+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Апрель 2021, 11:35

84 КЕШЕ ЯНЫП ҮЛГӘН!

Быйыл ҡыш һалҡын һәм буранлы булды. Шул сәбәпле, электр йылытҡыстарҙы күберәк тоташтырғандарҙыр, мейестәрҙе лә иртә япҡандарҙыр, тип аңларға кәрәк. Сөнки үткән ҡыш 84 кеше янғында һәләк булған һәм һөрөмдән ағыуланып үлгән. Иң аяныслыһы шул, тереләй янғандар иҫәбендә дүрт бала ла бар.

Йылдың-йылы ҡабатлана был һәләкәттәр. Ҡорбандар һанын байтаҡҡа кәметеп булыр ине, әгәр һәр йортто янғын хаҡында иҫкәрткес ҡорамалдар менән тәьмин иткәндә. Улар бик ҡиммәт тә түгел. Файҙаланыу уңайлы һәм ауыр түгел.
Читайте нас: