+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Апрель 2021, 21:20

ҺАҠЛАНҒАНДАРҘЫ “СПУТНИК V” ҺАҠЛАЯСАҠ.

Барлыҡ донъяла, тажзәхмәт таралыу менән бәйле, тетрәнеүҙәр дауам итә, ҡорбандар һаны кәмемәй. Вакцина етештереүсе предприятиелар тәүлек әйләнәһенә көсөргәнешле эшләй һәм мөмкин тиклем күберәк кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ынтыла. Рәсәйҙең “СПУТНИК V” вакцинаһын бөгөн ер шарының 60-лап илендә көтәләр.

Һаҡланыу сараларын теүәл һәм ваҡытында үтәү вакцинаның файҙалылығын күпкә күтәрә. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә вакцинаның дүртенсе төрөн файҙаланыуға индереү буйынса һуңғы әҙерлек эштәре бара. Рәсәй препаратына дәғүәләр бик әҙ ишетелә. Ыңғай булмаған баһаларҙың күбеһе сәйәси йоғонтонан азат түгел. “СПУТНИК V”-ның Көнбайышты шаҡ ҡатырған уңышы юҫығында “Джонсон&Джонсон” етештерә башлаған пепараттың, кәмселектәре асылыу сәбәпле, етештереүҙең туҡтатылыуы Рәсәй ғалимдарының тантанаһы хаҡында һөйләй.
Читайте нас: