+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Апрель 2021, 11:49

БЫЛ МАЙ ҠИММӘТКӘ ТӨШМӘГӘЙЕ

Сәйер тойолмаһын, һүҙебеҙ ашай торған май тураһында түгел, йәшәй торған май тураһында барасаҡ. Мәғлүмәт саралары, кем уҙарҙан, майҙа ун көн ял итәсәкбеҙ, тип халыҡты ҡыуандыра, Президентты маҡтай, көндәрҙе нисек үткәреү хаҡында кәңәштәр бирә. Барыһы ла дөрөҫ, ләкин саҡ ҡына хата бар. Асыҡлыҡ индереү маҡсатында, шуларҙы белдерәм: был ун көн ял халыҡҡа кәрәк. Һәм ул, Яңы йылдан һуң бирелә торған ун көнгә ҡарағанда, файҙалыраҡ. Сөнки хәҙер күптәр баҡсаларына ынтыласаҡ, тыуған яҡтарына ҡайтып киләсәк, ата-әсәләренә ярҙам итәсәк. Ләкин ун ғына көн түгел, ә 17 көн ял итеү хаҡында һүҙ барырға тейеш. Һәм әҙерлек тә 17 көнгә тәғәйенләнһен. Сөнки 15, 16, 22, 23, 29, 30 майҙан алда 13 майҙа Ураҙа ғәйетендә ял итәһебеҙ бар. Шуға күрә, ҡабатлап әйтәм, ял иткәндә мөмкинлектәрегеҙҙе 17 көнгә хисаплап бүлергә кәрәк.Әйткәндәй, эш биреүселәрҙең, хужаларҙың, түрәләрҙең яртыһы, тип әйтерлек, 10 көнлөк ялды хупламай һәм бөгөндән зыяндарын иҫәпләй.

БЫЛ МАЙ ҠИММӘТКӘ ТӨШМӘГӘЙЕ
Сәйер тойолмаһын, һүҙебеҙ ашай торған май тураһында түгел, йәшәй торған май тураһында барасаҡ. Мәғлүмәт саралары, кем уҙарҙан, майҙа ун көн ял итәсәкбеҙ, тип халыҡты ҡыуандыра, Президентты маҡтай, көндәрҙе нисек үткәреү хаҡында кәңәштәр бирә. Барыһы ла дөрөҫ, ләкин саҡ ҡына хата бар. Асыҡлыҡ индереү маҡсатында, шуларҙы белдерәм: был ун көн ял халыҡҡа кәрәк. Һәм ул, Яңы йылдан һуң бирелә торған ун көнгә ҡарағанда, файҙалыраҡ. Сөнки хәҙер күптәр баҡсаларына ынтыласаҡ, тыуған яҡтарына ҡайтып киләсәк, ата-әсәләренә ярҙам итәсәк. Ләкин ун ғына көн түгел, ә 17 көн ял итеү хаҡында һүҙ барырға тейеш. Һәм әҙерлек тә 17 көнгә тәғәйенләнһен. Сөнки 15, 16, 22, 23, 29, 30 майҙан алда 13 майҙа Ураҙа ғәйетендә ял итәһебеҙ бар. Шуға күрә, ҡабатлап әйтәм, ял иткәндә мөмкинлектәрегеҙҙе 17 көнгә хисаплап бүлергә кәрәк.
Әйткәндәй, эш биреүселәрҙең, хужаларҙың, түрәләрҙең яртыһы, тип әйтерлек, 10 көнлөк ялды хупламай һәм бөгөндән зыяндарын иҫәпләй. Ә юғалтыуҙар ҙур ғына булмаҡсы. Сөнки ғәҙәттәге айҙағы 21-22 эш көнө урынына 14 көн эшләгән өсөн айлыҡ эш хаҡы түләргә тура киләсәк. Сер итеп әйтәбеҙ, бындай табышлы айҙа ялға китеү, “больничный” алыу хеҙмәткәр өсөн ифрат зыянлы. Ҡайһы бер хәйләкәр етәкселәр ошондай айҙарҙа отпускы бирергә, отгул алырға кәңәш итә. Ә һеҙ алмағыҙ. Сөнки барыбер 14 көн эшләһәгеҙ ҙә, 22 көн эшләгән һымаҡ аҡсаһын аласаҡһығыҙ.
Социологтар был ялдар тураһында нимә һөйләй һуң? Уларҙың күҙәтеүҙәре, дөрөҫ булһа, әллә ни ҡыуанырлыҡ түгел. Сөнки оҙайлы ялдарҙа ваҡытты файҙалы һәм отошло үткәреү мәсьәләһе алғы планға сыға. Ә был йәһәттән беҙ әлегә өлгө күрһәтә белмәйбеҙ. Ҡайҙа инде ҡыҫҡа ваҡытлы туристик сәйәхәттәр, спорт ярыштары, мәҙәни саралар һәм башҡалар. Үкенескә ҡаршы, күҙәтеүҙәр күрһәтеүенсә, ғаилә низағтары бер ни тиклем арта, араҡы менән мауығыусылар ныҡлап шешәгә тотона. Был осраҡта, әлбиттә, спитрлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу һәм сикләү ыңғай йоғонто бирер һымаҡ. Һәр хәлдә, һәр кешенең үҙенән тора.
Ялдарығыҙ күңелле үтһен! Социаль селтәрҙәрҙәге “Һәнәк” журналы, журнал “Вилы” төркөмө хеҙмәткәрҙәре өсөн оҙайлы һәм ҡыҫҡа ялдар юҡ. Беҙ һеҙҙең менән һәр көн осрашыуға иҫәп тотабыҙ! 10 000 самаһы ҡулланыусы, “Һәнәк” бөгөн нимә яҙҙы икән, тип смартфонына, йә компьютерына күҙ һалғанда, нисек ял итеп ултыраһың? Беҙ һеҙҙең менән бергә буласаҡбыҙ!
Читайте нас: