+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Апрель 2021, 21:17

БЫЙЫЛ ҺЫУ МУЛ БУЛАСАҠ

Яҙ һуңлай, тиһәк тә ҡар тиҙ ирей һәм донъяны баҫып килә. Әлеге мәлдә, ер туң булыу сәбәпле, һыу бик һеңмәй, йырғанаҡтарҙан йылғаларға аға һәм һыу кимәле күтәрелгәндән-күтәрелә бара. Башҡортостанда ҡайһы бер кеше йәшәгән төбәктәрҙе һыу баҫыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, Ағиҙел йылғаһында боҙ бер нисә көнгә иртәрәк аға башланы. Ҙур йылғаларға яҡын йәшәгән өйҙәрҙә һуңлап булһа ла, өй йыһаздарын икенсе ҡатҡа йә түбәгә күтәрәләр.

Белгестәр билдәләүенсә, быйыл ҙур ғына ташыу көтөлә. Мәҫәлән, бөгөнгә Ағиҙел йылғаһы Өфө эргәһендә – 481 см (+65 см.), Өфө йылғаһы Шаҡша эргәһендә – 433 см (+35 см). Ҡағиҙә буйынса, иң тәүҙә Өфө эргәһендә Дим йылғаһы ташырға тейеш. Шунан һуң баш ҡаланы олпат ҡына итеп Өфө йылғаһы уратып алыр һәм улар көньяҡта Ағиҙелгә ҡушылып, бер ағым булып, төньяҡҡа йүнәлеш аласаҡ.
Читайте нас: