+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Май 2021, 17:10

Яҙыусылар форумын ҡаршылап... АҘНА ҠЫҘЫУ БУЛМАҠСЫ

Бер ҡыҙыу аҙна тамамланып өлгөрмәне, алдағыһы ҡыҙыуыраҡ булмаҡсы. Сөнки 27-28 майҙа Башҡортостан яҙыусылары форумға йыйыла. Форум бәлки ҙурыраҡ мәғәнәгә дәғүә итәлер. Шулай булғас, йыйын ойошторолоуы ла насар түгел. Бәлки күптәр белмәйҙер, йыйын айҡанлы, 26 майҙа киске 19 сәғәттә Башҡорт академия драма театрының бәләкәй залында Мөнир Ҡунафиндың яҙылып бөтөр-бөтмәҫ шау-шыу тыуҙырырға өлгөргән “Соҡор” моно-драмаһы Радмир Дәүләтбәков сәхнәләштереүендә һәм уйнауында тәҡдим ителә.

Яҙыусылар форумын ҡаршылап...
АҘНА ҠЫҘЫУ БУЛМАҠСЫ
Бер ҡыҙыу аҙна тамамланып өлгөрмәне, алдағыһы ҡыҙыуыраҡ булмаҡсы. Сөнки 27-28 майҙа Башҡортостан яҙыусылары форумға йыйыла. Форум бәлки ҙурыраҡ мәғәнәгә дәғүә итәлер. Шулай булғас, йыйын ойошторолоуы ла насар түгел. Бәлки күптәр белмәйҙер, йыйын айҡанлы, 26 майҙа киске 19 сәғәттә Башҡорт академия драма театрының бәләкәй залында Мөнир Ҡунафиндың яҙылып бөтөр-бөтмәҫ шау-шыу тыуҙырырға өлгөргән “Соҡор” моно-драмаһы Радмир Дәүләтбәков сәхнәләштереүендә һәм уйнауында тәҡдим ителә. Иң юғары кимәлдәге данлыҡлы сәхнәлә халыҡ театры спектакленең күрһәтелеүе – үҙе бер ваҡиға. Мөнир Ҡунафин – прозала һәм драматургияла үҙен уңышлы һәм емешле күрһәтеп өлгөргән әҙип. Быға тиклем уның хикәйәләре яңыса яҙылыуы, элекке традициялар ҡалыбына һыймауы, кешеләрҙе уйландырыуы, хатта бәхәсләшергә мәжбүр итеүе менән айырылып тора.
Бәғзе баҫмаларҙың тәжрибәһеҙ тәнҡитселәре Мөнир Ҡунафиндың ижадына ҡарата иғтибарҙы арттырҙы. Әлбиттә, Мөнир ипле һәм тыныс, низағҡа түгел, ижадҡа күберәк иғтибар биреүен иҫәпкә алһаҡ, сама ла кәрәктер.
Әйткәндәй, “Соҡор”ҙо күргәс, улар нимә тип әйтер икән?
Фотола: Яҙыусылар союзы, 1980 йыл. Редакция архивынан алынды.
Читайте нас: