Яҙғандарыбыҙ уйынлы-ысынлы тойолһа ла, ҺАИ һеҙҙең мәнфәғәттәрҙе ҡайғырта һәм һеҙгә кәңәштәр бирә. Бына, әйтәйек, автомобилегеҙҙе юлға әҙерләнегеҙ, тоҡандырҙығыҙ, һөрткөләнегеҙ, балаларығыҙ һәм ҡатынығыҙ сығып ултырҙы. Кәйефегеҙ боҙолмаһын өсөн дүрт тәгәрмәсегеҙ терәлеп торған ерҙе ҡарағыҙ. Әгәр унда асфальт булһа, һеҙҙең тарафтан закон, йәки ҡағиҙәне боҙоу юҡ. Ә инде газон булһа, штраф түләргә әҙерләнегеҙ. Сөнки ирегән ҡар газон сәселгән ерҙе йомшарта һәм һеҙ сыҡҡанда тәгәрмәстәрегеҙ аҫтында тәрән соҡорҙар – колеялар хасил буласаҡ. Ә Өфөлә был мәсьәлә бик киҫкен тора. Мәҫәлән, Республика Башлығы газондарҙың һаҡланышы буйынса көн элгәре киҫәтеп ҡуйҙы. Ҡала башлығы Сергей Греков та водителдәргә махсус мөрәжәғәт менән сығырға мәжбүр булды.
Был мәсьәлә, әлбиттә, ҡалала автомбиль яратыусылар өсөн киҫкен тора. Парковкалар етмәй. Ләкин закон ни тиклем ҡаты булмаһын, ул – закон. Шуға күрә асфальт өҫтөнән үтһәгеҙ, штраф түләргә әҙерләнегеҙ.