәшерергә мәжбүр була.
О, театр! Һиңә кем ғашиҡ булмаған да, кем һиңә алҡышламаған. Бәхеттең тулылығы өсөн үҙем хаҡында бәләкәй генә бер анекдот.
Премьеранан һуң автор үҙенең спектакле тураһында мәҡәлә яҙып ултыра: “Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында Рәлиф Кинйәбаевтың “Миңә атай табығыҙ!” комедияһы буйынса премьераһы булды. Һуңынан банкеты бик шәп үтте”.
Театр көнө менән, дуҫтар!