ҺАИ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ
ӘГӘР ҺЕҘҘЕ ТУҠТАТҺАЛАР...
Юл саттарында автоинспекторҙарҙың тороуы һәм тимер ағымдан автомобилдәрҙе туҡтатыуы – ғәҙәти күренеш. Өфөгә Аҡбирҙенән мин көн һайын иртәле-кисле йөрөйөм. Ҡариҙел аша таш кисеү эргәһендә автоинспекторҙар бик һирәк көндәрҙә генә булмай.
Бына тиҫтәләрсә автомобиль араһында автоинспектор миңә төртөп күрһәтте һәм туҡталыу урынына ишараланы.
Хәл-әүәл белешкәндән һуң миңә алкотестерға өрөп ҡарарға тәҡдим итте.
Мин уға бер генә һорау бирҙем һәм ул миңә хәйерле юл теләргә мәжбүр булды.
Был һорау бик сетерекле, әлбиттә, һүҙһеҙ буйһонорға, автомобилдән сығырға һәм алкотестерға өрөп ҡарарға мөмкин. Ләкин инспектор бының сәбәбен аңлатып торманы. Мин икеләнеп торманым, унан:
– Мине туҡтатыу өсөн ниндәй сәбәп бар? – тип һораным.
Тағы ла бер бойороҡ яңғыраһа, мин автомобилдән сығырға әҙер инем. Ләкин ул таяғын икенсе автомобилгә йүнәлтте һәм миңә:
– Хәйерле юл! Мин һеҙгә һәйбәт көн теләйем! – тине.
Әйткәндәй, бәләкәй генә көләмәс.
Өсөнсө бөтөн донъя һуғышынан һуң археологтар аҡлы-ҡаралы таяҡ тапҡандар һәм таяҡ менән кемдәрҙең файҙаланыуын асыҡлағандар.
Ғалимдарҙың отчетына былай тип яҙылған: “Боронғо яҙмаларға ҡарағанда, аҡлы-ҡаралы был таяҡтарҙы ментозаврҙар файҙаланған. Улар юл буйында йөрөгәндәр һәм ошо таяҡ ярҙамында туҡланғандар”.