+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Апрель 2021, 17:59

ҺАЙ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ! ҠУРҠМАЙЫҠ, УЛАР БЕҘҘЕ АШАРҒА ЙЫЙЫНМАЙ

Беҙ автоинспекторҙан ҡурҡып өйрәнгәнбеҙ. Бындай ҡурҡыу генетик кимәлдә оҙаҡ йылдар буйы тупланған һәм унан ҡотолоу еңел түгел. Шуның өсөн автоинспекторҙан, уның туҡтатыуынан ҡурҡмаҫҡа, юғалып ҡалмаҫҡа өйрәнәйек. Бөтәһе лә закон киңлектәрендә хәл ителергә тейеш. Һеҙҙе туҡтатыусының хоҡуҡтары закондар менән көйләнгән. Һеҙҙе аҡлы-ҡаралы таяҡ менән туҡтатасаҡтар һәм туҡтау урынын күрһәтәсәктәр. Һеҙҙе, мәҫәлән, махсус тауыш көсәйткес ярҙамында туҡтатыуҙары ла ихтимал.

ҺАЙ – “ҺӘНӘК” АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ!
ҠУРҠМАЙЫҠ, УЛАР БЕҘҘЕ АШАРҒА ЙЫЙЫНМАЙ
Беҙ автоинспекторҙан ҡурҡып өйрәнгәнбеҙ. Бындай ҡурҡыу генетик кимәлдә оҙаҡ йылдар буйы тупланған һәм унан ҡотолоу еңел түгел.
Шуның өсөн автоинспекторҙан, уның туҡтатыуынан ҡурҡмаҫҡа, юғалып ҡалмаҫҡа өйрәнәйек. Бөтәһе лә закон киңлектәрендә хәл ителергә тейеш. Һеҙҙе туҡтатыусының хоҡуҡтары закондар менән көйләнгән. Һеҙҙе аҡлы-ҡаралы таяҡ менән туҡтатасаҡтар һәм туҡтау урынын күрһәтәсәктәр. Һеҙҙе, мәҫәлән, махсус тауыш көсәйткес ярҙамында туҡтатыуҙары ла ихтимал. ЮХХДИ автомобиленең зәңгәрле-ҡыҙыллы уттарын ялпылдатып ултырыуына ғәжәпләнмәгеҙ. Был ҡағиҙә бер нисә йыл элек ғәмәлгә индерелде. Автоинспектор туҡталыу тыйылған урында һеҙҙе туҡтата алмай. Тик бының өсөн ҡайһы бер ташламалар ҙа булыуы ихтимал. Мәҫәлән, кемгәлер ярҙам күрһәтеү, йә енәйәтсене туҡтатыу маҡсатында.
Авоинспектор һеҙҙе туҡтатҡандан һуң шунда уҡ эргәгеҙгә килергә һәм туҡтатыу сәбәбен аңлатырға бурыслы. Ул үҙенең исеме, фамилияһы менән таныштыра, вазифаһын һәм дәрәжәһен әйтә. Автоинспекторҙар хәҙер эш хаҡын күп ала, улар үҙҙәренең вазифаһының, эшенең ҡәҙерен белә. Шуға күрә водитель менән әҙәпле һөйләшеүен, һәр һорауға яуап биреүен тәбиғи ҡабул итегеҙ.
Улар өсөн үҙ-ара аралашыуҙы низағҡа әйләндереү кәрәкмәй. Сөнки һәр ялыу тикшерелә һәм ғәйеплеләргә ҡарата дисциплинар сара күреү менән тамамлана.
Читайте нас: