+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Апрель 2021, 19:45

ИРТӘГӘ РАМАҘАН АЙЫ БАШЛАНА

Аллаһҡа инанған һәр мосолманға Рамаҙан айында ураҙа тотоу мотлаҡ һанала. Ураҙа һәр бәйғәмбәргә – Әҙәмдән (ғәләйһи-ссәләм) алып, Мөхәммәткә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) тиклем – мотлаҡ һаналған.

2021 йылдың 13 апрелендә, шәмбе, һижри 1442 йылдың Рамаҙан айы башлана. Был ай бөтөн өммәттең дә айы, тип билдәләнгән. Ураҙала ашауҙан, эсеүҙән, енси бәйләнештән баш тартыу мотлаҡ һанала. Рухи камиллыҡҡа ынтылыу, кәйефең төшөүгә, йән көйөүгә, нәфсе аҙыуға, ҡомарлы уйындарға ынтылыуға юл ҡуймау ә ыңғай, яҡшы ғәмәлдәр ҡылыу сараларын эҙләү кәрәк. Аллаһҡа йүнәлтелгән доғалар, аяттар, тәүбәгә килеүҙәр – ысын күңелдән атҡарылһа ғына, тормошҡа аша.
Ураҙа – кешене Аллаһҡа яҡынайта, гонаһтарын юя, торған юлдарҙың береһе.
Ураҙанан фәғирҙәр, оло йәштәгеләр, юлдағылар һәм һуғыштағылар, йөклө һәм бала имеҙгән әсәләр ғына азат ителә.
Читайте нас: