+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Март 2021, 13:20

ӨС ТАПҠЫР АҠСА ТАПТЫ! Ҡыҙыҡ-мыҙыҡ

Тайып йығылһаң – аҡса табаһың, тигән булалар. Булмаҫ та.Эштән ҡайтып киләм. Беҙҙең офистан туҡталышҡа хәтлем байтаҡ атларға кәрәк. Юл тигәндең әҫәре лә юҡ, һуҡмаҡ ҡына, етмәһә, тайғаҡ. Машиналар йөрөгән урамды һәр ваҡыт таҙартып, ҡом һибеп торалар, ә беҙ йөрөгән һуҡмаҡты гел “оноталар”.

Тайып йығылһаң – аҡса табаһың, тигән булалар. Булмаҫ та.
Эштән ҡайтып киләм. Беҙҙең офистан туҡталышҡа хәтлем байтаҡ атларға кәрәк. Юл тигәндең әҫәре лә юҡ, һуҡмаҡ ҡына, етмәһә, тайғаҡ. Машиналар йөрөгән урамды һәр ваҡыт таҙартып, ҡом һибеп торалар, ә беҙ йөрөгән һуҡмаҡты гел “оноталар”.
Ун- ун биш аҙым алдан утыҙ-утыҙ биш йәштәр тирәһендәге ханым атлай. Бер аҙ төшөрөп алған, ерҙең тартыу көсөнә ҡаршы торорға тырыша. Айыҡ килеш тә атлауы ҡыйын, ә ул...
Беренсе мәртәбә тайып йығылды ла:
– Һай! Аҡса таптым! – тип ҡысҡырып көлә-көлә, нисек етте шулай аяғына баҫты.
Сайҡала-сайҡала ҡағынғанда тағы йығылды:
– Һай! Тағы аҡса! – Тороп баҫты, ун аҙым атланымы, юҡмы, тағы осто:
– Бысағымамы миңә был тиклем аҡса?!
А. КӨМӨШБАЕВ.
Фото: глобаль селтәрҙән.
Читайте нас: