+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Май 2021, 12:40

ИБРАЙ ДВОРЯНДАРЫНАН

Хәҙерге ибрайҙар 1735 йылда мең ырыуы ерҙәренә бөрйән яҡтарынан килеп сыҡҡандар. Улар йөҙҙәрсә ылау менән тиҫтәләрсә йылға кисеп, Дим буйҙарына нисек килеп еткәндер, был хаҡта мәғлүмәттәр бик аҙ. Ҡуртымға урындағы аҫаба башҡорттарҙан ер алғандар һәм донъя көтә башлағандар. Улар был яҡтарға ағас эшенә оҫталыҡ, донъя көтөүгә әрһеҙлек һәм башҡортса көрәшкә таһыллыҡ алып килгәндәр. Әхнәф ағай – әлеге бөрйән башҡорттарының вәкиле һәм республика көрәшселәре араһында тере легендаларҙың береһе.

ИБРАЙ ДВОРЯНДАРЫНАН
Октябрь революцияһына тиклем хәҙерге Әлшәй районынының Ибрай ауылында йәшәүселәрҙең күбеһе мәрхәмәтле батша тарафынан рәсми рәүештә бирелгән дворян титулына эйә булғандар. Әхнәф ағай ошо хаҡта һағышланып та, ғорурланып та һөйләй. Ғорурланмаҫлыҡ түгел шул. Уның ата-бабалары XIX быуатта Рәсәй батшалығы алып барған һәм ҡатнашҡан яуҙарҙа батырлыҡ күрһәткән һәм исемдәрен тарихҡа яҙып ҡалдырған. Ағайҙың олатаһының атаһы Әбделнәғим Бәләбәй өйәҙенең Ҡаҙанғол кантонында старшина булған һәм ғәййәр батырлығы, ғәҙеллеге менән айырылып торған. Октябрь түңкәрешеленән һуң 30-сы йылдарҙағы репрессияларҙы иң тәүҙә дворяндарҙан башлайҙар. Әхнәф ағайҙың олатайҙарын, ағайҙарын, бабайҙарын, барлыҡ мөлкәттәрен тартып алғандан һуң, Себергә һөрәләр. Өләсәһе ейәне Әхәт менән Ибрайға килеп йәшенеп ҡала. Оҙаҡламай өләсәй үлә, ун йәшлек Әхәт етем ҡала. Ләкин берҙәм ауыл халҡы малайҙы рәнйетмәй, ҡарап үҫтерә. 50-се йылдарҙан һуң донъя бер аҙ имшей, һөргөндәгеләр ҡайта, хатта олатаһы мулла булып эшләй. Әхәтте армияға алалар, ул Порт-Артурҙа хеҙмәт итә. Хатта Мао-Цзедундың ҡулынан 1953 йылда “Совет-Ҡытай дуҫлығы” миҙалы ала. Данлы дворяндар ейәне аҙаҡтан үҙенең әрһеҙлеге менән ауыл советы рәйесе, урындағы коммунистарҙың башлығы булып эшләй.
Ә беҙ һеҙгә хәҙер Әхнәф ағай тураһында һөйләйәсәкбеҙ. Ул 1959 йылдың 9 майында Ғәшүрә һәм Әхәт Ҡотлозамановтарҙың күп балалы ғаиләһендә донъяға килә. Ибрайҙарҙы бер ҡорға туплаған, уларҙы һәр ваҡыт ғорурланырға мәжбүр иткән уртаҡ бер сифат бар. Улар – көрәшселәр. Ибрайҙар ғәҙеллек өсөн дә, көрәш майҙанында ла һис ҡурҡмай алышҡа сыға һәм күпселек осраҡта еңә. Уларҙың көрәшкә һәм ғәҙеллеккә маһирлығын быуаттар төпкөлөнән эҙләргә кәрәк. Хәҙерге ибрайҙар 1735 йылда мең ырыуы ерҙәренә бөрйән яҡтарынан килеп сыҡҡандар. Улар йөҙҙәрсә ылау менән тиҫтәләрсә йылға кисеп, Дим буйҙарына нисек килеп еткәндер, был хаҡта мәғлүмәттәр бик аҙ. Ҡуртымға урындағы аҫаба башҡорттарҙан ер алғандар һәм донъя көтә башлағандар. Улар был яҡтарға ағас эшенә оҫталыҡ, донъя көтөүгә әрһеҙлек һәм башҡортса көрәшкә таһыллыҡ алып килгәндәр. Әхнәф ағай – әлеге бөрйән башҡорттарының вәкиле һәм республика көрәшселәре араһында тере легендаларҙың береһе.
– Ҡасан көрәшә башланың, тиһеңме? – тине ул миңә. – Үҙемде белгәндән бирле. Малай-шалай, ир-ат, егет-елән йыйылған ерҙә ибрайҙар бер ваҡытта ла тәмәке тартып, араҡы эсеп, ғәйбәт һөйләп ултырмай. Кем дә булһа берәйһе, әйҙәгеҙ, көрәшәйек, тип әйтәсәк. Тәүге көрәште мин Дим буйында бесән сапҡанда күрҙем. Аҙ ғына ял итергә туҡтанылармы икән, ике-өс урынды түңәрәкләп, көс һынаша ла башланылар. Тиҫтерҙәр араһына мин дә барып ҡушылдым. Ун йәштәр булдымы икән, бәлки пионерға алған көн булғандыр, балалар һабантуйы үткәрҙеләр. Йүгерештек, арҡан тартыштыҡ, футбол, воллейбол уйнаныҡ. Әлбиттә, көрәштек. Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым, беренсе урынға мин сыҡтым. Миңә автомобиль бүләк иттеләр. Ҡустым менән бик ҡәҙерләп уйнаныҡ беҙ был уйынсыҡ менән. Тәүгеһе бит. Хатта бүләк итеүсеһен дә хәтерләйем. Мәктәп директоры Рәшиҙә Шакир ҡыҙы Ғабсабирова ине.
Үҫкәсерәк, мин элек тә ныҡ ҡына инем, өлкәндәр өсөн тәғәйенләнгән ярыштарға саҡыра башланылар. 2 класта “Салауат Юлаев” исемендәге колхоздың ҡышҡы спартакиадаһында ҡатнаша һәм 4-се урын ала. Ә еңеүсе – уның бер туғаны Әхмәт. Ул 1978 йылда һабантуй чемпионы исемен яулай. 1982 йылда Ҡотлозамановтар ғаиләһенә тәүге һарыҡ тәкәһе ҡайта. Уның хужаһы – 23 йәшлек Әхнәф шул йылдан һуң һабантуй һайын иң кәмендә 5-6 һарыҡты яулай. Әлшәйҙәр – хәтерле халыҡ. Улар батырҙарҙы хөрмәтләй белә. 70-се йылдарҙан алып 90-сы йылдарға тиклем Ҡотлозамановтар һәр һабантуйҙа чемпион исемен яулай һәм тәкәләрҙе өйҙәренә алып ҡайта.
– Һеҙ алған һарыҡтар көтөүҙән ашҡандыр ул? – тип һорамай булдыра алмайым.
– Теүәл һанағаным булманы. Яҡынса самалап әйтә алам. 20 йылға яҡын көрәштек, һәр йыл 5-6 тәкәнән генә иҫәпләһәк тә, байтаҡ килеп сыға бит.
Үткән быуат аҙағындағы көрәшселәр тураһында һөйләгәндә бер туған Ҡотлозамановтарҙан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Иң өлкәндәре Әхмәт, мәҫәлән, туғыҙ тапҡыр район чемпионы булды. Ә кеселәре Хәниф төрлө йылдарҙа ун тәкә алып ҡайтты. Шулай ҙа була: ҡайһы бер йылдарҙа батыр исеменә үҙ-ара көс һынашытрға ла тура килде. Бер йыл хатта Әхнәф ағайға үҙенең улы Азат менән көс һынашырға насип булды. Шунан һуң ун биш һабантуй атай менән ул үҙ-ара көрәшеп еңеүсене асыҡларға мәжбүр булды. Азат атаһынан ҡалған эште әле лә дауам итә. Физкультура уҡытыусыһы. Милли көрәш буйынса тренер. Егерме биш тапҡыр райондарҙың һабантуйҙары батыры, Рәсәй ярыштарында еңеүсе.
Әхнәф ағай бик баҫалҡы кеше. Минең уны һөйләндергем, хатта маҡтандырғым килә. Ул күберәк көрәшсе дуҫтары, ауылдаштары тураһында һөйләй.
– 1988 йылда мине Рәсәй чемпионатына саҡырҙылар. Бригадир әйтә, эш күп, ти. Ә мин фермала силос тапатам. Иртәнән кискә тиклем эшләгәс, күнекмәләрҙә ҡатнашып булманы. Райондан әйткәс, юлға сыҡтым. Дүртенсе урынды алып, командаға мәрәйҙәр килтерҙем. Шунан һуң мине республика ярыштарына йәлеп итә башланылар. Ә еңеү, үҙең беләһең, ҡомарҙы уята. 1995 йылда Шишмәлә абсолют чемпион исемен яуланым, ике йыл рәттән профсоюздар ярышында еңдем. Әлмәт ҡалаһында Рәсәйҙең 42 иң көслө көрәшсеһе араһында дүртенсе урынға сыҡтым. Барыһында һанап бөтөрлөк түгел. Беҙҙең ауыл көрәшселәр, батырҙар ауылы. Төрлө йылдарҙа, төрлө кимәлдә чемпион исемен яулаусылар байтаҡ. Рәсәй чемпионы Баян Лоҡманов, республика, район еңеүселәре Илдар Шафиҡов, Зәбир Фәйзуллин, Фидан Хөсәйенов, Вадим Насиров, Илгиз Хәлилов, Фәнис Садыҡов, Илнур Солтанғоловтар хаҡында әллә күпме һөйләргә булыр ине.
Әхнәф ағай менән һөйләшеүе күңелле һәм еңел. Республикалағы көрәшселәрҙең күбеһен танып белә. Сөнки утыҙ йылдан ашыу көрәшеү бушҡа үтмәгән. Ибрай тураһында һүҙ сыҡһа, һәр ваҡыт Әхнәф Ҡотлозамановты иҫкә төшөрәләр. Майҙандан ваҡыты еткәс, китә белергә лә кәрәк. Ағай көрәшкә һуңғы тапҡыр 60 йәше тулғас сыҡты. Уға хөрмәт йөҙөнән барыһы ла тороп алҡыштарға күмделәр һәм судъяларҙан беренсе урынды биреүҙәрен һоранылар. Ә бындай хөрмәт бик һирәктәргә генә эләгә.
Фото Көйөргәҙе районы хакимиәтенең мәғлүмәт үҙәгенән алынды.
Читайте нас: