ИҢ ОҘАҠ ЭШЛӘГӘН БАШЛЫҠ...
Уңышлы етәксе хаҡында бер нисә кәлимә...
Әлшәй районының үҙәге Раевка урынлашҡан ерҙәргә борон заманда күсенеп килгәндәр, башҡорт ерҙәренең матурлығына һоҡланып, бында – ожмах, тигәндәрҙер. Эйе, ожмах менән ярышҡан ошо ерҙәрҙә бөгөн дә уңған, тырыш, ихлас кешеләр йәшәй. Райондың күпселеген тәшкил иткән башҡорттар менән бергә урыҫтар, татарҙар, сыуаштар ҡулға-ҡул тотоношоп эшләй.
Ошо районға 2004 йылдан бирле яҡташтары Дамир Радик улы Мостафин етәкселек итә. Әгәр теүәлерәк иҫәпләһәң, ун ете йыл буйы был вазифаны алыштырғыһыҙ биләгән етәксене республикала табыуы ҡыйын. Ун ете йыл буйы арымай-талмай етәкселек итеү өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк?
Йышыраҡ осрашҡан һайын хакимиәт башлыҡтарының холоҡ-фиғеленә лә өйрәнеп алаһың. Һауа торошо, кәйефең, һаулығың, юғарылағыларҙың һәм эргәләгеләрҙең мөнәсәбәте ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, һәр көн Дамир Радик улы иртәнге сәғәт 7-гә тиклем үҙенең эш урынын биләй һәм кискә тиклем районда ауыр һәм яуаплы ғәмәлдәрен башҡара, Өфөгә барып ҡайтырға ла өлгөрә.
Әлшәй районы үҫеш йәһәтенән тотороҡлолар иҫәбендә. Уны, мәҫәлән, күрше райондар менән сағыштырыу урынһыҙ. Районда йәшәүселәр һаны 44 мең самаһы тәшкил итә. Бөгөн ҡала исеменә дәғүә итеүсе Раевканың үҙендә кешеләр һаны 18 мең самаһы иҫәпләнә. Ә хәҙер ҡайһы бер райондарҙа ул тиклем кеше юҡ. Күпселек урындарҙа халыҡтың, үкенескә ҡаршы, кәмеүен иҫәпкә алһаҡ, әлшәйҙәр өлгөһө ентекләберәк өйрәнеүҙе талап итә. 44 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән ҡалалар бар беҙҙә. Раевка, мәҫәлән, ҡасаба ғына түгел, ул – ҙур станция. Район биләмәһен генә түгел, ҡасабаны ла урталай бүлеп үткән, көнсығыш менән көнбайышты тоташтырған тимер юл – райондың иҡтисадын билдәләүсе сығанаҡтарҙың береһе. Бындағылар белә, тимер юл – өҫтөнлөк кенә түгел, үҙе бер ҙур проблема. Уның аша теге яҡҡа-был яҡҡа сығып йөрөү, заманса әйтһәк, трафикты ойоштороу – ҙур мәшәҡәт.
Дамир Мостафин менән район, уның көндәлек эшмәкәрлеге хаҡында фекер алышыу оҡшай. Бушты һөйләмәй, маҡтанмай, ерҙән атлап йөрөй һәм тура ҡарап һөйләшә. Йыл һайын яңынан-яңы эштәрҙе башлап ҡына тора. Башлыҡ инвесторҙарҙы йәлеп итә белә. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге район малсылыҡ, игенселек буйынса бөгөн үҙенең мөмкинлектәрен ҡулдан килгәнсә файҙалана, хатта киләсәккә ҙур ышаныс һәм өмөттәр менән йәшәй.
Юҡ, мин бында бөтәһе лә ыңғай тора, әлшәйҙәр өсөн бер проблема ла юҡ тиеүҙән алыҫмын. Һуңғы 17 йылда район хакимиәтендә Дамир Мостафин етәкселегендә көслө һәм тәжрибәле команда тупланған һәм улар киләсәккә ҙур маҡсаттар менән эшләй.
Әгәр юл төшһә, иғтибар итегеҙ: кешеләр бында алсаҡ һәм асыҡ йөҙлө, юлдар төҙөк, биләмәләр йыйыштырылған һәм төҙөкләндерелгән.
Үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙер кемде генә булмаһын, ябай хеҙмәткәрме, етәксеме, мәжбүр итеп, өгөтләп, һорап эшләтә торған замандар үтте. Хәҙерге шарттарҙа берәү ҙә һине ыңғайыңа һыпырып тормаясаҡ. Ҡулыңдан килһә, эшләйәсәкһең, әгәр булмаһа, вазифаңды ҡалдырырға мәжбүрһең.
Былтыр осрашыуҙарҙың береһендә Дамир Радик улы: “Етер, пенсияға сығам, йәштәргә ышанып тапшырырға кәрәк”, – тигәйне. Ләкин урындағы Совет депутаттары башҡаса хәл итте. Әлеге башлыҡ – тәжрибәле, көслө, башланған эштәрҙе дауам итергә тейешле, тип тапты.
Башлыҡтарҙың ҡулында власть ҡына түгел, яуаплылыҡ та ҙур. Уларҙың да төрлөһө бар. Күпселек – көслө, намыҫлы, халыҡ өсөн тырышып эшләүселәр. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ, Илеш, Баҡалы, Дүртөйлө, Краснокама, Яңауыл һымаҡ райондарға электән билдәле, тәжрибәле башлыҡтар етәкселек итә.
Ҡайһы бер төбәктәрҙә ара-тирә башлыҡтарҙың икенсе вазифаға күсерелеүен күреп, уйлағаным бар: уларға алмашҡа килгәндәргә, мәҫәлән, Дамир Мостафиндың нисәмә йылдар буйы тупланған эш тәжрибәһе ярап ҡалыр ине.
Хәҙер – хәстәрлек тураһында. Районда социаль проблемалар ныҡышмалы һәм уңышлы хәл ителә. Спорт ярыштары – сәләмәт йәшәү рәүешенең бер билдәһе генә. Әгәр башлыҡ эштән һуң форма кейеп, сәкән уйнарға сыҡһа, һирәк-мирәк булһа ла спортзалға төшһә, берәү ҙә ғәйеп тапмаҫ, киреһенсә, хуплар ғына. Киләсәккә ҡарап йәшәй Дамир Радик улы. Әйткәндәй, ул – педагогтар араһында республикала ошо юғары вазифаны биләгән тәүге башлыҡ, вуз ректорҙары кабинеттарын йыш тапай. Районға ауыл хужалығы белгестәре, табиптар кәрәк. Ә уларҙы бөгөн үк уҡыта башламаһаң, биш-алты йылдан һуң етәкләп тигәндәй алып ҡайтмаһаң, уңайлы шарттар, эш хаҡы менән тәьмин итмәһәң, бөгөн тырышыуыңдан ни фәтеүә? Оҡшамаһа, улар сит яҡтарҙы һайлаясаҡ. Дамир Радик улы ла шулай, ти. Беҙ көндәлек мәшәҡәттәрҙе күп хәл итәбеҙ. Быныһы ла кәрәк. Бөгөн киләсәктә булаһы мәсьәләләр менән шөғөлләнеү зарур.
Фото Дамир Мостафиндың vk.com сайтындағы сәхифәһенән алынды.