Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы үткән ҡышҡа йомғаҡ яһаны. Ҡыштың һыуыҡ килеүе һәм ҡарҙың күп яуыуы байтаҡ мәшәҡәттәр тыуҙырған. Мәҫәлән, 87 кеше янғында һәләк булған, шуларҙың дүртәүһе – балалар. Ҡорбандар һаны 2019-2020 йылдарҙағы ҡышҡа ҡарағанда, унауға күберәк. Ҡотҡарыусылар аңлатыуынса, алдағы ҡыш күпкә йылыраҡ булған һәм өҫтәлмә йылытыу саралары бик аҙ ҡулланылған. Ә инде һуңғы ҡыштың һыуыҡлығы, өйҙәрҙе йылытҡанда янғын хәүефһеҙлеген һаҡлауҙа етешһеҙлектәргә юл ҡуйылыуы кешеләрҙең яныуына сәбәпсе булған.