+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Апрель 2021, 16:59

ҠАРТ МЕНӘН ҠАРАСЫҠ Хикәйә Беренсе өлөшө

72 квадрат метрлы был фатирҙа кешеләр генә түгел, ваҡыт үҙе лә туҡтап ҡалған һымаҡ ине. Хужабикә, Шәмсиә ҡарсыҡ була инде, йәки коллегалары әйткәнсә, Шәмсиә Йыһаннур ҡыҙы, 55 йылдан ашыу аш-һыу, табын һәм түшәк уртаҡлашҡан бабайы ҡапыл ғына вафат булғандан һуң бик оҙаҡ ҡайғырып йөрөр һәмаҡ тойолғайны. Эйе, тәүҙәрәк шулай булды, бушап ҡалған өй буйлап тегеләй ҙә үтте, былай ҙа барып ҡараны, альбомдарын алып, фотоларҙы барларға самалағайны, ғүмер буйы табынып йөшәгән таныш йөҙҙө күреп, иламһырап алып китте. Аҙаҡ альбомдарҙы төпкәрәк йыйып ҡуйҙы.

ҠАРТ МЕНӘН ҠАРАСЫҠ
Хикәйә
Беренсе өлөшө
72 квадрат метрлы был фатирҙа кешеләр генә түгел, ваҡыт үҙе лә туҡтап ҡалған һымаҡ ине. Хужабикә, Шәмсиә ҡарсыҡ була инде, йәки коллегалары әйткәнсә, Шәмсиә Йыһаннур ҡыҙы, 55 йылдан ашыу аш-һыу, табын һәм түшәк уртаҡлашҡан бабайы ҡапыл ғына вафат булғандан һуң бик оҙаҡ ҡайғырып йөрөр һәмаҡ тойолғайны. Эйе, тәүҙәрәк шулай булды, бушап ҡалған өй буйлап тегеләй ҙә үтте, былай ҙа барып ҡараны, альбомдарын алып, фотоларҙы барларға самалағайны, ғүмер буйы табынып йөшәгән таныш йөҙҙө күреп, иламһырап алып китте. Аҙаҡ альбомдарҙы төпкәрәк йыйып ҡуйҙы.
Ике улы, Тимур менән Вадим, тәүҙәрәк көн аша килеп хәлен белеп йөрөгәйнеләр. Ләкин уларҙың күренеүе ҡарсыҡтың ҡайғырыуын һис тә кәметмәне, шикелле. Киреһенсә, улдарының ҡайһыһы килеп кермәһен, “Эй, балаҡайҙарым, яңғыҙ ҡалдым бит”, – тип үкһеп илай ҙа ебәрә.
– Ҡайғыра, – тине улдарының өлкәне, Тимур.
– Белмәйем нисек ярҙам итергә, – тине икенсеһе. – Бигерәк ҡартайып китте.
– Альцгеймерҙы беҙ уйлап тапмаған һәм саҡырып килтермәгән, – тине Тимур. – Ҡарт-ҡороноң 90 проценты яфалана унан. Ҡыҫҡаһы, беҙгә лә янай ундай “бәхетле” тормош.
– Хоҙай һаҡлаһын! – тине кесеһе. – Улай яфалағансы, Хоҙайҙы әйтәм, һуғып үлтерһен, йә яҡты донъя менән имен-аман сағыңда бәхилләшергә мөмкинлек бирһен.
– Белмәйем, белмәйем, – тине өлкәне. – Ҡарсыҡ ныҡ күренә. Тағы бер 4-5 йылға тартмағайы.
– Һин, табип булғас, беләһең инде, – тине ҡустыһы. – Миңә ҡалһа, әсәй оҙағыраҡ йәшәр һымаҡ. Министрлыҡта уны әле лә хәтерләйҙәр икән. Бик теүәл, аныҡ һәм һәр нәмәне үҙ ваҡытында эшләгән. Ә ундайҙарҙың организмы ныҡ була. Тыныс йоҡлай, хырылдауынан өй һелкенеп торған һымаҡ. Ныҡ ашай. Үткәнендә алып ҡайтҡайныҡ, өҫтәлдәге бар аҙыҡ-түлекте тәмләп бөтмәйенсә, тәки тынысланманы.
– О, улай булһа, тағы бер ун йыл йәшәр! – тине өлкәне киң һәм бейек фатирҙың стеналарын һәм боронғо мебелде күҙҙәре менән ҡапшап. – Әле үҙе ҡайҙа йөрөй әле?
– Ҡайҙа булһын, баҡсала – паркта йөрөй инде, прогулка. Сир китә, ҡылыҡ китмәй, тиҙәр. Үткәнендә шунан барып таптым. Үҙе һымаҡ әбей-бабайҙар байтаҡ күренә.
– Аралашалармы? – тине өлкәне.
– Эйе, бик күңелле инеләр. Хатта мине лә күрмәнеләр.
– Улай булһа, хәл ҡатмарлаша, – тине ағаһы. – Берәйһен табасаҡ...
– Кемде табасаҡ? – тине кесеһе, күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап.
– Үҙе һымаҡ берәй яңғыҙҙы.
– Бушты һөйләмә, булмаҫ! Ҡартты оҙатыуыбыҙға өс ай ҙа булманы.
– Бәхәсләшеп тормайым, үҙемдең фараздарымды ғына еткерәм. Мин әйтте, тиерһең. Бөгөн булмаһа, ошо көндәрҙә фатирҙың һәм ҡарсыҡтың яҙмышы хәл ителәсәк. Әйткәндәй, мөлкәткә, һинең менән минән башҡа, дәғүә итеүсе юҡ, бүлешеү мәсьәләһе буйынса кәңәшләшеп ҡуяйыҡ әле. Юғиһә, минең статуста ҡайһы бер үҙгәрештәр булыуы ихтимал.
– Китсе әле. Тағы өйләнергә йыйынмайһыңдыр ул?
– Мөмкин булһа, борсолма, – тине өлкәне. – Тәүҙә иҫәнләне, аҙаҡ кирелеп ҡуйҙы. – Мосолмандарҙа дүрт тапҡыр өйләнергә рөхсәт ителгәнен онотма.
– Дүрт тапҡыр түгел, дүрт ҡатын менән йәшәрәгә ярағанлығын беләм.
– Ярай, ағайыңды һин генә тәрбиәләй алмаҫһың инде хәҙер. Дүртәү булырмы, бишәүме, ҡарарбыҙ...
Һөйләшеү шуның менән тамамланды һәм киләсәктә буласаҡ үҙгәрештәргә ым-ишаралар ҙа яһалды. Шәмсиә ҡарсыҡтың улдары элек-электән бер-береһенә хөрмәт һәм ихтирам менән ҡараманылар. Ләкин асыҡтан-асыҡ бәхәсләшеп, хатта низағлашып йөрөгәндәре лә тойолманы. Аталары былай иғтибарлы булды, икеһенә лә фатирын да эшләй алды, баҡса ерен дә алып бирҙе, автомобилдән дә мәхрүм итмәне.
Бер нисә көндән әсәләре бик мөһим мәсьәлә буйынса һөйләшеү өсөн улдарын күрергә теләүе хаҡында әйтеп шылтыратты. Улдары менән кәңәш-төңөш итерлек булғас, ниндәй мәсьәлә икән? Вадим уралтып-суралтып торманы:
– Ағай, һинең фараз тормошҡа ашырға йыйына, шикелле, – тип кенә кинәйәләне.
– Шикләнмәгәйнем, – тине ағаһы. – Берәй арыу ғына кеше эләкһә ярар ине.
– Нисек арыу кеше?
– Фатирлы, ҡала эргәһендә йорто бар. Әлбиттә, гараж, иҫке булһа ла, автомобиль. Мин әсәйҙең зауығын беләм, ул һайлағанда хаталанмай торғайны. Был юлы ла беҙҙең ышанысты аҡлар һымаҡ.
– Һин, ысынлап та, беҙ белмәгән-күрмәгән ҡарттың мөлкәтенә иҫәп тотаһыңмы?
– Асыҡтан-асыҡ булыуым өсөн ғәфү ит, – тине ағаһы. – Әгәр мин юғарыла һанағандарҙың бер нисәүһе генә тормошҡа ашырлыҡ булһа ла мин ҡартты етәкләп түгел, күтәреп йөрөргә лә риза.
– Ҡуй, ағай. Беҙгә эләгәме һуң инде уның һымаҡ бай ҡарт?
– Ҡустым, шуны бел, иң тәүҙә мин уға медосмотр үткәрәсәкмен. Шунан һуң – мөлкәте хаҡында декларация, банктағы ресурстарының күләме һәм урынлаштырыу шарттары.
– Етәр! Иләмәгән-һуҡмаған, һин һөйләрһең инде.
Ағай менән ҡусты кисен бер-бер артлы әсәй янына килеп инеү менән, мәғәнәле ҡарашып алдылар. Ҡарашырлыҡ та шул. Ҡарсыҡ, туйға булмаһа ла, театрға барырға йыйынғанмы ни, өҫтөндә бынан бер нисә йыл элек, никахтарының 50 йыллығы айҡанлы, тектерелгән, юҡ, махсус тектерелгән күлдәк, муйынында ике-өс муйынсаҡ. Һуң, бынау прическаһын парикмахерҙа эшләтеп тороуы нимәгә кәрәк булды икән?
– Эй, улдарым, килеп тә еттеләр бит әле ул, – тине һәр бармағында ялтлап торған мул балдаҡтары һәм йөҙөктәре менән балаларының арҡаларынан һөйөп.
– Йә, әсәй, хәлдәрең нисек? – тине өлкәне теләр-теләмәҫ кенә. Сикәһенән үбеп алды.
– Бер көйө, улым, бер көйө, – тине әсәһе. – Ә һинекеләр нисек? Килен, балалар?
– Уларға нимә булһын? Май эсендә йөҙгән бөйөр һымаҡ инде улар.
Әсәләре кесеһенә иғтибар итте:
– Вадим, балаҡайым, ни хәлдә?
– Минекеләр ҙә һәйбәт, әсәй, сәләм әйттеләр. Бына – күстәнәс ебәрҙеләр.
– Рәхмәт, кәрәкмәҫ ине. Балалар, һирәк киләһегеҙ. Минең бер үҙемә ҡыйын. Төндәр буйы йоҡлай алмай ятҡанда, уйлайым, үлеп кенә ҡуймаһам ярар ине, тим.
– Ҡуйсы, әсәй. Атайҙың үлемен дә саҡ күтәрҙек. Әле һаман тере һымаҡ. Һин тағы беҙе ҡайғыртма инде, – тине Тимуры.
– Эйе шул. Беҙҙе ҡыуандырып, йәшә лә йәшә! Әсәй, әле беҙҙе ниңә саҡырҙың? Әллә берәр йомошоң бармы?
– Юҡ, бөтәһе лә һәйбәт, һеҙҙе һағынам, һирәк киләһегеҙ, – тине Шәмсиә ҡарсыҡ. – Олоғара фатирҙа бер үҙем бит.
Ағалы-ҡустылы бер-береһенә ҡараштылар. Ҡарсыҡ әҙерлекте башланы.
– Ни хәл итәйек, әсәй, бер үҙең шул. Әллә, мин әйтәм, эргәңә берәйһен керетәйекме? – тине өлкәне. Ҡабаланды. Мәсьәләгә асыҡлыҡ индерергә теләне.
– Улым, кемде әйтәһең тағы?
– Кемде тип... Бәлки берәй квартирант... Ошонда йөрөр ине әле.
– Квартирант? – тине ҡарсыҡ, туҡтаны, йөрәген тотто. – Ана, бишенсе ҡаттан Мария Петровна, һеңлеһенең ҡыҙын кереткәйне, араҡыһын урлап эскән, үлемтеккә тип йыйған аҡсаһын тапҡан, алтын беләҙек-йөҙөктәрен йыйып алып ҡасҡан.
– Юҡ, әсәй, – тине өлкәне. – Беҙгә Мария Петровнаның квартиранты һымаҡтар кәрәкмәй. Мин һиңә тәртипле, өлгөлө, эсмәй, урлашмай торғанын табып килтерәм. Донъяңды ҡарар, фатирыңа түләр, үҙеңә ярҙамсы булыр.
– Әллә ундайҙар бармы икән, улым?
– Ә үҙең нисек уйлайһың, әсәй, берәй кешең юҡмы? – тине кесеһе.
– Ҡарсыҡ туҡтаны, аҡрын ғына ултырҙы һәм ентекләп улдарына ҡараны:
– Мин инде – ҡарт кеше. Һеҙгә лә ауырлыҡ һалаһым килмәй. Бер үҙем ҡалһам да ҡурҡам. Ана, тағы бер маньяҡ килеп сыҡҡан, ти. Үткәнендә паркта һөйләп торҙолар. Минең һымаҡ әбей-һәбейҙең мәшәҡәттәрен белеп ҡала ла, ярҙам иткән булып, аҡсаларын урлап, үҙҙәрен үлтереп китә икән. Анауы, ишектәге домофон да эшләмәй хәҙер. Сығырға ҡурҡып ултырам. Заманының үҙгәреүен әйт. Миңә бик ауыр, балалар, әллә берәйегеҙгә күсеп барайыммы икән, тигәйнем.
– Беҙгә кил, – тине кесеһе, – һинең бүлмәң һаман да буш тора.
– Теләһәң, беҙҙә йәшәй алаһың, әсәй, һин һис тә артыҡ түгелһең.
Әсәләре алмаш-тилмәш улдарына ҡарай, нимәлер әйтергә теләй, ләкин башлай алмай йонсой. Өлкәне кесеһенең аяғына һаҡ ҡына төрттө лә, былай тине:
– Әсәй, бәлки һиңә берәй дуҫмы, әхирәтме, коллегамы, нисек әйтергә, һуң, бабаймы эҙләп ҡарарғалыр?
– Ниндәй бабай? – тип ҡарсыҡ ауыҙын ҡаплап, пырхылдап көлөп ебәрҙе. – Һин нимә һөйләйһең, улым, әллә ысынлап әйтәһеңме?
– Ысынмы, ысын түгелме, әсәй, мин бит – табип. Һинең хәлеңде аңлайым. Шуға аптырағандан әйтәм. Яңғыҙлыҡ берәүгә лә яҡшылыҡ килтермәй. Эйе, бәлки һинең берәйһе барҙыр?
– Юҡ! – тине ҡарсыҡ. – Минең кемем булһын? Берәүгә лә вәғәҙә биргәнем, бабайға барам, тип әйткәнем булманы.
– Эйе, атайға еткән кеше бармы һуң инде.
– Шулай шул, атайығыҙҙы һағынам. Һаман төшөмә инә, – тип ҡарсыҡ һығылып илай башланы. – Мине яңғыҙымды ҡалдырҙы ла китте. Хәҙер мин нимә эшләргә лә белмәйем. Шуға саҡырғайным да.
Кесеһе тиҙ генә һыу алып килде, өлкәне эргәһенә ултырҙы.
– Әсәй, үҙең ҡара, – тине ул. – Үҙең беләһең, беҙ эшләйбеҙ, көнө-төнө эргәңдә була алмайбыҙ. Үҙеңә оҡшаған, үҙең ышанған берәйһе булһа, мин, мәҫәлән, ҡаршы төшмәҫ инем.
Әсәләре аҡрын ғына һыуҙы эсте, аҙаҡ улдарына ҡараны ла:
– Ярай, һеҙ әйткәнсә булһын. Үлгән артынан үлеп булмай бит инде. Атайығыҙҙың дуҫы бар ине, Әнүәр ағайығыҙҙы беләһегеҙҙер? – тине ҡарсыҡ. – Шул мине яусыларға итә. Эйе, Әнүәр Вәлиевич та яңғыҙ ҡалған икән. Былтыр ҡарсығы үлеп киткән.
Дауамы бар.
Читайте нас: