+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Апрель 2021, 20:10

ҺАИ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ БӘХӘСЛӘШЕҮ ҺЕҘҘЕҢ ФАЙҘАҒА ТҮГЕЛ

ДПС “Форд”ы эргәһендә торған майор аҡлы-ҡаралы таяғын бер генә һелкетте лә, миңә туҡталырға урын билдәләне. Автомобилемде туҡтаттым, тормозға ҡуйҙым һәм, йүгереп, автоинспектор эргәһенә барҙым. Шул арала ҡолағыма майорҙың кеҫә телефоны аша кемгәлер зарланғаны ишетелеп ҡалды: “Бик уҫал һәм тупаҫ һөйләште. Номеры “010”. Аҡ “Мерседес”. Ҡайҙалыр ҡабалана. Туҡтатып, бәйлән әле, бәлки һин берәй нәмә табырһың”.

ҺАИ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ
БӘХӘСЛӘШЕҮ ҺЕҘҘЕҢ ФАЙҘАҒА ТҮГЕЛ
ДПС “Форд”ы эргәһендә торған майор аҡлы-ҡаралы таяғын бер генә һелкетте лә, миңә туҡталырға урын билдәләне. Автомобилемде туҡтаттым, тормозға ҡуйҙым һәм, йүгереп, автоинспектор эргәһенә барҙым.
Шул арала ҡолағыма майорҙың кеҫә телефоны аша кемгәлер зарланғаны ишетелеп ҡалды: “Бик уҫал һәм тупаҫ һөйләште. Номеры “010”. Аҡ “Мерседес”. Ҡайҙалыр ҡабалана. Туҡтатып, бәйлән әле, бәлки һин берәй нәмә табырһың”.
Был һүҙҙәр миңә ҡағылмаһа ла, ғүмерлек күрһәтмә һымаҡ яңғыраны. Мин дә ҡабаланам, шуға бер һүҙ ҙә өндәшмәйем. Документтарымды сығарып бирҙем. Автоинспектор, эргәмә килеп, танауын битемә терәп, тигәндәй алды һәм үкенес тойғоһо менән, ҡуҙғалып китергә рөхсәт итте.
Үҙем өсөн етди һабаҡ алдым. Автоинспектор менән бәхәскә инергә, низағҡа юл ҡуйырға ярамай. Ҡариҙелдең уң ярында бер түгел, ике автоинспектор “010” һанлы “Мерседес”ты туҡтатып, аҫтын-өҫкә килтерәләр ине. “Эх, – тинем мин, уларҙың дәртләнеп эшләүен күреп, – үҙҙәренең вазифаларын да шулай теүәл башҡарһалар ине”.
Читайте нас: