-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Апрель 2021, 16:31

ҺАИ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ. ҺЕҘ – УМЫРЗАЯ

Эйе, ысынлап та, һеҙ – умырзая. Беҙ һеҙҙең хәлегеҙҙе аңлайбыҙ. Һеҙ тулҡынланаһығыҙ. Хатта ҡатынығыҙ ҙа бөгөн мыжымай, балаларығыҙ һеҙгә ғорурланып һәм өмөт меннән ҡарай. Сөнки атай бөгөн, ҡыш буйы ҡар аҫтында ултырғандан һуң, автомобилде ҡыҙҙырып сығасаҡ. Эйе, кисә үк автомобиль эргәһендәге ҡарҙы көрәп, юл ярып ҡуйҙығыҙ. Аккумулятор көс туплаған һәм хәҙерҙән үк үҙенең бурысын үтәргә әҙер.

ҺАИ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ
ҺЕҘ – УМЫРЗАЯ
Эйе, ысынлап та, һеҙ – умырзая. Беҙ һеҙҙең хәлегеҙҙе аңлайбыҙ. Һеҙ тулҡынланаһығыҙ. Хатта ҡатынығыҙ ҙа бөгөн мыжымай, балаларығыҙ һеҙгә ғорурланып һәм өмөт меннән ҡарай. Сөнки атай бөгөн, ҡыш буйы ҡар аҫтында ултырғандан һуң, автомобилде ҡыҙҙырып сығасаҡ. Эйе, кисә үк автомобиль эргәһендәге ҡарҙы көрәп, юл ярып ҡуйҙығыҙ. Аккумулятор көс туплаған һәм хәҙерҙән үк үҙенең бурысын үтәргә әҙер.
– Йә, әсәһе, – тип мөңгөрҙәй атай. – Теге... белгән доғаларыңды...
Мәлдең яуаплылығын балалар белә, шуға шаярмай. Хатта бесәй ҙә шым ғына ултыра.
– Хоҙайға тапшырҙыҡ, – ти әсәләре.
Балалар алдан уҡ тәҙрәнән урын алды. Бер өлгөнө әсәйгә ҡалдырҙылар. Ана, ҡар тишеп сыҡҡан умырзая һымаҡ, автомобиль иртәнге ҡояшҡа ҡыуанып ҡыҙына.
Атай аккумуляторҙы урынлаштырҙы ла, ҡыйыу ғына атлап салонға керҙе. Әлегә аҡлы-ҡаралы төтөн күренмәй. Әллә бөгөн ҡыҙмаҫҡа итәме икән? Атай, олпат ҡына атлап, салондан сыҡты. Көҙгөләрҙе, тәҙрәләрҙе һөрткөләне, тәгәрмәстәргә типкеләп сыҡты һәм яңынан салонда юғалды. Шул тиклем ҡарағас, “Йә, малҡай!”, тип иркәләгәс, ҡыҙмай буламы һуң инде? Юҡ! Был тимер генә түгел, был тимер йәнле. Ул да ярты йыл буйы ҡар аҫтында ултырып йонсоғандыр, тип-тигеҙ асфальтлы юлдарҙы һағынғандыр, хужаһын, уның хәләл ефетен, балаларын көткәндер. Эйе, аҡлы-ҡаралы төтөн сыҡты, балалар “ура” ҡысҡырҙы, хатта әсәләре йылмайып ебәрҙе. Тик бесәй генә бер нимә лә өндәшмәне.
Читайте нас: