+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Апрель 2021, 11:13

ЙЫҺАНГИРҘАР ХӘҘЕР АҘАШМАҪ

Йыһан киңлектәрен айҡаусы йыһангирҙар Башҡортостан өҫтөнән осоп үткән саҡта Ишембай районының Һайран ауыл биләмәһендәге майҙанда “Һайран” тип яҙылған хәрефтәрҙе күрә аласаҡ. Урындағы урмансылар өс гектарҙан ашыу ерҙә “Һайран” тип яҙылған хәрефтәр рәүешен

ЙЫҺАНГИРҘАР ХӘҘЕР АҘАШМАҪ
Йыһан киңлектәрен айҡаусы йыһангирҙар Башҡортостан өҫтөнән осоп үткән саҡта Ишембай районының Һайран ауыл биләмәһендәге майҙанда “Һайран” тип яҙылған хәрефтәрҙе күрә аласаҡ. Урындағы урмансылар өс гектарҙан ашыу ерҙә “Һайран” тип яҙылған хәрефтәр рәүешендә ҡарағайҙар ултырттылар.
Һайран менән ҡыҙыҡһыныусылар хәҙер йыһанда ғына түгел, ерҙә лә күбәйә бара. Ошо матур төбәктә тыуып үҫкәндәр араһында республикабыҙҙың хәҙерге Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров та бар.
Күҙ алдына килтерәйек әле, Халыҡ-ара космик станцияла йыһангирҙар ерҙе ҡарап бара.
– Ана, Һайранды үтеп барабыҙ, – ти береһе.
– Матур яҡтар – тауҙар, урмандар, – тип йөпләй икенсеһе.
Читайте нас: