+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Апрель 2021, 11:08

ПРЕЗИДЕНТ ҺӘР ҒАИЛӘНЕ, ҺӘР КЕШЕНЕ ХӘСТӘРЛӘРГӘ ҠУША

Былтыр тажзәхмәттең таралыуы дөйөм Рәсәйҙең генә түгел, һәр ғаиләнең, тип әйтерлек, иҡтисади хәлен түбәнәйтте. Тап шул ваҡыт Федераль Ҡаҙнанан, Президент Владимир Путин күрһәтмәһенә ярашлы, мохтаждарға матди ярҙам күрһәтеү үҙен аҡланы. Был ярҙам һәр уҡыусыға һәм балаға күрһәтелде, тип әйтергә нигеҙ бар. Ярҙамдың һәр ғаиләгә туранан-тура күрһәтелеүе үҙен аҡлай. Бер ҡайҙа ла, белешмәләр туплар өсөн сираттар барлыҡҡа килмәне, социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеларында ла ата-әсәләрҙән өҫтәлмә рәүештә ҡағыҙҙар талап итмәнеләр. Ойоштороу эшенең халыҡ файҙаһына үҙгәртеп ҡоролоуы Рәсәй өсөн үҙе бер яңылыҡ булып тора.

Аҡсалата ярҙам һәр ғаиләгә былтырғы һымаҡ уҡ туранан-тура мәшәҡәтһеҙ барып етәсәк. Бер нисә көн элек Владимир Путин ғаиләләрҙең матди хәлен нығытыу буйынса кәрәкмәгән инструкцияларҙан һәм артыҡ ҡағыҙҙан арынырға күрһәтмә бирҙе. Төбәк башлыҡтары был эште тормошҡа ашырыуҙы үҙҙәре шәхсән контролдә тоторға тейеш.
Читайте нас: