+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Апрель 2021, 13:00

АҘЫМ ҺАЙЫН ҮЛЕМ ҺАҒАЛАЙ

Яҙ етте, көндәр йылынды тип ҡыуанаһығыҙмы? Тик аҙым һайын үлем һағалағанын онотмаһағыҙ ине. Был бигерәк тә балаларҙың хәүефһеҙлегенә ҡағыла. Сөнки уларҙың ғүмере өсөн беҙ, өлкәндәр, яуаплы.

Өйөгөҙҙә эҫе, тәҙрәләрҙе астығыҙ, пластик тәҙрәләргә, себен-серәкәй кермәһен өсөн, селтәрҙәр элдегеҙ... Һеҙ аш бүлмәһендә газ плитәһенә сәйгүн ултыртҡан арала 2-3 йәшлек сабыйығыҙ ҡайһы арала тәҙрә төбөнә менгән, селтәргә терәлгән һәм күп ҡатлы йорттан аҫҡа ҡолаған.
Быйыл яҙ иртә килә, тиҙәр. Бер нисә көндән һауа температураһы 15-20 градусҡа тиклем күтәрләсәк. Һаҡ булығыҙ! Үҙегеҙгә ғүмерлек ҡайғы алмағыҙ! Балаларығыҙҙы ҡарағыҙ һәм тәҙрә тупһаһына күтәрелергә рөхсәт итмәгеҙ.
Статистика аяуһыҙ, ул йәлләү белмәй. Былтыр яҙ тәҙрәләрҙән ҡолап тиҫтәгә яҡын бала имгәнгән һәм һәләк булған. Уяу булығыҙ!
Читайте нас: