+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Апрель 2021, 14:13

ЮҠҺЫНҒАНДА Хикәйә Алтынсы бүлек

Ысынлап та Хәмзәгә эш күбәйҙе. Гөлназ әхирәте эсергән көслө дарыуҙан саҡ иҫән ҡалды. Табиптар әйтеүенсә, әгәр тағы бер сәғәткә һуңлаһалар, ҡатынды ҡотҡарып булмаҫ ине.Гөлназ бер аҙ һушына килгәс, уның менән полицейскийҙар әңгәмәләште. Ул бер нәмәне лә йәшереп торманы, нисек бар – шулай һөйләп бирҙе. Эске эштәр органдарында милеккә бәйле енәйәттәрҙең үҫеүен күптән иғтибарға алғандар икән. Тимерйән бабайҙың йорто менән бәйле бик тәүәккәл эш иттеләр. Йорт ҡулдан-ҡулға китмәһен өсөн милеккә шунда уҡ арест һалдылар. Хәҙер бабайҙың һауығып сыҡҡанын көтәһе лә милек хоҡуҡтарын ҡайтарып алаһы ғына ҡалды. Ләкин был эш еңел генә түгел икән. Хәмзә ҡайҙа ғына бармаһын, “Һеҙ кем? Ҡартҡа ниндәй мөнәсәбәтегеҙ бар? Ҡайҙа һеҙҙең ышаныс ҡағыҙы?” тип, һорауҙар яуҙыра башлайҙар. Хәмзәнең дуҫы, приют хужаһы, ярай, намыҫлы кеше булып сыҡты. Бабайҙы дауалап, аяҡҡа баҫтырҙылар. Хатта ул өйөнә ҡайтып, шунда донъя көтөү тураһында хыялланырға тотондо.

Ысынлап та Хәмзәгә эш күбәйҙе. Гөлназ әхирәте эсергән көслө дарыуҙан саҡ иҫән ҡалды. Табиптар әйтеүенсә, әгәр тағы бер сәғәткә һуңлаһалар, ҡатынды ҡотҡарып булмаҫ ине.

Гөлназ бер аҙ һушына килгәс, уның менән полицейскийҙар әңгәмәләште. Ул бер нәмәне лә йәшереп торманы, нисек бар – шулай һөйләп бирҙе. Эске эштәр органдарында милеккә бәйле енәйәттәрҙең үҫеүен күптән иғтибарға алғандар икән. Тимерйән бабайҙың йорто менән бәйле бик тәүәккәл эш иттеләр. Йорт ҡулдан-ҡулға китмәһен өсөн милеккә шунда уҡ арест һалдылар. Хәҙер бабайҙың һауығып сыҡҡанын көтәһе лә милек хоҡуҡтарын ҡайтарып алаһы ғына ҡалды. Ләкин был эш еңел генә түгел икән. Хәмзә ҡайҙа ғына бармаһын, “Һеҙ кем? Ҡартҡа ниндәй мөнәсәбәтегеҙ бар? Ҡайҙа һеҙҙең ышаныс ҡағыҙы?” тип, һорауҙар яуҙыра башлайҙар. Хәмзәнең дуҫы, приют хужаһы, ярай, намыҫлы кеше булып сыҡты. Бабайҙы дауалап, аяҡҡа баҫтырҙылар. Хатта ул өйөнә ҡайтып, шунда донъя көтөү тураһында хыялланырға тотондо.

Аҙаҡ бик оҙайлы суд процесы барҙы. Йортон ҡайтарып алғас, был хаҡта күршеһенә бик мажаралы һәм мауыҡтырғыс итеп һөйләне, Гөлназ менән Хәмзәгә ҡат-ҡат рәхмәттәр уҡыны. Күршеләре уларҙы яҡындарынан бер кешеһе лә ҡалмаған бабайҙың тулы хоҡуҡлы вариҫтары итеп танырға өлгөрҙө. Ләкин йорт өсөн көрәш әле бының менән генә тамамланманы.

Бер көн бабай эргәһенә Сәғирә ҡарсыҡ менән Әлиә килеп инде.

– Теге ваҡыт ҡапыл күсенергә тура килгәс, әйберҙәрем тороп ҡалған, – тип алдаштырҙы ҡарсыҡ. – Бер ыңғай бабайҙың хәлен дә белеп сығырға ине.

Гөлназ уларҙы бер һүҙһеҙ ҡабул итте.

Ҡабул итмәй сараһы юҡ: береһе – элекке ҡәйнәһе, икенсеһе – боронғо әхирәте. Әлиә үҙен бер ни булмағандай, яҡын әхирәте итеп тота. Гөлназдан серҙәрен белергә тырыша. Гөлназмы һуң инде кем менән һөйләшкәнен белмәйенсә барыһын да һөйләп бара торған ҡатын! Серен аса һалмай, мөләйем генә йылмая ла ҡуя.

Ә Әлиә маҡтанды инде. Рафаилдың башын тәки әйләндергән, уныһы уға мөкиббән киткән дә ҡуйған икән. Хәҙер никах уҡытыу, загсҡа барыу, балалар үҫтереү хаҡында хыялланалар, ти.

– Ә һин был ҡарсыҡ менән нисек йәшәнең ул? – тине Әлиә Гөлназға, ҡәйнәһе яғына ымлап.

– Ә беҙ күпме генә йәшәнек? – тине Гөлназ. – Бер йылдан саҡ ҡына күберәк. Мин уның менән һүҙгә килешмәнем. Күпме генә өндәшһә лә, шым ҡала торғайным.

– Юҡ инде, мин өндәшмәй ҡала алмайым, – тине Әлиә. – Бер-ике тапҡыр мине тәрбиәләп ҡарағайны, ҡаршыһына Рафаилды алып килеп ҡуйҙым да: “Йә әсәйеңде сығарып ебәрәһең, йә мин сығып китәм”, тинем.

– Юҡ, мин улай тип әйтә алманым, – тине Гөлназ. – Иремдең әсәһе, оло кеше, мин уны нисек өйҙән ҡыуайым? Ә һин шулайтып еңә алдыңмы?

– Әлбиттә, хәҙер майлаған һымаҡ, Әлиәкәйем, үҫкәнем, матурым, тип эргәмдә йүгереп кенә йөрөй. Әлегә йөрөһөн әле, аҙаҡ күҙ күрер.

Сәғирә ҡарсыҡтың әхирәттәр яғына асыулы ҡараштар ташлауын улар һиҙенә ине.

Аҙаҡ Рафаил килеп, уларҙы алып ҡайтып китте. Ҡайтыу менән Сәғирә ҡарсыҡ ярһып Әлиәгә ташланды.

– Һин унда әхирәтеңә мине нимә тип һөйләй инең? – тине.

– Бер нәмә лә һөйләмәнем, – тине Әлиә күҙен дә йоммайынса.

– Нисек һөйләмәнең? Һин бит, Сәғирә ҡарсыҡты ҡыуып сығарам, тинең .

– Ну-у, кем белә, бәлки, һөйләнгәнмендер, – тине Әлиә, Рафаилдан яҡлау көтөп.

Шул ваҡыт ҡарсыҡ гөлт итеп тоҡанып китте.

– Улым, Рафаил, нимә ҡарап тораһың!? Ҡыуып сығар быны!

Рафаил нимә эшләһен инде? Иң тәүҙә ишек артына Әлиәнең сумаҙанын, шунан үҙен төрткөләп килтереп тупһа аша этеп сығарҙы ла шартлатып ишекте бикләп тә ҡуйҙы.

– Ярай, улым. Быныһы ла һиңә яҙмаған икән. Өсөнсөһөн, дүртенсеһен, арыуырағын табырбыҙ әле.

Әлиә нимә эшләһен? Бер төнгә ҡуян тиреһе лә сыҙаған, тигәндәй, вокзалға төшөп ҡуныуҙан башҡа яйын таба алманы.

Тап ошо минуттарҙа Хәмзә менән Гөлназ, Тимерйән ҡарттың ике яғынан ултырып, уны ашаталар ине.

– Бына һиңә ҡаҙ бото, – тине Хәмзә, ҡарттың ҡулына тоттороп. Алдына тәрилкә тултырып билмән ҡуйҙылар.

Ҡарт кеше күпме генә ашай инде? Их, элекке тештәре булһа, бәлки, аҡтарып-аҡтарып бынау ботто кимерер ине. Етмәһә, әбейе иҫән булһа. Яҙманы шул бергә тигеҙ ғүмер итергә. Ошолай әбейен юҡһынған саҡтарында күңеле тулып, күҙе шәмәреп, саҡ ҡына илап та ала. Ниңә кешеләр оҙаҡ һәм бәхетле йәшәмәй икән? Ярай, үҙенең яҡын туғандары булмаһа ла, ярҙам итерлек, таянырлыҡ заттар тура килде. Юғиһә, ғүмер буйы йыйған мал-мөлкәтенең, донъяһының кемдәр ҡулына эләккәнен дә белмәйенсә ятыр ине. Тормоштан ҡәнәғәт, күпме генә йәшәргә ҡалған тиһең. Моғайын, аҡтыҡҡы көндәрен ҡайғы-хәсрәтһеҙ, еңел генә үткәрер.

– Ҡуйығыҙ, – тине ул, йәштәргә ҡарап. – Хәҙер ҡартайғас, күп ашап буламы һуң инде? Анау әсе ҡоротто һурпаға иҙеп, саҡ ҡына борос һипһәгеҙ, шуны эсер ҙә ҡуйыр инем. Тешһеҙ кешенең ашы шул инде.

Был йорттоң тәҙрәләрендә ут бик оҙаҡ һәм яҡты янды. Бер-береһенән генә түгел, тормоштарынан да ҡәнәғәт хәҙер бында йәшәүселәр.

Аҙағы.

Читайте нас: