+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Апрель 2021, 10:21

ҺАИ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ БИРЕРГӘМЕ, БИРМӘҪКӘМЕ? ТҮЛӘРГӘМЕ, ТҮЛӘМӘҪКӘМЕ?

Һүҙ ришүәт хаҡында бара. Сетерекле мәсьәлә. Сөнки ришүәт биреү ҙә, алыу ҙа бик етди енәйәт иҫәпләнә. Беҙҙә элек-электән аҡса түләп, иң ҙур хатаны ла төҙәтеп була, хатта ҡотолорға мөмкин тип иҫәпләнә.

ҺАИ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ
БИРЕРГӘМЕ, БИРМӘҪКӘМЕ?
ТҮЛӘРГӘМЕ, ТҮЛӘМӘҪКӘМЕ?
Һүҙ ришүәт хаҡында бара. Сетерекле мәсьәлә. Сөнки ришүәт биреү ҙә, алыу ҙа бик етди енәйәт иҫәпләнә. Беҙҙә элек-электән аҡса түләп, иң ҙур хатаны ла төҙәтеп була, хатта ҡотолорға мөмкин тип иҫәпләнә.
Әгәр шулай булмаһа, ЮХХДИ бүлегендә ябай ғына вазифала эшләгән ришүәтсе ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә 40 миллион һумдан күберәк мөлкәт йыйып өлгөрмәҫ ине. Ул вазифаһынан азат ителгән, хәҙер фатирын, 70 кв. метрлы өс офисын, ике ҡиммәтле автомобилен, ҡала эргәһендә ере менән коттеджын тартып алыу өсөн көрәш бара. Элекке полицейский, йәш булһа ла, алйотлоҡта ғәйепләп булмай, ришүәт иҫәбенә һатып алынған барлыҡ мөлкәтен туғандарына яҙған. Әлбиттә, улары ниндәй аҡсаға һатып алыуҙарын иҫбатлай алмаған.
Бына шулай, һеҙ эшләп алған аҡса, аҡрынлап, йыйылған һәм ҙур ғына байлыҡҡа әүерелгән. Хәҙер уны тартып аласаҡтар һәм дәүләт файҙаһына күсерәсәктәр.
Шуның өсөн уйлағыҙ, штраф түләргәме, әллә автоинспекторҙың кеҫәһен ҡалынайтырғамы?
Читайте нас: