+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Апрель 2021, 21:00

ҺАИ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ Һаҡ булығыҙ! “Етеле”, “һигеҙле”, “туғыҙлы”, “туҡһан туғыҙлы”, “ун дүртле”, “ун бишле” һ.б.

Һүҙ был юлы элекке автомобилдәр һәм уларҙың хәҙерге хужалары хаҡында барасаҡ. Ҡулдан алынған һәм тотонолған автомобилдәр хаҡында һүҙ сыҡһа, юғарыла һаналғандар иң тәүҙә күҙ алдына килә. Уларҙы 30-40 меңгә (ҡышлаған башмаҡ хаҡы) ифрат анһат һатып алырға мөмкин. Ул автомобилдәрҙең хәҙерге йөрөтөүселәре күпселек – йәштәр.

ҺАИ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ
Һаҡ булығыҙ!
“Етеле”, “һигеҙле”, “туғыҙлы”, “туҡһан туғыҙлы”, “ун дүртле”, “ун бишле” һ.б.
Һүҙ был юлы элекке автомобилдәр һәм уларҙың хәҙерге хужалары хаҡында барасаҡ. Ҡулдан алынған һәм тотонолған автомобилдәр хаҡында һүҙ сыҡһа, юғарыла һаналғандар иң тәүҙә күҙ алдына килә. Уларҙы 30-40 меңгә (ҡышлаған башмаҡ хаҡы) ифрат анһат һатып алырға мөмкин. Ул автомобилдәрҙең хәҙерге йөрөтөүселәре күпселек – йәштәр. Улар үҙҙәренсә нимә менәндер шөғөлләнә – кеше ташый, баҙарға картуф, һөт, ҡаймаҡ, йәшелсә килтерә. Уларҙың автомобилдәре төрлө ауаздар сығара, боролоштарҙа шағыр-шоғор килә. Автоинспекторҙар өсөн улар – үҙе бер табыш. Автомобилдәре техник күҙәтеү үтмәгән, тәгәрмәстәре ҡышын тырнаҡһыҙ, йәйен – ялтыр. Улар тиҙ-тиҙ генә штраф түләй ҙә, үҙ мәшәҡәттәре менән алға томорола. Ышаныс ҡағыҙы менән йөрөйҙәр. Улар өсөн уңдан-һулға, йәки киреһенсә юлды иңләү бер ни ҙә тормай. Уларҙың, яҡындағы сит илдән килеп, эшләп йөрөүҙәре бик ихтимал. Штраф түләү бик һирәк, аварияларҙа улар йыш теркәлә.
Уларҙан ҡотолоу юлы бармы? Бар, тиҙәр автоинспекторҙар. Ҡағиҙә боҙоусыларҙы даими рәүештә тоталар һәм штраф түләтәләр. Юҡ, тиҙәр ябай, законға буйһоноусан Рәсәй граждандары. Сөнки улар, бында килгәс тә үҙҙәренең төбәктәрендәге закондар һәм ҡағиҙәләр менән йәшәргә ынтылалар.
Улар һуңғы осор такси хеҙмәтендә төрлө компаниялар аша үҙ урынын яуланы. Хатта уларҙан ҡотолоу юлы юҡ һымаҡ. Улар өсөн штраф түләү урынына ришүәт тоттороп китеү бер ни ҙә тормай. Бындай осраҡта законды теүәл үтәүселәргә һаҡ булырға һәм түҙемлелек һаҡларға ғына ҡала.
Читайте нас: