+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Март 2021, 11:20

ҠАРА КӨН Хикәйә Унынсы бүлек

Зәкинә түҙмәне, тағы әхирәте Гөлшатҡа шылтыратты. Юҡ-бар тураһында һөйләштеләр, ауыл хәлдәрен белештеләр, Зәкинә һүҙ араһында ғына әхирәтенән, Нәзирә апайыма бер һүҙ ҙә әйтмә инде, тип һораны. – Нимә хаҡында? – тип аптыранды тегеһе. – Нисек, нимә хаҡында? Тәңкә хаҡында. – Ә-ә, теге ваҡыт һөйләнгәйнең шул. Әсәйем олатайымдың тәңкәһен бирҙе, байтаҡ ҡына аҡса сыҡты, апайым менән бүлешергә тура килер инде, тигәйнең. – Шулай тип әйттемме? – тине Зәкинә. – Кит, бушты һөйләмә. – Бушты һөйләмә, тисе. Үҙең миңә 10 мең биреп торам, тинең. Бер йылға, тинең. Ҡасан теләһәң, шунда килеп алырһың, тинең. Иртәгә килһәм, буламы?


ҠАРА КӨН
Хикәйә
Унынсы бүлек

Зәкинә түҙмәне, тағы әхирәте Гөлшатҡа шылтыратты. Юҡ-бар тураһында һөйләштеләр, ауыл хәлдәрен белештеләр, Зәкинә һүҙ араһында ғына әхирәтенән, Нәзирә апайыма бер һүҙ ҙә әйтмә инде, тип һораны.

– Нимә хаҡында? – тип аптыранды тегеһе.

– Нисек, нимә хаҡында? Тәңкә хаҡында.

– Ә-ә, теге ваҡыт һөйләнгәйнең шул. Әсәйем олатайымдың тәңкәһен бирҙе, байтаҡ ҡына аҡса сыҡты, апайым менән бүлешергә тура килер инде, тигәйнең.

– Шулай тип әйттемме? – тине Зәкинә. – Кит, бушты һөйләмә.

– Бушты һөйләмә, тисе. Үҙең миңә 10 мең биреп торам, тинең. Бер йылға, тинең. Ҡасан теләһәң, шунда килеп алырһың, тинең. Иртәгә килһәм, буламы?

– Ярай, килерһең. Тик башҡа кешегә һөйләнмә инде.

– Һөйләнең ни, һөйләмәнең ни, хәҙер бөтә ауыл белә.

– Ҡайҙан белә? Кем һөйләгән?

– Бәй, Нәзирә апайыңа үҙең аҡса биреп ҡайтарғанһың да инде, 100 мең.

– Ужас! Ниндәй 100 мең булһын?!

– Эйе, апайың миңә лә һөйләне, 100 мең, ти. Миңә әле әҙ бирҙеләр, аҙаҡ өҫтәрбеҙ, тинеләр, тине.

Зәкинә ултыра төштө лә ҡуйҙы. Уның апаһының тырнағына эләкһәң, урамда джипта ултырған бандиттар ише генә ҡыланмаҫ.

Шул ваҡыт ишек ҡаға башланылар. Уф, апайым килгәндер, тип, Зәкинә йүгереп ишеккә барҙы. Унан апаһының пипелдәгәне ишетелде.

– Асығыҙ, ...пип-пип..., хәҙер донъяғыҙҙың аҫтын-өҫкә килтерәм! Һеҙ, ...пип-пип.., мине алдағанһығыҙ! Йә тәңкәне бирәһегеҙ, йә аҡсаны!

Зәкинәгә ишекте асыуҙан башҡа сара ҡалманы. Апаһы килеп инде лә һеңлеһен ҡосаҡлап алды.

– Рәхмәт инде, Зәкинә, әлдә һин барһың. Теге ваҡыт биргән аҡсағыҙ магазинды бер урарға ла етмәне. Тағы утыҙ мең бирһәң, башҡа һеҙгә әйләнеп тә ҡарамам. Әгәр теләһәгеҙ, аҡса кәрәкмәй, дәғүәм юҡ, тип справка яҙып бирәм. Утыҙ мең генә һум! Тун алам, хаҡы төшкән.

Әғләм йоҡлап ята ине, ул уянып килеп сыҡты.

– И-и, кейәүкәйем, – тине Нәзирә. – Эшкә бармай нишләп ҡатыныңды һаҡлап ятаһың? Ҡатынымды йә аҡсамды урларҙар, тиһеңме? Утыҙ меңеңде сығарып һал, распискамды ал һәм тыныс йоҡла.

Зәкинә менән Әғләм бер-береһенә ҡараштылар. Хәлдәре бөтөп, ултырыштылар. Әғләм, ауыр һулап, расписка яҙ, тине.

Ҡәйенбикәһе минут эсендә сатай-ботайын аҡ ҡағыҙ битенә төшөрҙө лә ҡағыҙҙы Зәкинәгә тотторҙо. Уныһы уҡып сыҡты ла башын һелкте. Шифоньерҙан бер-бер артлы алты бишлек һурылды.

Нәзирә аҡсаны әйләндере-әйләндереп ҡараны, еҫкәне һәм кеҫәһенә һалып ҡуйҙы ла:

– Иғтибар менән тыңлағыҙ! – тине ул. – Мин әлегә һеҙҙе ҡалдырып торам, ваҡытлыса тынысланам. Хәҙер һеҙҙең бөтә финанс-хужалыҡ эштәре минең контроль аҫтында буласаҡ. Әгәр тәңкәне 1 тәңкәгә генә артыҡ һатһағыҙ ҙа, унда минең дә өлөшөм бар. Фатирығыҙҙа яңы диван йә иҙән йыуа торған сепрәк барлыҡҡа килһә лә, һеҙ был мөлкәтте ниндәй аҡсаға һатып алыуығыҙҙы миңә отчетларға тейешһегеҙ. Килештекме?

Нәзирә нисек килеп инһә, шулай юҡ булды. Ә ир менән ҡатын аптырашып, бер-береһенә ҡарашып ултырып ҡалды.

– Беҙҙең хәлдәр күҙ алдында ҡатмарлана, – тине ҡатыны. – Мин апайымдың холҡон беләм. Ул колхозда ғүмер буйы бухгалтер булып эшләне. Юҡты бар, барҙы юҡ итеү уға бер ни тормай. Ул үткән урында бер ниндәй ҡара көнөң дә кәрәкмәй. Иң яҡты көнөңдө лә ҡара төнгә әйләндерәсәк. Өҫтөңдән төшмәйәсәк. Ошонан сыҡмаясаҡ, яңы фатир алһаҡ, шунда барасаҡ. Иҫке машина алһаҡ, бергә ултырып йөрөйәсәк. Ә быныһы беҙгә кәрәкме?

– Кәрәкмәй, – тине Әғләм. Ул бандит ҡиәфәтле ишек ҡуйыусыны, теге коллекционерҙың һаҡсыларын, хатта затлы һыныҡтар йыйыусы егетте лә бик һәйбәт кешеләр итеп күҙ алдына килтерҙе. Улар һатып алмаһа, талап булһа ла алырҙар, ләкин ҡурҡытып, ҡат-ҡат аҡса таптырып йөрөмәҫтәр. Аһ, Зәкинәнең апаһынан күргән этлектәр!

Зәкинә был тәңкәгә бәйләнеүенә асыҡтан-асыҡ үкенеүен йәшермәне. Ул ошо тәңкәнән башҡа ла бик матур йәшәй ине лә инде. Ғүмер буйы тырышып эшләп фатир алды. Һәйбәт кенә кешегә кейәүгә сыҡты, балаһы булырға тора. Тапҡан-таянғандары, аҡсалары ла етә һымаҡ ине. Әлеге тәңкә бөтә донъяһының аҫтын-өҫкә әйләндерҙе.

– Әғләм, – тине ул хәлһеҙ генә итеп. – Һин мине яратаһыңмы?

– Яратам, – тине тегеһе тоғро ғына. – Яратмаһам, һиңнең менән йәшәр инемме?

Әғләмдең телефоны шылтыраны.

– Һеҙ фатирығыҙҙамы? – тинеләр, һеҙ һаман тереме ни әле ул, тигәндәй.

– Эйе, беҙ өйҙә, фатирҙа, – тине Әғләм, аптыраныуын белдереп. – Ә нимә булырға тейеш ине?

– 1918 йылдың февралендә һеҙ йәки һеҙҙең ата-бабаларығыҙҙың берәйһе Петроградта булмағанмы? – һорау алыусы теге металл һыныҡтары йыйыусы егет икән.

– Мин булманым, – тине Әғләм. – Үҙем өсөн яуап бирә алам. Ә башҡалар өсөн әйтә алмайым.

– Ә быны раҫларлыҡ документығыҙ бармы? – тине тегеһе.

– Әлбиттә, бар, – тине Әғләм.

– Ниндәй документ?

– Паспортым бар, – тине Әғләм ҡыуанып. – Ә унда минең тыуған йылым 1970 йыл тип яҙылыу сәбәпле, 1918 йылда Петроград тигән ҡалала булыуым мөмкин түгел.

Теге башта бик оҙаҡ уйландылар.

– Дәлилдәр бик шыйыҡ, – тинеләр теге башта. – Бәлки, һеҙҙең ҡатынығыҙ Петроградта булғандыр?

– Булмаған, – тине ныҡ итеп Әғләм. – Сөнки минең ҡатыным 1990 йылда тыуған.

– Тыуһа ни? – тинеләр теге баштан.

– Ә беҙҙең Петроградҡа ниндәй ҡағылышыбыҙ бар? – тип мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә тырышты Әғләм.

– Туранан-тура, – тине затлы металл һыныҡтары йыйыусы. – Тап шул йылды Петроградта Эрмитажды талағандар. Һирәк осрай торған аҡсалар, йәғни нумизматика бүлегенән ошондай тәңкә юғалған һәм һеҙгә уны һатыу бик ауыр буласаҡ.

– Һин нимә, ҡустым? – тине Әғләм. – Мине йә ҡатынымды уғрылыҡта ғәйепләргә итәһегеҙме?

– Ғәйепләмәйем, – тине теге. – Урланған булыу сәбәпле һеҙҙең тәңкәнең хаҡы ныҡлы төшә.

– Мәҫәлән, нисә тапҡыр?

– Мәҫәлән, иң кәмендә ун тапҡыр.

– Рәхмәт, мин шуны ишетергә теләгәйнем дә, – тине Әғләм. – Был тәңкә беҙгә бер изгелек тә килтермәне. Уның арҡаһында барлыҡ тыныслығыбыҙҙы юғалттыҡ. Төндәрен йоҡлай алмайбыҙ. Хәҙер мин сығам да тәңкәне Ағиҙелгә ырғытам.

Теге башта яуап биргеләгәнсе Әғләм телефонын һүндерҙе.

Әғләм Башҡортостан тарихын бер аҙ белә. Мәктәптә уҡығандарын яҙа-йоҙа хәтерләй. Шуға һорауҙары теүәл һәм аныҡ ине.

– Матурым, ҡәҙерлем, – тине ул ҡатынын ыңғай һыпырып. – 1918 йылдың февралендә һинең олатайҙарыңдың береһе башҡорт ғәскәрҙәре менән Петроградты Юденичтан һаҡлауҙа ҡатнашмағанмы? Тәңкәне һатып алырға теләүселәр олатайыңдың олатайҙарының береһен Николай Икенсенең таж кейеүҙә ҡатнашыуын инҡар итмәксе. Тәңкә 1918 йылдың февралендә Эрмитажды талағанда юғалған тәңкәлер тимәксе.

– Бер олатай Петроградты һаҡлауҙа ҡатнашҡан шул, – тине ул, Әғләмгә күтәрелеп ҡарап. – Хәҙер нимә буласаҡ? Әйҙә, тәңкәне музейға бирәйек тә ҡуяйыҡ.

– Хәҙер беҙгә яуап бирергә тура киләсәк. Һин, матурым, яуап бирергә әҙерме?

Ә музейға бирһәң, улар рәхмәт тә әйтмәй, кеҫәләренә һала ла ҡуя инде.

– Ә мин һине тәүге күргән көндө һағынам, – тине Зәкинә. – Тәңкәһеҙ генә ниндәй матур йәшәгәнбеҙ .

Дауамы бар.


------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"

Читайте нас: