БЕҘҘЕ АЛДА 10 000-СЕ ҠУЛЛАНЫУСЫ КӨТӘ!
Социаль селтәрҙәрҙә “Һәнәк” журналы, журнал “Вилы” төркөмөнөң иң әүҙем үҫешеүселәр иҫәбенән икәнлеген даими билдәләп барабыҙ. Беҙгә килеп ҡушылғандарға, сайтыбыҙҙың эшмәкәрлеген киңәйтеүгә өлөш индереүселәргә ҙур рәхмәт! 2020 йылдың февралендәге 830 ҡулланыусынан беҙ ошо аҙнала 10 000-сеһен көтәбеҙ. Көн һайын 15-20 ҡулланыусы ҡушылыуын иҫәпкә алһаҡ, был ваҡиға ай аҙаҡтарында буласаҡ һәм күңелдәребеҙҙә шатлыҡ, ҡыуаныс тойғолары уятасаҡ.
Ҙур рәхмәт, төркөмөбөҙгә ҡушылыусылар, уның эшен йәнләндереүселәр! Артабан да бергә булайыҡ!
Әйткәндәй, почта бүлексәләрендә “Һәнәк” журналына яҙылырға теләүселәрҙе көтәләр. Ярты йылға яҙылыу хаҡы – 495 һум 12 тин. Бергә булайыҡ, дуҫтар!